+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
22 Декабрь 2016, 12:43

Балаларҙа рух тәрбиәләргә кәрәк

Декабрь башында Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының отчёт-һайлау йыйылышы булып үтте. Унда көнбайыш төбәк башҡорттары ҡоролтайы ойошмаһы советы рәйесе Дилбәр Фәтхетдинова, район Хакимиәтенең эштәр буйынса идарасыһы Дилә Арыҫланова, район мәғариф бүлеге начальнигы Айгөл Әхмәтова, ауыл советтарынан делегаттар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ҡаланың предприятие һәм ойошма етәкселәре, аҡһаҡалдар ҡатнашты.
– Һуңғы йылдарҙа Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты бай эш тәжрибәһе тупланы. 131 мең кеше, 30-ҙан ашыу милләт халҡын берләштергән, 43 мең башҡорт йәшәгән Туймазы районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары ҡарарҙарын, дәүләт кимәлендәге закондарҙы тормошҡа ашырыу буйынса күп эш башҡары-ла, – тине үҙенең сығышында ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гәүһәр Фазуллина.
Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары бөтә милли-мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Улар араһында: "Салауат көндәре", Һабантуй, “Оҙон көй”, "Ҡурай" байрамы" Баш-ҡортостаныбыҙҙың күренекле яҙыу-
сылары, шағирҙары менән осрашыу-ҙар... Туймазы мәктәптәрендә һәм үҙәк китапханала уҙған осрашыуҙарҙа Башҡортостан яҙыу-сылары Сабир Шәрипов, Әхмәр Үтәбаев, Айгиз Баймөхәмәтов, «Киске Өфө» гәзите редакторы Гөлфиә Янбаева, ҡатнашты. Улар менән осрашыу балаларҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Г. Фазуллина шулай уҡ ҡала
башҡорттарының районда ғына
түгел, республика һәм Рәсәй кимәлендә үткән төрлө мәҙәни һәм башҡа сараларҙа ла ҡатна-шыуҙарын, уҡытыусыларҙың ғына түгел, уҡыусыларҙың да матбуғат менән дуҫ булыуҙарын билдәләне. Яңы ғына сыға башлаған район-ара “Етегән” гәзитенә яҙылыу барышында ярҙам күрһәткән “Доктор+” йәмғиәте, индустриаль, юридик, педколледждар, «Металлстрой» йәмғиәте һәм башҡа ойошма етәкселәренә рәхмәтен белдерҙе.
– Райондың Телдәр буйынса комиссияһының уңышлы эшләүендә лә ҡоролтай ағзалары үҙ өлөшөн индерә. Беҙ йылына бер нисә рейд ойошторабыҙ, алтаҡталарҙа табылған хаталарҙың «хужаларына» хаттар яҙабыҙ, уларҙы комиссия ултырышына саҡырабыҙ, хаталар рәсемен гәзит биттәрендә күрһәтәбеҙ.
Шулай уҡ апрель айында Туймазы ҡалаһында “Ҡала башҡорттары: урбанизация һәм этниклыҡ” те-маһына арналған IX Төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияны ойоштороуҙа ҡатнаштыҡ, – тине Гәүһәр Йәүҙәт ҡыҙы.
Форумда милли мәғарифты, мәҙәниәтте үҫтереүгә, халыҡтың һаулығын һаҡлауға, эш менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы проблемалар күтәрелде. Сығыш яһаусылар һуңғы йылдарҙа башҡорт теленә иғтибарҙың кәмеүен билдәләне.
Ҡоролтайҙа шулай уҡ мәғариф өлкәһендәге закондарҙың, Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының туған телдәрҙе өйрәнеүҙе, уҡытыуҙы туған телдә ойоштороуға йүнәлтелгән булыуына ла иғтибар ителде. Халыҡ араһында туған телдә уҡытыуҙың, туған телдәрҙе өйрәнеүҙең әһәмиәтен аңлатыу эштәренең тейешле кимәлдә ойошторолмауы ла һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Туймазы ҡалаһында “Ағинәйҙәр ҡоро” берләшмәһе күптән түгел генә ойошторолдо. Ойошма бик йәш булыуына ҡарамаҫтан, ағзалары бик әүҙем. Һәр башланғысты, яңылыҡты күтәреп алып, районда ғына түгел, республика кимәлендәге сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, төрлө призлы урындар яулай ҙа инде. Туймазы үҙәк район дауаханаһы баш табибы урынбаҫары, “Ағинәйҙәр ҡоро”етәксеһе Клара Ғиздәтуллина яҙ көнө Өфө ҡалаһында үткән Милли костюмдар парадында, Дүртөйлө районында үткән республика “Шәжәрә” байрамында, Халыҡ ижады йорто, республика “Ағинәйҙәр ҡоро” һәм “Киске Өфө” гәзите редакцияһы ойошторған “Селтәр” бәйгеһендә уңышлы сығыш яһап, диплом алыуҙары тураһында һөй-ләне. Клара Хәкимйән ҡыҙы был бәйгелә 6-сы мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Г. Бикбулатова үҙенең селтәр эшләнмәләре менән ҡатнашыуын һәм киләсәктә лә был

Читайте нас: