-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
17 Август 2018, 19:22

Күңел биҙәген өләшеп

Күптән түген Шаран район мәҙәниәт йорто фойеһында Күгәрсен Бүләк ауылында йәшәүсе Зинфира Зәйҙуллинаның яңы ғына табанан төшкән “Күңелем биҙәктәре” исемле китабының исем туйы үтте.

Кешеләрҙе ҡыуандырһам,

Файҙа яһап, йыуата алһам,

Белегеҙ, дуҫтар, барыһы –

Күңелем биҙәктәре.

(З. Зәйҙуллина).


Күптән түген Шаран район мәҙәниәт йорто фойеһында Күгәрсен Бүләк ауылында йәшәүсе Зинфира Зәйҙуллинаның яңы ғына табанан төшкән “Күңелем биҙәктәре” исемле китабының исем туйы үтте.

Байрам түрендә Шаран районы муниципаль район хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллин, Өфөнән килгән ҡунаҡтар – шағирә, журналист, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Гөлназ Ҡотоева һәм журнал етәксеһе Гөлнара Хәлфетдинова, 2016 йылдан бирле районыбыҙҙа әүҙем эшләп килеүсе, ижад дәрте менән яныусы "Илһам" ижад берләшмәһе ағзалары, биләмә-ара китапхана хеҙмәткәрҙәре, ауыл китапханасылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, уҡыусылар ҡатнашты.

Түҙемлелек, кеше һөйләгәндәрҙе иғтибар менән тыңлау, йыйылған мәғлүмәттәрҙе фәнни стилдә эшкәртеү, ауылдың, йәшәйештең ваҡиғаларын йыраҡ тарихтан бөгөнгө көнгә тоташтырыу, яңынан яңы хеҙмәттәрҙе туплау эштәрен башҡарып, күп йыллыҡ эшсәнлектең һөҙөмтәһе булған “Күңелем биҙәктәре” китабы барлыҡҡа килгән.

“Һәр теләгән кешегә ошо китабым ҡулланыу өсөн файҙа була алһа, минең менән бергә, тойғо-хистәремде уртаҡлашып, йәшәйешебеҙҙең хо-зурлығын күрергә, ял сәғәттәрен күңеллерәк итеп үткәрергә ярҙам итһә, мин бик шат булыр инем!” – тип яҙа автор инеш һүҙендә.

Китаптың төп өлөшөн йәшәйеште сағылдырған, тыуған яҡҡа, ергә, ауыл халҡына, уның тормошона тоғролоҡ хисе һәм ихтирамлылыҡ тәрбиәләү менән һуғарылған шиғырҙар, бәйеттәр алып тора. Шулай уҡ, китапта Шаран районының билдәле шәхестәре, ауыл, колхоз тарихы тураһында материалдар тупланған, Зинфира апайҙың төрлө ваҡиғаларға арналған радиохәбәрҙәре, матбуғат биттәрендә сыҡҡан мәҡәләләре урын алған. Шулай уҡ китап авторы китапты баҫтырыуҙа ҙур теләктәшлек күрһәткәне өсөн Шаран районы хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллинға, фоторәссам РФ һәм БР Журналистар берлеге ағзаһы Рәил Мусинға, шиғырҙарҙы башҡорт теленә тәржемә итеүсе, БР-ҙың Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Конгресының Шаран районы башҡарма комитеты рәйесе Зиниә Дияроваға ҙур рәхмәттәрен белдерҙе.

Уның әҫәрҙәрендә бөгөнгө халыҡтың көнкүреше, тормошо, уларҙы борсоған проблемалар, актуаль мәсьәләләр, әхлаҡ, тәрбиә нигеҙе киң сағылыш таба.

Китапҡа килгәндә, шуны әйтәһе килә: ул бик матур эшләнгән. Зинфира апай китапҡа ҡатмарлы исем дә эҙләмәгән. Ә аныҡ тормошҡа, ҡатын-ҡыҙҙарға тап килгән "Күңелем биҙәктәре" тигән исем тапҡан.

Ысынлап та, авторҙың тормошто нисек бар, шулай ҡабул итеүе, яратыуы, йәшенә лә, ҡартына ла тигеҙ ҡарашы, олоһон-кесеһен хөрмәт итеүе – барыһы ла уның күңел биҙәге ул.

Инде үҙ ихатаһында тарих, тыуған яҡты өйрәнеү музейын тергеҙеүе, уны асыуға ирешеүе – үҙе бер иҫ китмәле хәл. Музей эсенә байтаҡ ҡына тарихи экспонаттар, мәғлүмәттәр, сәхифәләрҙе һыйҙырған. Бөгөн үҫеп килеүсе быуынды патриотик рухта, хистәргә һуғарып тәрбиәләү, йәштәргә 50-100 йыл элек булған тормошто тасуирлау өсөн барыһы ла бар.

Зинфира апайҙың шиғырҙарынан илһам ала бөгөнгө йәш быуын. Улар,
үҙ сиратында, китаптан шиғырҙар-ҙың иң-иңдәрен һайлап алып сығыш яһаны. Уҡыусыларҙың сығыштары байрам кисәһен шул тиклем биҙәне. Һәр шиғыр еренә еткереп, тасуири һәм ихлас итеп башҡарылды, уҡыусыларҙы махсус әҙерләгән Түбәнге Зәйет мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Бәһиә Шәймәрҙәноваға ҙур рәх-мәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Кисәне сценарий авторы Лия Фәхретдинова менән Нөрәй ауыл китапханаһы китапханасыһы Резидә Шакирова алып барҙы. Байрамды музыкаль яҡтан йөкмәткеле концерт номерҙары биҙәне. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Рәүфә Дәү-ләтова, Артём Сидоров, Гүзәл Хәлилова, Әлфирә Әхмәтова, Дания Шәрифуллина, Лия Фәхретдинова башҡарыуындағы йырҙар кисәгә тағы ла йәм өҫтәне.

Көндәлек мәшәҡәттәр, ығы-зығылы заман менән бергә атларға тырышыу беҙҙе әҙәбиәттән, рухи ҡиммәттәрҙән ситләштерә. Бөгөн, донъяның матди яғы өҫтөнлөк алғанда, һәр кемдең күңеле рухи шиғриәткә сарсаған. Донъялағы бөтә матурлыҡты, гүзәллекте, тормошта булған төрлө хәлдәрҙе ябай ҙа, тапҡыр ҙа итеп шиғри юлдарға һалыу – тик илһамлы, шиғри күңел өсөн генә еңелдер, ә шиғырҙар аша халыҡ күңеленә уй-фекерҙе еткереү – үҙе бер бәхеттер.

Зинфира Зариф ҡыҙының 2013 йылда “Һуңлап килгән ижад” тип исемләнгән беренсе китабы баҫылды. Был китабы татар телендә, ә “Күңелем биҙәктәре” башҡорт телендә сыҡты.

Эйе, изге әсәй, абруйлы өләсәй, үҙ асылына тоғро ҡалып, әйтер кәңәш-һүҙҙәрен дә шиғыр юлдары аша еткерә ил инәһе. Ғаиләһендә лә бик ихтирамлы ул – балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән бәхетле ғүмер йомғаҡтарын һүтә Зинфира апай. Бөгөн дә ул ҡабаланмай ғына ижад тауына үрләй. Киләсәктә лә яңы шиғырҙары, хикәйәләре менән шатландырып торор тигән өмөттә ҡалабыҙ. Йор күңелле, асыҡ йөҙлө, шиғри йәнле Зинфира апайҙың ижад шишмәһе һис һайыҡмаһын, ҡәләме үткер, фекерҙәре тос, уҡыусылары күп булһын тигән иң яҡшы һәм изге теләктәрҙә ҡалабыҙ.


Читайте нас: