+29 °С
Ясно
ял сәғәтендә
19 Апреля 2018, 07:43

Ҡатын-ҡыҙ

Серле йомаҡ, серле йомғаҡ

Серле йомаҡ, серле йомғаҡ –

Ҡатын-ҡыҙҙың күңеле.

Мөлдөрәмә тулы наҙы

Китер кеүек түгелеп.

Көҙгө ҡояштай һағышлы,

Яҙғы ҡояштай шаян.

Йәйге ҡояштай яғымлы –

Был тиклем дә йәм ҡайҙан?

Был тиклем наҙ гөлләмәһен

Хоҙай бүләк итәме?

Ғаләмдән тылсым алырға

Бар теләге етәме?

Теләй икән – ҡояш нурын

Тетеп, иләй ала ул.

Нурҙан бәйләнгән түшәккә

Сабый биләп һала ул.

Шундай ҙур тылсымға эйә

Һөйкөмлө гүзәл затты

Тәңрем бәләнән ҡурсыһын,

Ғүмеркәйен оҙайтһын!

Читайте нас