-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
9 Декабрь 2018, 12:28

Бер мәктәптән яҙалар

25 ноябрь – Әсәләр көнө

Әсәкәйем – һүнмәҫ ҡояшым!
Әсәй… Ниндәй яғымлы, матур һүҙ ул. Бөтә кешегә әсәй – бик ҡәҙерле, яҡын кеше.
Минең дә әсәйем – донъялағы иң яҡын, иң ҡәҙерле берҙән-бер кешем – һүнмәҫ ҡояшым! Ҡояш һәр сәскәгә үҙенең йылы, наҙлы нурҙарын нисек һипһә, әсәйем дә миңә үҙенең нурлы ҡараштары, йылы ҡосағы, мәрхәмәтле йөрәге менән йәшәүгә көс, дәрт бирә. Ул минең тормош юлымда иң тоғро юлдашым, кәңәшсем һәм иң яҡын дуҫым.
Минең әсәйемдең исеме – Регина. Уға 31 йәш. Ул Туймазы ҡалаһының 4-се урта мәктәбендә китапханасы булып эшләй.
Әсәйемдең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Бешеренгән аштары телде йоторлоҡ, бәйләгән бәйләмдәрен тотоп ҡараһаң, ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлә. Кисен наҙлап йоҡлата, ә иртән "ҡыҙым" тип һөйөп уята. Минең әсәйем иң матур, иң егәрле, иң һөйкөмлө кешеләрҙең береһе. Мин әсәйемде бик яратам.

Рузанна Ғабдуллина.
Иң ҡәҙерле кеше – әсәй
Әсәй! Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ. Әсәй һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул. “Әсәй ”тип өндәшә алыу
– үҙе ҙур бәхет. Мин – донья-ла бик бәхетле бала, сөнки йәнәшәмдә минең өсөн йән атыусы, һөйөнгәндә шатлығымды уртаҡлашыусы, ҡосағына һыйынғанда: ”Ҡыҙым, йөрәк емешем!” – тип иркәләп өндәшеүсе ғәзиз әсәйем бар.
Минең әсәйемдең исеме – Рәзилә. Ул “Минең ғаиләм” тигән магазинда кассир булып эшләй. Үҙ эшен бик ярата.
Әсәйем мине бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ла, ауыр-лыҡтарға ла бирешмәй һәр саҡ дөрөҫ юл һайларға, көслө рухлы булырға өйрәтә. Аш-һыуға, тегергә, бәйләргә, сигергә бик оҫта. Ошо оҫталыҡ серҙәрен миңә лә өйрәтә.
Мин әсәйем менән һәр ваҡыт һоҡланам, ғорурланам, унан өлгө алам һәм уның һымаҡ булырға тырышам. Һәр кемгә үҙ әсәйе донъялағы иң ҡәҙерле кеше булған кеүек, миңә лә үҙ әсәйем – ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерлеһе.

Әҙилә Йәмилева.
Минең әсәйем
Донъяла һәр бер баланың иң ҡәҙерле, иң яратҡан кешеһе – ул әсәһе.Һис сикһеҙ ул уның өсөн иң яғымлы, иң уңған, аҡыллы, матур, йәненә ҡәҙерле кешеһе.
Бала әсәй өсөн ғүмергә бәләкәй булып ҡала. Юҡҡа ғына әйтмәгәндәр "Әсә күңеле – балала" тип. Бала өсөн утҡа ла инергә әҙер улар.
Минең әсәйемдең исеме – Гөлнара. Беҙ уның менән бик яҡын кешеләр. Әсәйемдән бер ни ҙә йәшермәйем: ҡайғыларым, шатлыҡтарым менән уртаҡ-лашам. Ул һәр ваҡыт мине аңлай, мөһим кәңәштәр бирә, ярҙам итә.
Әсәйем бик уңған. Уның ризыҡтары бик тәмле була. Беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт таҙа. Мин дә әсәйемә ярҙам итергә тырышам: һауыт-һабаларҙы, иҙәнде йыуам, мәктәптә тырышып уҡыйым.
Мин бик бәхетле бала, сөнки яҙмыш миңә әсәйҙәрҙең иң яҡшыһын бүләк иткән.

Влада Юдина.
Читайте нас: