+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
8 Сентябрь 2017, 19:08

Бала бағыуҙа ярҙам

Илдең ике төбәге – Башҡортостан менән Вологда өлкәһе – бала ҡарау буйынса яңы хеҙмәт күрһәтеләсәк пилот субъекттар рәүешендә һайланды.

Илдең ике төбәге – Башҡортостан менән Вологда өлкәһе – бала ҡарау буйынса яңы хеҙмәт күрһәтеләсәк пилот субъекттар рәүешендә һайланды.

Өфөләге Конгресс-холда “мәк-тәпкәсә мәғариф системаһында ата-әсә, бала, тәрбиәселәр һәм эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау, мәктәпкәсә йәштәге баланы ҡарау буйынса хеҙмәт күрһәтеү” тигән темаға семинар үткәрелде. рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Эксперт советының социаль сәйәсәт буйынса эш төркөмө етәксеһе Сергей рыбальченко менән Социаль педагогтар һәм социаль хеҙмәткәрҙәр союзының башҡарма директоры марина Ильина республика ҡала һәм райондарынан килгән ҡатнашыусыларға илебеҙҙә сағыштырмаса яңы хеҙмәтте ғәмәлгә индереү технологияларын аңлатты.

Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры ленара Иванова әлеге теманың әһәмиәтен билдәләне. – “Социаль бала ҡараусы” хеҙмәте әсәләргә сабыйын ҡарау менән бер рәттән хеҙмәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү, белем алыу мөмкинлеген бирәсәк. республикабыҙҙа уға ихтыяж булыр тигән өмөттәбеҙ, – тине. ул шулай уҡ бала ҡарау хеҙмәте демографик хәлгә лә туранан-тура йоғонто яһаясаҡ, тип белдерҙе.

Читайте нас: