-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
19 Ноябрь 2018, 16:56

Өләсәйем

Бәләкәй саҡта олатай-өләсәйле булыу – ҙур бәхет

Бәләкәй саҡта олатай-өләсәйле булыу – ҙур бәхет. Ярҙам һорап та барырға, яҡлау эҙләп тә уларҙың йылы ҡосағына һыйынырға була. Белмәгәнеңде өйрәтеп ебәрергә лә ихластар. Тәм-том ашағың килдеме – өләсәйеңдәргә йүгер. Һин килеүгә уны әллә ҡасан әҙерләп ҡуйған булалар! Балаңдың балаһы үҙеңдекенән ҡәҙерлерәк тә була тигәндәре шулдыр, күрәһең...
Түбәндәге мәҡәлә шул дөрөҫлөктө тағы бер ҡат иҫбат иткәндәй. Уны беҙгә Баҡалы 1-се мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Аэлита Ғәниева яҙып ебәргән.
Минең өләсәйем – Нуризә Әкрәм ҡыҙы Ситдиҡова. Ул Мәсетле ерендә, Әй йылғаһы буйында тыуып үҫкән. Өләсәйем урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында белем ала. Уҡыуын тамамлағас, Баҡалы районы Ҡатай ауылында уҡытыусы булып 35 йыл хеҙмәт итә. Өләсәйем Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән белем һәм тәрбиә бирә. “Хеҙмәтенә күрә хөрмәте” тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ мәҡәле. 2005 йылда ул “Рәсәй Федерацияһында дөйөм белем биреү өлкәһенең маҡтаулы хеҙмәткәре” билдәһе менән бүләкләнде. Бынан тыш, уның Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары ла бик күп.
Бөгөн өләсәйем хаҡлы ял да, шуға ҡарамаҫтан, ул халҡы-быҙҙың йолаларын, ғөрөф- ғәҙәттәрен халыҡҡа еткереүҙе дауам итә. Ауылда Шәжәрә байрамдары ойоштора, һуғыш осоро балаларын мәҙәниәт һарайына йыйып, уҡыусылар менән осрашыу-ҙар үткәрә. Район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы ла ул, уның эшендә әүҙем ҡатнаша. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ла районыбыҙҙан делегат булып барған өләсәйем. Ауылдаштары ярата, хөрмәт итә уны, сөнки ул һәр саҡ мөләйем, ярҙамсыл, һәр кешегә эше һәм кәңәше менән ярҙам итә.
Өләсәйем менән олатайым ике балаға ғүмер һәм тәрбиә биргән, уларҙы оло тормош юлына баҫтырып, хәҙер ейән-ейәнсәрҙә-рен тәрбиәләргә ярҙамлаша. Өләсәйем беҙҙе тәмле аштар менән һыйлай, әкиәттәр уҡый. Ул йорт хужалығында ҡош-ҡорт, мал-тыуар ҡарай, баҡсала емеш-еләк үҫтерә. Буш ваҡыттарында бәйләргә, китап уҡырға ярата.
Мин өләсәйемде бик яратам, уға таҙалыҡ, оҙон ғүмер, ҡыуаныслы көндәр теләйем.
Читайте нас: