Ниңә һин моңло, тиҙәр,
Моң-һағыш күҙҙәреңдә?
Белмәйем, аңлатырға ла
Етмәйҙер һүҙҙәрем дә.
Атай йылыһын тойоп,
Пар ғаиләлә үҫмәнем.
Атай тигән оло һүҙҙе
Бер ҡасан да белмәнем.
Йәшерен генә үкһенем
Атайлылар үткәндә.
Тилмереп ҡарап ҡалдым,
Ҡыр ҡаҙҙары киткәндә.
Осҡан ҡоштар артынан
Теләктәр теләй инем.
Ҡапҡа асылған һайын,
Йүгереп сыға инем.
Атай ҡайтыуын теләп,
Хоҙайға ла ялбарҙым,
Тик берәү ҙә ишетмәне
Минең күңел зарҙарын.
Йылғаларҙа күпме тапҡыр
Шашынып һыуҙар аҡты.
Көткәнем ҡайтманы, тиеп
Күңел ҡапҡаһын яптым.
Һин меҫкен, үкһеҙ, тиеп
Йәнемде таланылар.
Үҙҙәре лә һиҙмәйенсә
Бәғерҙе тапланылар.
Усҡа йыйып бар әрнеүҙе
Һәр саҡ алға атланым.
Тормош тигән ҙур диңгеҙҙә
Абынманым, батманым.
Яҙмыш аяуһыҙ булһа ла,
Күңелем боҙға ҡатманы,
Әсәй тигән ғәзиз кешем
Яндарымдан атланы.
Йыҡһалар ҙа, тороп баҫтым,
Һынауҙарҙа һынманым.
Яҡшыларҙан үрнәк алдым,
Насарлыҡтар ҡылманым...
Бөгөн мин бик бәхетле:
Яратҡан кешем, эшем бар,
Әсәйем, туғандар янымда,
Ҡул бирерҙәй дуҫтар бар.
Берсә осабыҙ күктә,
Ҡоштар кеүек талпынып.
Берсә төшәбеҙ ергә,
Мәңге ғашиҡ пар булып.
Берсә йөҙәбеҙ диңгеҙҙә,
Елкәнле карап кеүек.
Бар донъяға ҡысҡыраһың,
Хыялый кеше кеүек.
Бына шундай көскә эйә,
Барыһына ла килә ул.
Теләйһең-теләмәйһеңме,
Унһыҙ йәшәп булмай шул.