-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
22 Июнь 2018, 13:19

Бейеү һәм юмор тулҡындарында

Мәҙәниәт һарайында “Бейеүле ғүмер” район хореография конкурсы үтте

Мәҙәниәт һарайында “Бейеүле ғүмер” район хореография конкурсы үтте

Әле күптән түгел генә барлыҡҡа килһә лә (икенсе тапҡыр үткәрелде), ҡатнашыусылар һанына ҡараһаң, фестиваль популярлыҡ яулай. Энергиялы ритмдар һәм лирик пластика һөйөүселәр бәйгегә бик етди әҙерләнгән. Жюри иғтибарына 40-ҡа яҡын сығыш тәҡдим ителде. Бейеүҙең сиктәр белмәгәнлеге айырыуса ҡыуандыра. Барыһы ла бейене – олоһо һәм кесеһе, шулай уҡ сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле булғандар ҙа. Ҡыҫҡаһы, тормоштарын бейеүһеҙ күҙ алдына килтермәгән һәммәһе. Иң яҡшы башҡарыусылар шул уҡ көндө Гала-концертта сығыш яһаны. Шунда уҡ бүләкләү ҙә булды.

Коллективтар араһында урындар түбәндәгесә бүленде: 1-се урын – “Каблучок” (Усман Ташлы ауылы мәктәбе); 2-се урын – “Гөлрус” халыҡ бейеү ансамбленең уртансы төркөмө (Йәрмәкәй ауылы), “Россиянка” (Һигеҙенсе Март исемендәге ауыл клубы); 3-сөурын – Д. Әхмәтшина һәм Э. Сә-фиуллина (Рәтамаҡ мәктәбе), “Сәләмәтлек” (Йәрмәкәй ауылы). Айырым башҡарыусылар араһында тамашасыларҙы үҙе-нә Розалина Кашапова (Усман Ташлы ауылы мәктәбе) ғашиҡ итте, Физәлиә Дилмөхәмәтова (Яңы Шах ауылы клубы) һәм Эльза Сәфиуллина (Рәтамаҡ ауылы мәктәбе) икенсе булды, өсөнсө урынға Ульяна Боброва (Яңы Сүлле ауылы) һәм Артур Нуриәхмәтов (Йәрмәкәй ауылы) сыҡты. Еңеүселәр, призерҙар һәм номинанттарға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Әлеге кисәлә тамашасылар хореография сәнғәте менән генә һоҡланып ҡалмайынса, рәхәтләнеп кешеләр етеш-һеҙлектәренән, барыһына та-ныш булған тормоштағы хәлдәрҙән көлдө. Уларҙы үҙ-ҙәренең юмористик сценкаларында шул тиклем күңелле, оҫта, еңел итеп Р. Ишембәтов исемендәге “Тамаша-2018” район театр коллективтары фестивале еңеүселәре күрһәтте. Конкурсҡа тәҡдим ителгән 17 постановканан Гала-концертта ысын сатира, ирония һәм юмор оҫталары ҡатнашты. Был Иҫке Шах (1-се урын, етәксеһе Р. Фәсхетдинова), Яңы Шах (2-се урын, етәксеһе Р. Мәжитов), Спартак (3-сө урын, етәксеһе Е. Максимова) һәм Иҫке Сүлле (3-сө урын, Г. Ҡотлойова) ауылдары артистары.

Читайте нас: