Туймазы татар дәү-ләт драма театры XXIX театр миҙгелендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса спектакль тәҡдим итә. Әлеге көндә яңы спектаклдең репетициялары башланды ла инде. Инсценировка авторы – Зөһрә Бураҡаева.
Премьера өҫтөндә театр-ҙың баш режиссёры Илнур Муллабаев эшләй. «Ауыл адвокаттары» спектакле Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.
Мостай Кәримдең повесы 1987 йылда яҙылған. Китапта өс дуҫтың яҙмышы һүрәтләнә. Өс тиҫтер, элекке ауыл малайҙары Кәшфулла, Ҡорбанғәле һәм Нурисламдың тормошо ауылдаштарының яҙмышы, илдә барған ваҡиғалар менән тығыҙ үрелеп бара. Мостай Кәрим халыҡсан тел менән көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һөйләй.