-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
22 Октябрь 2019, 19:23

“Күңелдәрҙе көзгө моң биләй...”

Дуҫлыҡ һәм Райман мәҙәниәт йорттары ижад төркөмдәре бер нисә йыл инде әүҙем эшсәнлек алып бара

Дуҫлыҡ һәм Райман мәҙәниәт йорттары ижад төркөмдәре бер нисә йыл инде әүҙем эшсәнлек алып бара. Күптән түгел ижадташтар матур концерт программаһы менән Шаран районы Ташлы ауылында сығыш яһаны. Ташлы халҡы бик йылы ҡаршыланы артистарҙы. “Хәйәт-Исмаил” дуэты үҙенең моңло тауышы менән әҫир итһә, Гөлнур Юнысова дәртле йыр һәм бейеүҙәре, Руслан Латипов яңа образы менән йәлеп итте. Инде күптән үҙ ижады менән тамашасы күңелен арбаған Малиҡовтар ғаиләһе, Артур Лазарев менән бер рәттән сәхнәгә был юлы беренсе аҙымдарын яһаусы Флүзә Шакирова ла сыҡты. Ринат Гиҙҙәтуллин иһә баянында һәр йырсының сығышын биҙәне. Азамат Әлмөхәмәтов һәм Камил Фәйҙуллиндан башҡа бер сығышыбыҙ ҙа үтмәй. Улар был юлы ла концертыбыҙға йәм өҫтәне. Альфира Ситдиҡова һәм Розалия Төхфәтшина сығышын да ташлылар үҙ итте. Менә ошондай йырлы-моңло “Көҙгө моңдар” тип аталған кисә булды был. Ауыл халҡы беҙҙе бик йылы ҡабул итте. Уларга, айырыуса беҙҙең ишле төркөмөбеҙҙе һыйындырған Фәйрүзә һәм Махиян Сәйфуллиндарға рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Читайте нас: