Уҡытыусы – зирәклекте һәм күңел йәшлеген, заман менән бергә атлауҙы һәм иҫ китмәле ҙур тырышлыҡты, арыу-талыу белмәй хеҙмәт һалыуҙы талап иткән үҙенсәлекле һөнәр ул. Уның хеҙмәтен үлсәрлек бизмәндәр юҡ. Район уҡытыусыларын һөнәри байрамдары менән ҡотлаған Бүздәк 2-се урта мәктәбе уҡыусылары һөйләгән шиғырҙарҙа яңғыраған төп фекер ошо булды. “Өмөт” һәм “Жемчужинки” бейеү коллективтары ла үҙ сығышын тантана хужаларына бағышланы.
Һөнәренә ғашиҡ уҡытыусы ғына һәр баланың талантын күрә һәм аса, уға ауыр ваҡытта йылмайыуы һәм йылы һүҙе менән күңелен күтәрә, тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов. Азат Марат улы һөйөнөслө яңылыҡ менән уртаҡлашты – район үҙәгендә тиҙҙән яңы мәктәп төҙөлә башлаясаҡ. Балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә индергән лайыҡлы өлөштәре өсөн район етәксеһе уҡытыусыларға республика һәм райондың юғары бүләктәрен тапшырҙы.
Район мәғариф бүлеге етәксеһе Илгиз Кашафетдинов уҡытыусыларға сәләмәтлек, эштәрендә уңыштар теләне. Ҡыҙыҡлы ла, тынғыһыҙ ҙа хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтеп, мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.
Балалар баҡсалары һәм мәктәптәр мәҙәниәт учреждениелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлназ Шәйәхмәтова иң әүҙем педагогтарҙы Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Йәшенә һәм эш стажына ҡарамаҫтан, һәр кеше үҙ эшендә һөнәри камиллыҡҡа ынтыла. Быйыл Уҡытыусылар көнө байрамы һөнәри оҫталыҡтың йыл һайын үткәрелеүсе “Йыл уҡытыусыһы” конкурсын асыу менән берләштерелгән ине. Был бәйгелә быйыл 14 уҡытыусы ҡатнашты.
Конкурсанттар үҙ коллегалары һәм фекерҙәштәре менән бергә “Үҙем һәм яратҡан һөнәрем” тип аталған ижади бәйгелә үҙҙәре менән таныштырҙы. Районда иң ҙур мәктәптәрҙең береһе булған Бүздәк 2-се урта мәктәбе уҡытыусылары сәхнәгә беренсе булып сыҡты. Мәктәп составында 5 филиал бар, унда 1100 балаға 95 уҡытыусы белем бирә. Шуға күрә был мәктәп вәкилдәре һәм конкурсанттары командаһы – иң ҙуры. Бәйгелә мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Айгөл Мөлөкова, башланғыс класс уҡытыусыһы Ләйсән Ғабдрәхимова, математика уҡытыусыһы Әлиә Солтанова, тарих уҡытыусыһы Ләйсән Вәлиева ҡатнаша. Уларҙың һәр береһе сикһеҙ океандағы утрауға тиң. Капитан – мәктәп директоры Альбина Заһирова етәкселегендә мәктәп корабле уларҙың һәр бе-реһенең янына туҡталды. Презентация уҡытыусыларҙың күмәклеге һәм тема яғынан байлығы менән айырылып торған хор сығышы менән тамамланды.
Килем мәктәбе халҡының данлы үткәнен ҡәҙерләп һаҡлай. Иң бай музей экспозицияһы булған мәктәп ул. Унда бар яҡлап та талантлы уҡытыусылар эшләй. Шу-ларҙың береһе – башланғыс класс уҡытыусыһы Гөлсинә Ғабдуллина. Килем мәктәбе коллективы уның менән таныштырҙы.
Иҫке Тауҙар мәктәбе уҡытыу-сылары – иң етеҙҙәр һәм һәр яңыны күтәреп алыусы коллектив. Унда йәш һәм дарманлы уҡытыусылар эшләй. Физкультураны нигеҙҙә ир-аттар уҡытыуға күнеккәнбеҙ. Ә бына Иҫке Тауҙар мәктәбендә был дәрестәрҙе һөйкөмлө һәм маҡсатына ирешеүсән, спорт үрҙәрен яуларға әҙер Ләйсән Моратова алып бара. Конкурсҡа сәләмләү сифатында коллегалар, балалар һәм ата-әсәләр ҡатнашлығында спорт-музыкаль композиция алып килгәндәр. Уларҙың сығышы теләһә ниндәй йәштә лә спорт менән шөғөлләнеүҙең һәм сәләмәт тормош алып барыуҙың мөһимлеген күрһәтте.
Ҡаран урта мәктәбе уҡытыу-сылары хаҡлы рәүештә иң әүҙем һәм ижади коллектив иҫәпләнә. Бәйгелә ҡатнашасаҡ рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Таңһылыу Сабитова – уйлап табыусан һәм үҙенсәлекле уҡытыусыларҙың сағыу миҫалы. Ҡаран мәктәбе коллективы уның менән “Модный приговор” тапшырыуы рәүешендә таныштырҙы. Оҫта башҡарылған импровизация бик күңелле килеп сыҡты. Ҡаран уҡытыусылары сәхнә образына ла ҙур иғтибар бүлгән – йомғаҡлау йырына улар барыһы ла матур зәңгәр күлдәктәрҙә сыҡты.
Кәпәй-Ҡыбау мәктәбендә ныҡлы белемле һәм норматив документ-тарҙы яҡшы белгән уҡытыусылар эшләй. Мәктәптең башланғыс класс уҡытыусыларының методик берләшмәһе – иң ҙуры. Башланғыс класс уҡытыусыһы Рәзинә Нафи-ҡованың сығышы – ябай ауыл уҡытыусыһының тормошо хаҡында һөйләүсе матур әкиәт ине.
Ҡаңны-Төркәй урта мәктәбе башҡорт халҡының тарихын һәм йолаларын, танылған яҡташтары хаҡындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай. Башланғыс класс уҡы-тыусыһы – дарманлы, аҡыллы, талантлы Әлиә Арыҫланова коллегалары менән бергә мәктәптең ғәҙәти тормошон ғәҙәти булмағанса – дәрестәрҙе һәм тәнәфестәрҙе дәртле бейеү рәүешендә күрһәтте.
Ғафури мәктәбе – районда иң алдынғыларҙың береһе. Унда 150-гә яҡын бала белем ала. Мәктәптә тәжрибәле уҡытыусылар менән бергә йәш уҡытыусылар ҙа эшләй. Конкурста ҡатнашҡан Элина Асҡарова балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләй. Презентацияны замана һәм ауыл халҡы проблемаларына ла ҡағылған шаян сәхнә күренеше итеп әҙерләгәндәр. Популяр “Окей, гугл” тамашасыларға Элина Зөфәр ҡыҙы һәм уның эше хаҡында ентекле һөйләне.
Иҫке Боғаҙы урта мәктәбе коллективы үҙенең хәбәрҙарлығын күтәрергә тырышыу йәһәтенән айырыла. Уҡытыусылар үҙ һөнәрҙәрендәге барлыҡ яңылыҡты эштәрендә ҡулланырға тырыша. Бәйгенең беренсе этабына әҙерлектә лә коллектив ҙур фантазия күрһәткән. Башланғыс класс уҡытыусыһы – үҙ эшенә мөкиббән, ижади Эльза Нәжмиеваны “Битва экстрасенсов” телетапшырыуынан килгән “экстрасенстар” һәм “күрәҙәселәр” таныштырҙы.
Һуңғы булып Бүздәк 1-се урта мәктәбе коллективы сығыш яһаны. Бер быуатлыҡ тарихҡа эйә был мәктәптә үҙ эшен яҡшы белгән һәм яратҡан уҡытыусылар эшләй. Бәйгелә ҡатнашыусы өс уҡытыусы менән таныштырырға өсөнсө класс уҡыусылары ярҙам итте, ҡыҙыҡлы шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе улар. Улар артынан сәхнәгә яңылыҡтар тапшырыуын алып барыусы 7-се класс уҡыусыһы Тигран Сакаев сыҡты. Ул уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлаған арала махсус хәбәрсе Элиза Дистанова 1-се мәктәптән ашығыс репортажы менән тура эфирға сыҡты. Был эфир конкурсҡа сығыусы уҡытыусының кемлеген асыҡланы. Фекерҙәр төрлө булһа ла, балаларҙың яратҡан уҡытыусылары – башланғыс клас-тарҙа белем биреүсе Айгөл Алмаева, инглиз теле уҡытыусыһы Анжела Ҡунаҡҡужина, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лариса Медведева бәйгеселәр булды. Конкурсанттар-ҙы интернет-сайттарҙың ситтән тороп уҙғарылған бәйгеһе, таныш булмаған кластарҙа дәрес биреү, оҫталыҡ дәрестәре, конкурстың бер өлөшө булған “Мин – уҡытыусы” тигән эссе яҙыу көтә. Был бәйгеләр декабрь-ғинуар айҙарында үтәсәк.
Районда өҫтәмә белем биреүгә лә иғтибар ҙур. “Олимп” өҫтәмә белем биреү үҙәгенә йөрөүсе балалар һәм волонтёрҙар уҡытыусыларҙы үҙенсәлекле концерт номерҙары менән ҡотланы. Сабай мәктәбенең өҫтәмә белем биреү педагогы Гүзәл Фәхретдинова уҡытыусыларға үҙе-нең йырын бүләк итте.
Был сара лайыҡлы конкурсанттарҙы һәм педагогик коллек-тивтарҙың сағыу сығыштарын күреү мөмкинлеге бирҙе. Улар үҙҙәренең талантлы, ижади, дарманлы икәнлектәрен йәнә бер ҡат иҫбатланы.