Туймазы районы мәҙәниәт йорттарында Республика көнөнә арналған байрам саралары үтте
Райман һәм Дуҫлыҡ клубтары коллективтарының бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшеүе күркәм йолаға әүерелде. 9 октябрҙә Райман авылы халҡы өсөн матур концерт үтһә, 11 октябрҙә Дуҫлыҡ ауылында байрам ойошторолдо.
Альфира Ситдиҡова, Альберт Исмаил, Дарья Самохина, Гүзәл Бәҙретдинова, Азамат Әлмөхәмәтов, Камил Фәйзуллин, мәктәп уҡыусыларының сығыштары Райман ауылы халҡының кәйефен күтәрҙе.
Дуҫлыҡ ауылында иһә байрам концертын Райман клубы егеттәре асып ебәрҙе. Руслан Латипов халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Тамашасылар ҙа уға ҡушылды. Дуҫлыҡ ауылы үҙешмәкәр артистары халыҡҡа йыр-моң бүләк итте. Тамашасылар яҡшы кәйеф менән сәхнә оҫталарына ҙур-ҙур рәхмәттәр әйтеп таралышты.