+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
28 Апрель 2018, 16:58

“Бындай бәхетте бер кемгә лә теләмәйем”

Уҡыусыларҙа уңышлы кеше образын камиллаштырыу маҡсатында

Уҡыусыларҙа уңышлы кеше образын камиллаштырыу маҡсатында

Туймазы 4-се мәктәбендә танылған кешеләр менән осрашыуҙар үтә

Был юлы уҡыусылар менән осрашыуға башҡорт әҙәбиәтендә киң танылып өлгөргән Айгиз Баймөхәмәтов килде. “Ҡалдырма, әсәй!” тип аталған автобиографик повесы өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһына лайыҡ булды ул. Ҡаҙаҡ телен үҫтереүгә һәм халыҡ-ара әҙәби элемтәләрҙе нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн М. Шолохов исемендәге халыҡ-ара миҙал менән бүләкләнде.

7 йыл балалар йортонда тәрбиәләнгән үҫмер ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҙур уңышҡа иреште. Бөгөн башҡорт телендәге әҫәрҙәр араһында ул иң ҙур тираж менән баҫылған китап. Уны 130 мең кеше уҡыған. Повесть рус, татар, сыуаш, ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Әҫәр буйынса М. Ғәфури исемендәге Башҡорт дәүләт һәм
Х. Намсараев исемендәге Бүрәт дәүләт академия драма театрҙарын-да әҫәр сәхнәләштерелгән.

– Бер ваҡыт миңә: “Айгиз, һин бәхетле кеше – балалар йорто тормошон кисергәнһең, был хаҡта яҙып, күренекле кеше булдың”, – тинеләр. Әммә мин бындай бәхетте бер кемгә лә теләмәйем. Мин бер нимәне лә арттырып яҙманым. Сөнки үҙ тормошомдо тасуирланым, – ти Баймөхәмәтов. – Беҙ ғаиләлә ете бала, мин алтынсыһы. Әсәйемдән ҡалғанда миңә ни бары һигеҙ йәш ине. Атайым уның үлемен ауыр кисерҙе. Өс йылдан ул да донъя ҡуйҙы. Шулай итеп беҙ балалар йортона килеп эләктек... Балалар йортонда тәрбиәләнгән байтаҡ үҫмер туғыҙынсы кластан һуң һөнәр училищеһына уҡырға бара. Ҡайһы саҡ уларға ярҙам, өмөт һәм маҡсат етмәй. Мин иһә университетҡа уҡырға инергә хыялландым. Бер ваҡыт класташым миңә япон аллаһы Хотэй – ҙур ҡорһаҡлы көләс бабай һынын бүләк итте. “Уның ҡорһағын сәғәт теле йүнәлешендә өс йөҙ тапҡыр һыпырһаң, теләгеңде теләһәң, ул мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ”, – тине ул. Ҡайһы саҡ яңылышам һәм, хыялым тормошҡа ашмаҫ тип ҡурҡып, үтенесемде тағы өс йөҙ тапҡыр ҡабатланым. Йылдар үткәс мин ул егетте осраттым. “Хәтерләйһеңме, мин һиңә Хотэй һынын бүләк иткәйнем? Ғәфү ит, мин яңылышҡанмын. Уны өс йөҙ тапҡыр түгел, өс кенә ҡат һыпырырға кәрәк булған икән”, – тине. Был ваҡытта мин университеттың бишенсе курсында уҡый һәм “Башҡортостан” гәзитендә эшләй инем инде. Китап яҙыу фекере лә шунда тыуҙы. Гәзит уҡыусыларға әсәләрҙең беҙҙең тормошта ниндәй мөһим урын биләүен еткерәһем килде. Әсәйемде һуңғы юлға оҙатҡан көндө хәтергә төшөрөп, малайҙың үлгән әсәһе менән һөйләшеүен яҙҙым. Был мәҡәләм уңайынан редакцияға байтаҡ хат килде. Гәзит уҡыусылар хикәйәне дауам итеүемде үтенде. Мин башта әҫәрҙең аҙағын, шунан башын яҙҙым. Шулай итеп китап барлыҡҡа килде. Унда мин етемлектең бар әсеһен күрһәтергә тырыштым. Үҙебеҙҙең балалар йортон ғына һүрәтләмәнем. Был бөтә Рәсәйгә хас күренеш. Мин ата-әсәләрҙең балаларын ташлап ҡалдырмауын теләйем. Беҙҙең балалар йортонда йөҙгә яҡын ҡыҙ һәм малай тәрбиәләнде. Туҡһанының ата-әсәһе иҫән ине.

Осрашыуҙың “Уңыш сере нимәлә?” тигән төп һорауына Айгиз Ғиззәт улы былай тип яуап бирҙе: “Беренсе сиратта ул һеҙҙең әйләнә-тирәләге кешеләргә бәйле. Бүреләр араһында йәшәп, ҡуян була алмайһың. Балалар йортонда аралашыу еңел булманы. Ҡайһы саҡ мин дә тупаҫ булдым. Университетҡа уҡырға ингәс, зыялылар мөхитенә эләктем һәм яңы йәмғиәттә аралашырға өйрәндем. Миңә уҡытыусыларым ярҙам итте һәм мин үҙемде таба алдым. Хәҙер аңланым, тормошта күп нимә беҙҙең теләк һәм ихтыяр көсөнә бәйле. Кеше үҙ алдына ҙур маҡсаттар ҡуйырға, уға ынтылырға тейеш. Уңышлы кеше булыу өсөн байтаҡ тир түгергә кәрәк. Еңел тормош эҙләмәгеҙ. Кеше ғүмер буйы яуаплылыҡ хисе тойоп йәшәргә тейеш”.

Осрашыу аҙағында балалар яҙыусының хыялы тураһында һораны. “Минең китапты уҡығандан һуң кешеләрҙең: “Юҡҡа уҡыным, күпме ваҡытымды әрәм иттем”, – тип әйтмәүен теләйем”. Китабым бер аҙ ғына булһа ла донъяға булған ҡарашығыҙға тәьҫир итһен ине", – тине Айгиз.

Уҡыусылар “Ҡалдырма, әсәй!” һәм “Әкиәтһеҙ бала саҡ” китаптарын уҡып, һүрәттәр әҙерләгән. Улар хис-тойғоларының сиктән тыш булыуын, китапты илай-илай уҡыуын һәм ата-әсәләренә бөтөнләй башҡа күҙлектән ҡарауҙарын белдерҙе. Эйе, беҙ бәхетле тормошта йәшәйбеҙ: торор еребеҙ, ғаилә, балалар, ашарға икмәк, кейергә кейем бар. Булғандың ҡәҙерен белеп, дуҫ йәшәйек!

Читайте нас: