+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
28 Апрель 2018, 17:02

Хазиналар утрауында

Тыуған яҡҡа мөхәббәт ғаиләнән башлана. Ғаилә татыулыҡ, саф хистәр, бер-береңә хөрмәт, тулы аңлашыусанлыҡ булыу менән күркәм.

Тыуған яҡҡа мөхәббәт ғаиләнән башлана. Ғаилә татыулыҡ, саф хистәр, бер-береңә хөрмәт, тулы аңлашыусанлыҡ булыу менән күркәм. Ғаиләң нигеҙе шундай икән, балалар ҙа изге күңелле, илһөйәр һәм ғүмер буйына ата-әсәһенә рәхмәтле һәм шәфҡәтле була. Ә өй йылыһы кешене тыуған яҡҡа тартып торор ҡөҙрәткә эйә. Был яҙмамда ата-әсәмә ҡарата күңеленән урғылған изге хистәре, рәхмәттәремде уртаҡлашам.

Әсәйемдең исеме – Ифаза Мөҙәрис ҡыҙы. Шат күңелле, оптимист, көслө ихтыярлы, игелекле, ярҙамсыл, маҡсатҡа ирешеүсән – был сифаттар уға һәр ваҡыт хас булды.

Кооператив техникумын бухгалтер-ревизор белгеслеге буйынса тамамлаған әсәйем хеҙмәт эшмәкәрлеген район ҡулланыусылар йәмғиәтендә башлап ебәрә, был өлкәлә 27 йыл эшләй, белемле һәм яуаплы ревизор була, уны районда күптәр белә.

Әсәйебеҙ беҙҙе үҫтерҙе, сәлә-мәтлегебеҙҙе ҡайғыртты, күп
нәмәгә өйрәтте. Уның тырыш-лығы һөҙөмтәһендә Ләйсән апайым ике юғары белем алды: психолог һәм юрист дипломын, ә мин нәшриәт эше белгеслеге буйынса БДУ-ның филология факультетын тамамлайым.

Әсәйем кескәй саҡтан уҡ ауыр хәлдә үҙеңде дөрөҫ тоторға кәрәклеген аңлатты. Һәм беҙгә генә түгел. Йыш ҡына уға ке-шеләр ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, сөнки беләләр, ул бер ҡасан да үтенесте кире ҡаҡмай, тыңлай һәм булыша белә – кәңәштәре, аныҡ ярҙамы менән. Һәр ваҡыт!

Көслө, уңышлы ир-ат артында ҡатын-ҡыҙ тора. Әсәйебеҙ ҙә атайыбыҙ Мирсәлим Мир-сәлих улы өсөн һәр ваҡыт ярҙамсы һәм таяныс булды. Ҡыйынлыҡтарҙы бергә еңделәр һәм бирешмәнеләр. Атайыбыҙ Эске эштәр министрлығы ли-нияһы буйынса юғары юридик белем алған. 17 йыл полицияла хеҙмәт итте. Хәҙер инде 10-сы йыл шәхси эшҡыуар, ә әсәйебеҙ был эшмәкәрлектә уға булыша. Атайыбыҙ эш һөйөүсән һәм оҫта телемастер. Уға баҡалылар ғына түгел, башҡа райондар-ҙан, ауылдарҙан да мөрәжәғәт итәләр, ситтәр ярҙамынан башҡа үҙ көсөнә ышанып, бизнесҡа тотондо, етди эшкә өйрәнде. Һәм шуға күрә беҙгә, балаларына, ышана: беҙ ҙә тормошта үҙ урыныбыҙҙы, күңелгә хуш килгән эшебеҙҙе табырбыҙ.

Әсәйебеҙ үҙенең энергияһы менән ир кешегә тауҙар кү-серергә ярҙам итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Был сифат-тарға минең дә унан өйрәнгем килә, сөнки ул көслө һәм маҡсатҡа ирешеүсән. Ул һәр ваҡыт дәртләндереүсебеҙ, ғаилә усағын һаҡлаусыбыҙ булды һәм булып ҡала. Бер ҡасан да өйҙән матур кейенмәйенсә сыҡҡаны булмағандыр, моғайын. Һәр ваҡыт, еңелсә генә булһа ла, макияжлы, ябай кейемдә лә бик бөхтә. Яҡыныбыҙ һәр кеше менән уртаҡ тел таба. Уға яҡшы юмор хисе хас, шуға күрә янындағы бер кем дә төшөнкөлөккә бирелмәй, һәр кемдең кәйефен күтәрер. Атай-әсәйебеҙ беҙгә лә, уларға мохтаж булған күп кенә башҡа кешеләр өсөн дә ҡәҙерле. Барыһы өсөн дә рәхмәт уларға.

Читайте нас: