+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
29 Май 2018, 18:40

Шифалының шифаһы

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы тыуған ауылымдың билдәле урындары менән таныштырырға булдым.

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы тыуған ауылымдың билдәле урындары менән таныштырырға булдым. Әүлиә ҡәберлеге һәм Шифалы шишмә тураһында бик күп кешенән төрлө мәғлүмәт йыйып, “Шишмә – йәшәү сығанағы” темаһына фәнни-эҙләнеү эше яҙып һәм, “Йәнгүзәл” театр берләшмәһе ағзалары бергәләп сценарий төҙөп, “Башҡортостан ынйылары” бәйгеһендә сығыш яһағайныҡ. Шуға ла был тема миңә таныш, гәзит уҡыусыларҙы ла ҡыҙыҡһындырыр, тип уйлайым.

Был риүәйәтте 1938 йылда Ярмунса ауылында тыуған Ҡотоев Хәлил Әхмәҙулла улынан яҙып алғайныҡ:

“Борон заманда бер мосафир – Әүлиә ошо яҡҡа килеп сыға. Ул халыҡҡа киләсәктә эсендә кеше йөрөр тартма (телевизор), сымдан килгән тауыш (радио), үҙе осор тимер ҡош (самолет), баҫыуҙа, ялһыҙ, ер майы менән туҡланып көн-төн эшләр тимер ат (трактор) һ.б. тураһында һөйләй, тормоштоң үҙгәрәсәген, халыҡтың тигеҙ буласағын бәйән итә. Бай ҡуштандары ҡотҡо таратыуҙа ғәйепләп, Әүлиәне үлтерә. Халыҡ уны ҡәҙерләп шул ергә ағас төбөнә ерләй. Оҙаҡламай ҡәберҙән өҫтәрәк, таш араһынан, ҡиблаға ҡарап урғылып, шишмә бәреп сыға. Халыҡ һыуҙың күп нәмәгә файҙаһы тейеүен иҫкә ала һәм Шифалы шишмә тип атай. Һыуы бик һалҡын. Тамаҡҡа һыуыҡ теймәһен, тип кейемдән берәй төҫлө еп алып шундағы ҡыуаҡҡа бәйләйҙәр, йәки “Һыу, һыу, мине тотма, шуны тот”, – тип һыуға ағыҙалар.

1938 йылғы Ноғоманова Миниса апай Шифалы шишмә тураһында тағы ла бер риүәйәт һөйләне: “Шифалы шишмә” тип атауҙары төрлө сырхау кешеләрҙең һыуын эсеп һауығыуына бәйле, бит-ҡулды йыуып күптәр ауырыуҙан ҡотола. Халыҡ күңелендә шундай бер хәтирә һаҡланған: элекке заманда бер егет һуҡыр әсәһен дауалар өсөн танылған табипҡа алып китеп барған була. Юлда аттарын ял иттереп, һыу эсереп алырға ошо шишмә эргәһендә туҡтайҙар. Егет атын туғара ла, әсәһен шишмәгә алып төшә. Юлда арыған, эҫегә әлһерәгән әсәнең һалҡын һыу менән битен йыуыуы була, күҙҙәре күрә башлай. Ошо ваҡиғанан һуң шишмә һыуының шифаһы тураһындағы хәбәр бөтә тирә-яҡҡа тарала”.

Йыл һайын 7 июндә, Сәғәт һуҡҡан көндө бында тирә-яҡтан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә халыҡ йыйыла. Олатайҙар Ҡөрьән уҡыйҙар, инәйҙәр төрлө үләндәр һалып сәй ҡайната. Бөтәһе лә ҡышҡылыҡҡа дарыу үләндәре йыя. Иҫке стиль буйынса иң оҙон көн Сәғәт һуҡҡан көн тип йөрөтөлә. Был ваҡытта яҡтылыҡ та, дым да етерлек була, үләндең һуты һаҡлана, шифаһы күп була. Һыуҙы өйгә алып ҡайтып күпме һаҡлаһаң да тынсымай, шифаһын юғалтмай. Кешеләр, тәбиғәткә рәхмәт әйтеп, һыуға хәйер (тин аҡсалар) һала.

Быйыл мин дә атай-әсәйем менән 7 июндә Шифалы шишмәгә барҙым. Халыҡ Һабантуйҙағы кеүек күп ине. Ҡайҙарҙан ғына килмәгәндәр: Шишмә, Бүздәк, Өфө, Һамар... Бөтәһе лә һыуҙың шифаһы тураһында һөйләй. Беҙ ҙә шишмә һыуы алып ҡайттыҡ. Әле һыуыҡ тейә башлаһа ла, башҡа ер ауыртһа ла шул һыуҙы йотоп ҡуябыҙ. Ысынлап та шифаһы тейә!

Читайте нас: