+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
14 Май 2018, 16:48

Әҙәбиәт – күңел көҙгөһө

Ысынлап та, һәр әҙәби әҫәргә уның ижадсыһы үҙенең хис-тойғоларын, уй-фекерҙәрен, күңел сәхифәләрен һала.

Ысынлап та, һәр әҙәби әҫәргә уның ижадсыһы үҙенең хис-тойғоларын, уй-фекерҙәрен, күңел сәхифәләрен һала. Яҙыусының бөтә аҡылы, тормош тәжрибәһен туплаусы көс ул һүҙ сәнғәте. Илһам минуттарында улар шиғыр ҙа, хикәйә лә, роман да булып түгел, ә ижадсының рух тулҡындарында елпенеүсе аҡ елкәнле карап булып аждаһалай күтәрелгән хис-тойғо даръяларын йырып сыға. Яҙыусының ҡайғы-хәсрәттәре лә, шатлыҡ-ҡыуаныстары ла мөғжизәле нәфис һүҙгә төрөлөп уҡыусы күңеленә барып етә. Һәм меңәрләгән күңел көҙгөләре ҡанатлы һүҙҙәрҙе бер-береһендә сағылдырып, әҙәбиәт тигән сағыу йондоҙлоҡто бергә балҡыта. Халыҡ күңеленең нуры булып тыуа һүҙ сәнғәте.

Эйе, әҙәбиәт – халыҡ күңеленең көҙгөһө. Ер сатнаһа, шағир йөрәге аша үтә. Замананың тетрәнеүҙәрен тойоусы, аһ-зарҙарын, бөйөк мәлдәрен йырлаусы ижадсылар ҡараңғы төндә киләсәккә саҡырыусы, юлсылар һуҡмағын яҡтыртыусы маяҡ кеүек. Уларҙа тормош асылы, дәүер һулышы, халыҡ йәшәйеше.

Бүздәк районының мәҙәниәт йортонда үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған «Шиғри тамсылар» тип аталған әҙәби-музыкаль кисә уҙҙы. Сара Регина Шәйхәйҙәрова етәкселегендәге “Өмөт” халыҡ бейеү ансамбле сығышы менән күтәренке рухта башланып китте. Улар Ирек Сакаев һүҙҙәренә ижад ителгән Гүзәл Әхмәтова башҡарыуындағы “Бүздәгем сейәләре” йырына ҡушылып бейене. Алып барыусылар китапханасы Гөлнара Хәбирова менән Нурлан Ғәниев бәрәкәтле Бүздәк ерлегендә ҡәләм тирбәтеүселәрҙе сәләмләп, Ирек Сакаевтың, Фәнирә Мансапова, Асия Сакаева, Ғамилә Мәсәлимова, Фларит Сәйфетдиновтың, Марат Моратов, Рәйсә Яҡупова, Нур Ахунов һәм Элина Исхакованың шиғырҙарын сәнғәтле, күңелдәргә үтеп инерлек итеп уҡып ишеттерҙе. Мөхәббәт, бала саҡ, тыуған яҡ, тәбиғәт, әсә, йәшәү мәғәнәһе, йәшлек, бәхет тураһында береһенән-береһе тәрән мәғәнәле шиғри юлдар яңғырағанда тамашасы залында хатта тын алған тауыш та ишетелмәне. Һәр бер шиғырҙы иғтибар менән, хисләнеп тыңлап ултырған тамашасы көслө алҡыштарын йәлләмәне. Ойоштороусылар тарафынан әҙерләнгән махсус видеороликтар ижадсылар тураһында тамашасыларға тулыраҡ мәғлүмәт алырға ярҙам итте. Зал тулы шиғриәт һөйөүселәр булыуы һоҡландырҙы. Йылы хис-тойғоларға күмелгән байрам сәхнәһенән шиғри әҫәрҙәр менән бергә йыр-моң да ағылды. Популяр йырсылар Гүзәл Әхмәтова, Гөлназ һәм Эльмир Ғәзизуллиндар, Илдар Шәрипов, Резеда Бүләкова, Ришат Ғәлиханов һәм йәш йырсы Айнур Кинйәкәев башҡарыуындағы йыр-моңдарҙың күпселеге ижадсы-ларҙың һүҙҙәренә яҙылған ине. Ҡәләм тирбәтеүселәрҙең әйтер һүҙҙәре йөрәктәрҙән йөрәктәргә етеп, күңелдең иң нескә ҡылдарын ҡуҙғатты. Ошондай кисәләр кү-берәк булһын ине, тигән теләктә ҡалдым был саранан һуң.

Читайте нас: