Фәлисә Хәкимова Туймазы районы Япрыҡ ауылында йәшәй. Үтә уҡымышлы, айыҡ аҡыллы, изге йәнле кеше ул. Һуңғы йылдарҙа компьютерҙы ла үҙләштергән.
Ни үкенес, бүләккә бирелгән компьютеры, иҫкергән булыу сәбәпле, сафтан сыҡҡан. Ҡыйынһынып ҡына, был мәсьәләлә ярҙам һорап, “Тыуған яҡ” гәзите редакцияһына шылтыратты. Килеп тыуған хәлде лә аңлатып бирҙе, әлбиттә. Хәйер, беҙ уның матди хәлен былай ҙа белеп торабыҙ. Пенсияһы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә, уны ҡарап-тәрбиәләп тороусы хеҙмәткәргә түләү өсөн генә етә. Шуға күрә гәзитебеҙ аша уҡыусыларыбыҙға мөрәжәғәт итергә булдыҡ. Бер үк вағытта, Фәлисәгә ярҙам ҡулы һуҙыу өсөн үҙебеҙҙең эске мөмкинлектәрҙе лә эшкә ҡуштыҡ, әлбиттә.
“Ил тырышһа, күл була”, тиҙәр. Мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға теләгән игелекле кешеләр бөгөнгөләй ҡатмарлы ауыр заманда ла бар. Күмәк тырышлыҡ менән Фәлисәгә компьютер ала алдыҡ. Шатлыҡ-ҡыуанысының иге-сиге булманы уның. Тапшырған бүләгебеҙҙе ҡулдары менән тотоп ҡарай алмаһа ла, Фәлисәнең күҙҙәрендә шатлыҡ нурҙарын күреү, уның бер туҡтауһыҙ рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү – былар беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Ике ҡулы һәм бер аяғы хәрәкәтһеҙ булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн унан да бәхетлерәк кеше юҡтыр кеүек.
Халҡыбыҙҙа шундай әйтем бар: игелек ҡыл да, йылғаға һал – балыҡ һөйләмәһә лә, аҡҡан һыу һөйләр. Игелекле кешеләр араһында шундай принцип менән йәшәүселәр юҡ түгел бөгөн. Бының менән ихлас килешәм. Ғөмүмән, мәрхәмәтлелектең асылында яр-ҙамсыллығың менән маҡтаныу түгел, ә эскерһеҙлек ята бит.
Фәлисә менән бергә шатланып, уның теләген тормошҡа ашырырға булышҡан һәр кемгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Исемдәре аталмаһа ла, уларҙы Октябрьский халҡы тойомлап белеп тора.
Беҙ – кешеләр, бер-беребеҙгә ярҙамлашып йәшәй белһәк, донъя тағы ла йәмләнер ине. Был бит ҡыйын түгел, килешәһегеҙҙер?