+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
4 Октябрь 2018, 14:12

Тирә-йүнгә иман нуры сәсә

Күптән түгел Шаранбаш Кенәз ауылында «Факиә» мәсетенең асылыуына теүәл 10 йыл тулды.

Күптән түгел Шаранбаш Кенәз ауылында «Факиә» мәсетенең асылыуына теүәл 10 йыл тулды. Шул айҡанлы тантаналы байрам үтте бында. Көн үтә эҫе лә түгел, иҫкән ел дә яғымлы ине.

Халыҡ әүҙем әҙерләнеп тәғәйенләнгән ваҡытҡа килеп етте. Саҡырылған ҡунаҡтар, ситтән ҡайтҡан ауылдаштар, милләттәштәр, мәктәп уҡыусылары һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар бик күп ине. Һәр кемдә байрам кәйефе, күңелдәрендә ихласлыҡ. Оло йәштәге аҡ инәйҙәр, олатайҙар ҙа килмәй ҡалманы. Байрамды райондың мәхәллә етәксеһе Мәнфәс хәҙрәт хажи Садиҡов башлап ебәрҙе.

Мәнфәс Сабит улы мәсет асылғандан һуң ниндәй эштәр башҡарылғанын, дини байрам-дарҙың үтеүен һөйләне. Ысынлап
та, ауыл халҡы һәм ярҙам итеүселәр берлеге менән күп эштәр башҡарылды. Мәсеттең тирә-яғы тәртиптә тотола, баҡсаһына сәскә һәм ҡыуаҡтар ултыртылған. Бында килгән һәр мосолман һәм дини ярҙамға мохтаж кешеләр күңелдәренә рухи аҙыҡ, иман нуры туплай. Сөнки кем генә килмәһен һәм ниндәй осраҡ булмаһын, хәҙрәт һәм уның ярҙамсылары изге ғәмәлдәре менән кешеләргә ярҙам итергә тырыша. Әлбиттә, баштағы мәлдәрҙә иманды һәм динде тергеҙеүе еңелдәрҙән булмағандыр. Сөнки Мәнфәс хәҙрәт һәм уның ғаиләһе Себер тарафтарында йәшәй, уның ныҡлы һәм иманлы ғаилә әһелдәре ярҙамы менән һәм ауылдаштар берлегендә мәсет эше яйға һалына. Хаҡлы ялға сыҡҡас хәҙрәт тыуған яҡтарына ҡайтты, бында инде ысын мәғәнәһендә дин һәм иман юлына ныҡлы һулыш бирҙе.

Ул көндөҙөн мәсеттә изге ғәмәлдәр үткәрһә, кистәрен ауыл һәм тирә-яҡ ауыл кешеләренә, теләгән һәр бер кешегә дин һабаҡтары бирә. Мәсеттә йома намаҙҙары, ураҙа ваҡытында тәрәүих намаҙҙары, ҡорбан һәм башҡа дини йола байрамдары үтә. Шуныһы шатлыҡлы, дингә ата-әсәһенән бигерәк балалар, үҫмерҙәр килә. Ни өсөн тигәндә, беҙ һәм оло йәштәге кешеләр социологик тәрбиәлә үҫкәнбеҙ. Хатта сирек быуаттан ашыу мәктәптәрҙә һәм уҡыу йорттарында атеизм дәрестәре үткәрелде.

Ун йыл эсендә бик күп ауылдарҙа ғибәҙәтханалар асылды. Байрам тантанаһына ошо изге эште башҡарған имам-хатиптар, хәҙрәттәр, дин әһелдәре саҡырылғайны. Уларҙы күреүгә халыҡ бик шат булды.

Йома намаҙҙарына ғаиләләре менән йөрөүселәр бик күп. Ниндәй генә һауа торошо булмаһын, улар эштән һәм юлдарҙан еңеллек менән Аллаһ йортона килеп етә. Мәсеттәр асылыуы дингә оло этәргес көс булып тора. Иншаллаһ, дини китаптар, әсбаптар бик күп, күп мосолмандар почта аша дини гәзит һәм журналдар алдыра. Бик күп йәштәр һәм апай-ағайҙар мәҙрәсәләргә уҡырға ебәрелде һәм ғилем алды. Мәсеттәрҙә дини йолаларҙы үт-кәреү өсөн яйлап бөтә шарттар тыуҙырыла.

Күп кенә сал сәсле олатайҙар һәм өләсәйҙәр сығыш яһаны бында. Уларҙың теләктәре бер: Аллаһы Тәғәлә беҙгә тәүфиҡ һәм тәҡүәлек насип итһә ине, халыҡтарыбыҙҙы пак итһә һәм риза булмаған ғәмәлдәрҙән һаҡлаһа ине. Үҙебеҙ төҙәтелгән матур холоҡтар менән балаларға тәрбиә бирә алһаҡ ине.

Байрам бик оҙаҡ дауам итһә лә арыған кеше булманы. Киреһенсә, уларҙың йөҙө шат һәм күңеле ихлас ине. Байрам мул һәм хәләл ризыҡтар менән әҙерләнгән өҫтәл менән бик күркәм күренде. Унда сәй һәм ҡайнар аш, милли ризыҡтар әҙерләнгән.

Киләсәктә лә беҙҙең өсөн һәм теләгән һәр бер мосолман, балалар өсөн мәсеттәрҙең, ғибәҙәт йорттарының ишектәре асыҡ булһын, имен тормош, донъя бәрәкәте һәм тыуаһы һәр сабый киң ризыҡ, иман менән донъяға ауаз һалһын! Донъяларыбыҙ имен һәм изге эштәр, дини ғәмәлдәр менән тулы булһын, һау-сәләмәт булайыҡ.

Читайте нас: