-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
9 Декабрь 2018, 12:18

Тормош-көнкүреш өсөн мөһим уңайлыҡтар

Октябрьский – нефтселәр ҡалаһы, шуға күрә күпселек йәштәрҙең нефть университетына йәки колледжға уҡырға инергә ынтылыуы һис ғәжәп түгел

Октябрьский – нефтселәр ҡалаһы, шуға күрә күпселек йәштәрҙең нефть университетына йәки колледжға уҡырға инергә ынтылыуы һис ғәжәп түгел. Ләкин шул уҡ ваҡытта ОКСТ – Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумына, хәҙер инде колледжға һәр саҡ ихтыяж ҙур. Уны тамамлаған егет һәм ҡыҙҙарҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһының төрлө өлкәләрендә, етәксе вазифаларҙа осратырға була. Замана кешеһенең ябай тормошо уларға бәйле: йортта йәки фатирҙа даими һыу, электр уты, газ булһын.
Мәүзил Мирзаһит улы Хәкимов (фотола) колледжда 12 йыл директор булып эшләй. Хәҙер ул пенсияла. Уның тураһында йылы хәтирәләр һаҡлана бында. Уҡыу йорто ветерандары уның хужаларса мөнәсәбәтен, ауырлыҡтарҙы етеҙ хәл итеү оҫталығын, кешеләр менән аралашыуҙағы әҙәплелеген, ябайлығын иҫкә ала. Мәүзил Мирзаһит улы матди-техника базаһын нығытыуҙы эшендә төп йүнәлеш тип иҫәпләй. Уға тиклем эшләгән Гизәр Ғимай улы Фәррәховтан ныҡ хужалыҡ ҡала, ләкин ваҡыт үҙ төҙәтмәләрен индерә. Үҙәктән финанслау булмаған килеш, ҡала коммуналь предприятиеларының шефлыҡ ярҙамына таянып, һөнәргә өйрәтеү оҫтаханалары төҙөлә (слесарь, сантехника, иретеп-йәбештереү, ағас эшкәртеү, биҙәкләү эштәре, төҙөлөш-ремонт). Уҡытыу-лаборатория корпусы үҙгәртеп ҡорола. Хужалыҡ корпусы, ярҙамсы биналар, автомобилдәр өсөн йылы гараж төҙөлә, транспорт паркы яңыртыла. Педагогтар коллективы илһамланып, кабинеттарҙы, лабораторияларҙы биҙәү менән шөғөлләнә. Йылға ике тапҡыр иң яҡшыларына бүләкле урындар билдәләнә.
Мәүзил Мирзаһит улы физик сынығыуға ҙур иғтибар бүлә. Ихатала яҡшы спорт майҙансығы, хоккей тартмаһы, полигон йыһазлана.
Разрядлы спортсылар өсөн, ә улар бында һәр саҡ күп була, спорт залы эргәһендә сауна асыла. Был яңылыҡтарҙы физик тәрбиә етәксеһе А.Осипов, өлкән физик тәрбиә уҡытыусыһы В. Иванаевский тәҡдим итә.
Дөйөм ятаҡ даими иғтибар талап итә. Душ кабиналарын яңыртыуға ирешкәс, күпме һөйөнөс булыуын күрһәгеҙ икән! Төҙөкләндереү, бөхтәлек, торлаҡ шарттары сифаты һәр саҡ иғтибар үҙәгендә була. Шуға күрә студент дөйөм ятаҡтары араһында уҙғарылған ярыштарҙа коммуналь-төҙөлөш колледжының бүләкле урындар яулауы ғәжәпләндермәй. Бында дөйөм ятаҡ тәрбиәсеһе Зимфира Нурулла ҡыҙы Маннанованың хеҙмәте ҙур.
“Уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы, техника хеҙмәткәрҙәрен – бергә эшләргә тура килгән һәр кемде һағынып иҫкә алам, – ти Мәүзил Мирзаһит улы. – Бәлки, башҡа министрлыҡтар ҡарамағындағы уҡыу йорттары кеүек тәьминәт тә яҡшы булмағандыр, ләкин беҙҙең алтын фонд – педагогтарыбыҙ, уларҙың тәжрибәһе, белеме, маҡсатҡа ынтылышы һәм эш һөйөүсәнлеге. Оҙаҡ йылдар Анисия Тимофеевна Денисова менән эшләргә тура килде – уҡыу-уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары ине ул. Белемле, зирәк ханым, ул беҙҙең өсөн өлгө булды, иң ҡатмарлы хәлдәрҙән дә сығыу юлын таба алды, сабырлығы, ҡоростай фекер йөрөтөүе менән таң ҡалдырҙы.
Тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Сания Фәрхетдин ҡыҙы Миңлебаева эшенә тоғро кеше ине. Ул уҡытыусылар менән дә, уҡыусылар менән дә уртаҡ тел таба белде. Уның етәкселегендә байтаҡ саралар үтте: кисәләр, КВН бәйгеләре, төрлө йыйылыш һәм осрашыуҙар. Быларҙың барыһына ла нисек өлгәшә икән тип ғәжәпләнә инек. Сания Фәрхетдин ҡыҙы ял итмәй кеүек ине. Ул үҙен бар булмышы менән яратҡан эшенә бағышланы.
Уҡыусыларыбыҙ һәр ваҡыт тәрбиәлелеге һәм эске матурлығы, тәртиплелеге менән айырылды. Теләп шөғөлләнде, яҡшы белгес булырға тырышты улар. Был беҙҙе, педагогтарҙы, сикһеҙ һөйөндөрҙө. Октябрьскийҙан ҡала, беҙгә Башҡортостандың һәм Татарстандың эргәләге райондарынан да балалар уҡырға килде. Һәр саҡ ауыл балаларының хәленә инергә тырыштым: улар тыйнаҡ, оялсан, шул уҡ ваҡытта тырыш, үткер, бер эштән дә сирҡанмай ине. Уларҙан, ғәҙәттә, яҡшы белгес сыға. Үҫмерҙәрҙе уҡыу йортонан ҡыуыуға ҡаршы инем. Ҡағиҙә булараҡ, баштағы мәлдә өлгөрмәгән уҡыусылар ҙа, улар менән эшләгәндән һуң, аҡылға ултыра, белгеслеген уңышлы үҙләштерә. Һуңынан үҙҙәренә ышанған, төҙәлеү, үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтеү, диплом алыу өсөн тағы ла бер мөмкинлек биргән өсөн сикһеҙ рәхмәттәр уҡый ине улар”.
Ниндәй диплом? Был – төҙөлөш, монтажлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында төрлө киң ҡулланылыш объекттарын хеҙмәтләндереү, файҙаланыу белгестәре. Шул иҫәптән – газ тәьминәте, сантехника ҡоролмалары, вентиляция, электр йыһаздары һәм башҡалар. Был уңайлыҡтар, инфраструктуранан башҡа замана кешеһенең, ҡалала йәшәйме ул, ауылдамы, тормошон күҙ алдына да килтереп булмай.
Мәүзил Мирзаһит улы 25-се микрорайондың йәмәғәт советында ла әүҙем эш алып бара. Коммуналь-төҙөлөш техникумында бик йыш йәштәрҙең ветерандар, Октябрьскийҙың маҡтаулы кешеләре менән осрашыуҙар, кисәләр, микрорайон халҡы өсөн үҙешмәкәр сәнғәт концерттары үтә. Ҡала халҡы бик теләп төҙөлөш техникумының яҡшы йыһазланған спорт майҙансығында шөғөлләнә.
Үткәндәргә байҡау яһап, Мәүзил Мирзаһит улы тормошоноң коммуналь-төҙөлөш техникумы менән бәйле өлөшөн айырым бер тойғо менән иҫкә ала. Был уҡыу йортоноң сәскә атҡан мәле, уның даны ҡаланан ситтә лә тарала, йөҙләгән ҡыҙ һәм егет нәҡ ошо йәш, абруйлы уҡыу йортонда белем алырға ынтыла. Директорҙың эшенә ошонан да оло баһа була аламы? Быйыл колледжға үҙгәртелгән техникум үҙенең 50 йыллығын билдәләй. Уны тамамлаусыларға ҡалала, республикала, илебеҙҙә бөгөн дә ихтыяж кәмемәй. Был иң мөһиме!
Читайте нас: