Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы күп тармаҡлы мәҙәниәт үҙәге һәм урта мәктәп коллективтары йылы ҡаршы алды. Сара башында залда ултырыусыларҙы яҙыусының тормош юлы һәм ижады менән таныштырҙылар.
Конкурсанттар өс йәш төр-көмөндә ярышты, яҙыусының әҫәрҙәрен сыуаш һәм рус телдәрендә уҡыны. Был күберәк ғибрәтле хикәйәләр ине. Кесе һәм өлкән йәш төркөмдәре уҡыусылары араһында еңеүсе тип Анна Алексеева, Егор Черепанов (Түбәнге Оло Йылға ауылы мәктәбе) һәм Ирина Никитина (Ялан Шишмә ауылы мәктәбе) танылды. Ололарҙан 1-се урын Ялан Шишмәнән китапханасы Елена Алексееваға (фотола) һәм Рәтамаҡтан Флүр Исламовҡа бирелде. Призерҙар иҫәбендә – Екатерина Зарянова, Виктория Крюкова, Антон Андреев, Кристина Лукьянова, Кирилл Черепанов (Түбәнге Оло Йылға ауылы мәктәбе), Нәзирә Сәфиуллина, Гүзәлиә Арсланова (Рәтамаҡ ауылы). Ҡалғандар ҡатнашыусы дипломдарына лайыҡ булды.
Замана кешегә төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә. Тап ошо көндө ҡайһы бер уҡыусылар уларҙан файҙалана алды. Бәйгегә килә алмағандар, видеотаҫмалар ебәреп, еңеүсе һәм призер булды. Роза Аҫылханованың видеоролигын айырыуса билдәләп үтәһе килә. Унан беҙ мәғрифәтсенең хикәйәһен нисек итеп балалар баҡсаһында дәрестәрҙә уҡыуҙарын күрҙек. Был – мәҙәниәт теленең һәр кемгә аңлашылыу өлгөһө. Ә яҙыусы өсөн иң яҡшы һәйкәл ул уның быуаттар үткәс тә уҡыла торған ижад емештәре.
– Киләсәктә ҡатнашыусылар тағы ла күберәк булыр, тип ышанабыҙ. Һәм бәйгене үткәреүгә, Яковлев әҫәрҙәрен уҡыуға яңы ҡараштар килеп сығыр, бәлки. Ә ижади ярыш үҙе уҡыусылар менән эш итеү төрҙәренең береһе буласаҡ, – тип билдәләне сараны алып барыусы, Түбәнге Оло Йылға ауылы китапханаһы хеҙмәткәре Светлана Яковлева һәм баһалама ағзалары, район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Зөлфиә Ғүмәрова, Венера Зәй-ҙуллина, шулай уҡ китапхана эше ветераны Галина Ванюшина.