-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
29 Май 2018, 18:51

“Ҡартаямы һуң йөрәк...”

Хеҙмәт менән бергә йыр-бейеүҙән, сәнғәттән айырылмай, үҙ тормошона ғына түгел, башҡаларҙыҡына ла йәм биреп, рухи байлыҡ өләшеп йәшәүселәр аҙ түгел.

Хеҙмәт менән бергә йыр-бейеүҙән, сәнғәттән айырылмай, үҙ тормошона ғына түгел, башҡаларҙыҡына ла йәм биреп, рухи байлыҡ өләшеп йәшәүселәр аҙ түгел. Һүҙем шундай кешеләрҙең береһе – Дүрмән ауылында йәшәүсе Сабирйән Фәттәхов (фотола) тураһында.

Ауыл клубында уҡыусылар концерт ҡуя. Йырҙы бейеү, бейеүҙе шиғыр һөйләүселәр алмаштыра. Бына сәхнәгә бәләкәй генә буйлы бер уҡыусы сыға һәм халыҡ йырын һуҙып ебәрә. Ул йырлай башлауға халыҡ тын ҡала. Уҡыусы малайҙың йыры моң шишмәһеләй ағыла. Ул йырлап бөтөүгә тамашасы гөрләтеп ҡул саба, малайҙың тағы йырлауын һорай... Ана шулай сәхнәлә тәүге сығышында уҡ тамашасы хөрмәтен яулай 5-се класс уҡыусыһы Сабирйән Фәттәхов. Ул мәктәптә яҡшы уҡый, тыңлаусан, аралашыусан була, мәктәп тормошонда, үҙешмәкәр сәнғәттә әүҙем ҡатнаша. Матур итеп йырлай ҙа, бейей ҙә.

Сабирйән 1941 йылдың авгусында донъяға килә. Атаһын хәтерләмәй ул. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, донъяның әсеһен-сөсөһөн бик йәшләй татырға тура килә уға. Әсәһе иртәнән кискә тиклем колхоз эшендә, сабый бала үләндәр, ҡатыҡ менән генә туҡланған әсәһенең күкрәк һөтөнә риза булып, сабыр ғына үҫә. Ашарға һорап ҡулын һуҙған балаһына бер һыныҡ икмәк тоттора алмауына йөрәге әрней Дөриәсмәнең.

Ана шулай, ауырлыҡтарға ҡарамайынса, тыуған еренән йәшәүгә көс, сылтырап аҡҡан шишмәләрҙән моң алып, йырлы ла, моңло ла булып үҫә ул.

Әйткәнемсә, мәктәптә яҡшы уҡый, ете йыллыҡ мәктәпте уңышлы тамамлай. Әсәһе, ағайҙарының ярҙамы менән Туймазы ҡалаһының 1-се мәктәбендә урта белем ала. Ул йылдарҙа 10 класс тамамлаған кеше уҡымышлы, белемле булып иҫәпләнә.

1962 йылда Йомаҙыбаш мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эш башлай егет. 1974 йылда Сабирйән Фәттәхов Салмалы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Башланғыс кластар уҡытыусылары методик берекмәһендә докладтар менән сығыш яһай, асыҡ дәрестәр үткәрә, уның эшенә һәр саҡ ыңғай баһа бирәләр. Ул үҙешмәкәр сәнғәттә лә әүҙем ҡатнашты. Был йылдарҙа Салмалы мәктәбе уҡытыусылары ауыл йәштәре менән бергә спектаклдәр ҡуйҙы, уҡыусылар, уҡытыусылар һәр байрамға концерт әҙерләй. Әле лә хәтеремдә, Сабирйән Ә. Атнабаев, Н. Әсәнбаев әҫәрҙәре буйынса спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡарҙы.

1977 йылда Сабирйән Фәттәхов мәктәптең башҡа уҡытыусылары һәм уҡыусылары менән бергә ике ҡатлы яңы мәктәп бинаһын төҙөүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Яңы мәктәптә урта кластарҙа тарих дәрестәрен уҡытты һәм мәктәп музейы эшен етәкләне. Музей өсөн экспонаттар йыйҙы, Дүрмән ауылында йылға буйынан табылған мамонт тешен ул алып килде. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар, батырлыҡ дәрестәре үткәрҙе.

1979 йылда уны “Марс” колхозы профсоюз ойошмаһы рәйесе итеп тәғәйенләнеләр. Алты йылдан һуң ул “Росгосстрах”ҡа страховка агенты булып күсте һәм 2001 йылда пенсияға сыҡҡансы ошо вазифала эшләне.

1968 йылдың 2 сентябрендә Сабирйән Дүрмән ауылы сибәре – эшһөйәр, аҡыллы Флүрә Хәмзә ҡыҙы менән матур ғаилә ҡорҙо. 50 йыл бергә, бер-береһен аңлап татыу ғүмер кисерә улар. Ғаилә үҙ-ара мөхәббәт һәм ихтирам үрнәге булып тора.

– Бәхетте һәр кеше үҙенсә аңлай. Берәүҙәр өсөн ул байлыҡ, икенселәргә – власть, өсөнсөләргә – ғаилә бәхете, татыулыҡ һәм тыныслыҡ, яратҡан кешең, балаларың булыу, кешеләрҙең һине ихтирам итеүе, – ти Сабирйән Мөхәмәтгәрәй улы.

Уның Флүрә менән үткән парлы ғүмер юлы ихтирамға лайыҡ. Сабыр ҡатын – һары алтын, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Флүрә уңған, асыҡ йөҙлө ханым. Улар үҙ-ара аңлашып, бер-береһенә терәк булып йәшәй. Тормоштары етеш, ихата тултырып мал-тыуар аҫрайҙар, баҡсала йәшелсә, еләк-емеш һәм сәскәләр үҫтерәләр. Балҡып торған иркен йорт төҙөп инделәр.

Ата-әсәнең иң ҙур байлығы – балалары, береһенән-береһе тырыш, уңған 4 бала үҫтерҙеләр, уларға шаулатып туйҙар яһап, үҙаллы тормош юлына баҫтырҙылар. Оло улдары Илгиз иретеп йәбештереүсе булып эшләй, ҡатыны Ғәлиә Дүрмән мәктәбендә уҡыта, заманса яңы йорт һалды улар. Илмира Төмәнәк мәктәбендә уҡыта, ғаиләһе менән шунда йәшәй. Илис ғаиләһе менән Туймазы ҡалаһында төпләнде, ә кесе ҡыҙҙары Венера Октябрьский ҡалаһында йәшәй. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре улар янына йыш ҡайта, ярҙам итеп тора.

Сабирйән “Аҡ шишмә” фольклор коллективы һәм “Балҡыштар” вокаль төркөмөнөң иң әүҙем ағзаһы. Төрлө йола, ғөрөф-ғәҙәттәр, халыҡ уйындары менән таныштыра ул ауылдаштарын. Сабирйән сәхнәне ғүмерлек юлдашы итте. Ҡайһы саҡта репетициялар кисен үтә, ауыл тормошоноң бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, клубҡа ашыға ул.

Шулай, тормоштан йәм табып, булғанына шөкөр итеп, балалары һәм ейәндәренә үрнәк булып йәшәй улар. Артҡа боролоп ҡараһалар ҙа, һис үкенерлек түгел. Үткән юлдары һәр ваҡытта гөл-сәскәгә күмелмәһә лә, матур һәм бәхетле йылдар булған. Тормошонан ҡәнәғәт булғанғалыр, Сабирйән Мөхәмәтгәрәй улы бөгөн дә егеттәй дәртле, күңеле йәш уның. Ғүмеренең һәр миҙгелендә матур хәтирәләре бар һәм улар уның айырылмаҫ юлдашы.

Киләсәктә лә яратҡан ғаиләһе менән тыуыр таңдарҙы бергәләп ҡаршыларға, аяҙ, зәңгәр күк йөҙөнә бергәләп һоҡланырға, тыныс, матур нигеҙҙәрендә оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә насип булһын.

Читайте нас: