-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
26 Октябрь 2018, 18:52

Хеҙмәт ветеранына 90 йәш

Дүртөйлө ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапханаһы хеҙмәткәрҙәре остаздары, хеҙмәт ветераны Анастасия Лазареваны 90 йәшлек юбилейы менән ҡотланы

Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар: муниципаль район хакимиәте башлығы И. Сәмиғуллин, Дүртөйлө ауыл биләмә-һе башлығы Л. Ғибатова, муниципаль район ветерандар советы рәйесе М. Сәйетов, Дүртөйлө ауылы ветерандар советы рәйесе И. Андреева һәм юбилярҙың ауылдаштары саҡырылды.

Анастасия Васильевна 1928 йылдың 1 сентябрендә Дүртөйлө ауылында донъяға килә. Һуғыш осоронда ҡырҙа, колхоз амбарында эшләй, ата-әсәһенә йорт хужалығын алып барыуҙа ярҙамлаша. Һуғыштан һуң ике йыл һарыҡ фермаһында эшләй, ә 1948 йылда уны клуб мөдире итеп ҡуялар һәм бер үк ваҡытта колхоз комсомол ойошмаһы секретары вазифаһын да йөкмәтәләр. Йәштәр клубта төрлө саралар үткәрә, йәмәғәт эштәре башҡара, колхоз һәм район тормошонда әүҙем ҡатнаша.

1949 йылда Анастасия Васильевнаны Өфөгә клуб эше буйынса уҡырға ебәрәләр. Яҡшы уҡығаны һәм өлгөлө тәртибе өсөн уны 10 метр ҡыҙыл туҡыма һәм гармун менән бүләкләйҙәр. Ә 1950 йылда активист ҡыҙҙы ауыл комсомол ойошмаһынан республика комсомол конференцияһына делегат итеп һайлайҙар.

1953 йылда Анастасия Лазарева ауылдашы Тихон Алексеев менән ғаилә ҡора. Бер-бер артлы улдары Анатолий һәм ҡыҙҙары Татьяна донъяға килә. Тик уларҙың ғаилә бәхете оҙаҡҡа һуҙылмай. Анастасия Васильевна 33 йәшендә тол ҡала, әммә йәш ҡатын һынмай, сөнки, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, балаларын аяҡҡа баҫтырырға кәрәк була.

Йәй айҙарында төп эшенән тыш колхоз баҫыуҙарына утауға йөрөй. Һайлау-ҙар осоронда һайлау комиссияһының алыштырғыһыҙ сәркәтибе, шулай уҡ колхоз ревизия комиссияһы ағзаһы, халыҡ суды заседателе була. 1983 йылда ул лайыҡлы ялға сыға. А. Лазарева “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн”, Бөйөк Еңеү хөрмәтенә юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.

Бөгөн Анастасия Васильевна ҡыҙы Татьяна Тихоновна менән бөтә уңайлыҡта-ры булған йортта йәшәй. Уларҙың матур ихатаһы – ауылыбыҙҙың ғорурлығы. Күҙ яуын алырҙай сәскә түтәлдәре, ҡаралған йәшелсә баҡсаһы, мул уңыш – былар ба-рыһы уларҙың көндәлек тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе.

Татьяна Тихоновна ла, атаһы Тихон Павлович та 1 сентябрҙә тыуған. Әсәһен ҡотлағанда, ихтыярһыҙҙан, Татьяна Тихоновнаның күҙҙәре йәшләнде: “Әсәйебеҙҙең гел фуфайканан йөрөгәнен хәтерләйем, ә беҙ бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәнек: матур күлдәк һәм туфли кейҙек. Студент йылдарымда яҡшы пальто һатып алды ул миңә.

Үҙемде белә-белгәндән бирле әсәй клубта эшләне, ауыл халҡының ял сәғәттәрен ойошторҙо, йәштәр клубта бейегәндә, саралар үткәргәндә бильярд өҫтәлендә йоҡлап киткән саҡтарым йыш булды. Ә үҫә төшкәс клубҡа уның урынына үҙем бара башланым. Һәйбәт ваҡыттар ине ул. Беҙҙе матур итеп үҫтергәне өсөн ҙур рәхмәт әсәйгә”, – тип тамамланы ул һүҙен.

Ирина Николаевна Анастасия Ва-сильевнаның эшләгән ваҡыттары ту-
раһында иҫкә алып һөйләне: “Ҙур булмаған ағас бинала һәр ваҡыт таҙа һәм кеше күп булыуын хәтерләйем. Яғып йылытылмаған клубта ул йылы атмосфера тыуҙырҙы һәм шуға күрәлер инде беҙ һалҡынды тоймай инек. Бында фильмдар ҡарарға ла, шашка, шахмат, бильярд уйнарға ла, ә иң мөһиме, пластинкаға, баянға ҡушылып бейергә лә мөмкин ине. Клубыбыҙ бер ҡасан да буш торманы. Беҙҙең быуын уға бик тә рәхмәтле!”

Л. Ғибатова, М. Сәйетов һәм ауыл халҡы ла йылы рәхмәт һүҙҙәре менән сығыш яһаны.

Беҙ Һеҙгә, Анастасия Васильевна, һәм ҡыҙығыҙға һаулыҡ, именлек теләйбеҙ.

Читайте нас: