-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экономика
22 Декабрь 2020, 17:22

Нефть ҡыуҙырыусылар күсмә лабораторияларға эйә булды

«Транснефть – Урал» йәмғиәтенә ике яңы күсмә лаборатория ҡайтты. Уларҙы предприятие филиалы - Аварияларҙы иҫкәртеү һәм бөтөрөүҙә махсуслашҡан идаралыҡтың дефектоскопия лабораторияһы файҙаланасаҡ

Магистраль торба үткәргестәрҙең линия өлөшөндә эштәр барышында ялан шарттарында иретеп йәбештерелгән ҡушылмаларҙың боҙолмауына, шулай уҡ яңы торба ҡушылмаларын төҙөгәндә радиография контроле уҙғарыу - яңы лабораториялар ошо бурыстарҙы үтәй. Уларҙы етештергәндә юғары үтеү шассиһы (КамАЗ-43118) ҡулланылған. Был күсмә лабораторияларға «Транснефть – Урал» йәмғиәте Башҡортостан һәм башҡа төбәктәрҙә хеҙмәтләндергән магистраль торба үткәргестәренең һәр төрлө участкаларында эштәр уҙғарыуҙы тәьмин итә.
Лабораториялар радиография, ультратауыш һәм визуаль үлсәү контроле өсөн кәрәкле барлыҡ ҡорамалдар һәм инструменттар менән йыһазландырылған. Мәғлүмәттәрҙе тиҙ генә эшкәртеү өсөн ноутбуктар һәм күп функциялы ҡорамалдар, элемтә менән тәьмин итеү өсөн радиостанция бар. Борт аппаратураһын электр менән 10 кВт ҡеүәтле элект генераторҙары тәьмин итә.
Барлығы Аварияларҙы иҫкәртеү һәм бөтөрөүҙә махсуслашҡан идаралыҡта 9 мобиль контроль лабораторияһы бар: 6-һы Өфө, 3-һе Силәбе дефектоскопия лаборатория участкаһында.
Мобиль лабораторияларҙы файҙаланыу географик һәм климат факторҙарына ҡарамай, эшләүсе һәм төҙөлөүсе торба үткәргес инфраструктураһын ваҡытында хеҙмәтләндереү мөмкинлеге бирәсәк. Был сара дөйөм алғанда сәнәғәт объекттарын файҙаланыуҙың юғары хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Читайте нас: