-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
14 Сентябрь 2018, 14:04

Йәйге каникулдар фәһемле үтә

Йәйге каникулда берәүҙәр ҡалалағы туғандарына юлланды, икенселәр лагерҙарҙа ял итә, кемдәрҙер ауылда ҡалып ата-әсәһенә булышыуҙы хуп күрә.

Районыбыҙҙа балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең йәйге ялын ойоштороуға, һаулығын нығытыуға һәм теләгәндәрҙе йәйге осорҙа эш менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бирелә.

Йәйге ял мәсьәләһен хәл итеү менән мәғариф, Хеҙмәт һәм халыҡ-ты социаль яҡлау бүлектәре, Йәш-тәр эштәре, спорт һәм туризм секторы, мәҙәниәт бүлеге шөғөлләнә.

Беҙҙең Ямаҡай ауылы китапханаһы ла балаларҙың ялын фәһемле һәм мәңге онотолмаҫ яҡты хәтирәләр ҡалырлыҡ итеп ойоштороуға күп көс һала. Уның етәксеһе Айҙар Әкрәм улы Ҡарасурин Рәсәйҙә – Ирекмәндәр, Башҡортостанда Ғаилә йылы булыуын иҫәпкә алып, төрлө мәҙәни, спорт саралары үткәрә. Унда төрлө уйын программалары, викториналар, рәсем конкурстары, саф һауала уйындар үткәрелә. Балалар китапханаға теләп йөрөй, сөнки бында уларҙы шатланып ҡаршылайҙар. Шулай уҡ китапханала яңы китаптар, күргәҙмәләр ҡарау, йәнле һөйләшеү ҙә ҡаралған.

А. Ҡарасурин балаларҙа хал-ҡыбыҙҙың тарихына, күркәм йолаларына, мәҙәниәтенә, ғөрөф – ғәҙәттәренә төрлө уйындар, бәйгеләр аша ихтирам тәрбиәләй. “Балаларҙы тәбиғәткә алып сығыу, дарыу үләндәрен өйрәтеү, ағастарҙы, ҡоштарҙы таныу, ерҙең ҡеүәтен алыу, ҡояш нурында иркәләү – быларҙың барыһы ла үҫеп килгән быуынға тормош һабағы бирә”, – ти Айҙар Әкрәм улы.

Читайте нас: