+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
25 Декабрь 2017, 12:33

Йыр уның юлдашы

Шаран районы – күп милләтле район. Татар, рус, башҡорт, мари, сыуаш халҡы бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итеп, дуҫ, татыу йәшәй.

Шаран районы – күп милләтле район. Татар, рус, башҡорт, мари, сыуаш халҡы бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итеп, дуҫ, татыу йәшәй. Район мәҙәниәт йорто, ауыл клубтары гөрләп эшләй. Был яҙмамда мин клуб эштәре буйынса методист Рәүфә Харис ҡыҙы Дәүләтова тураһында бәйән итәм.
Ул күрше Саҡмағош районы Ҡаратал ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. 7 бала араһында Рәүфә бәләкәйҙән моңло тауышы менән айырылып тора һәм мәктәпте тамамлағас йырсы һөнәрен һайлай. Йыр-моңға мөхәббәт Рәүфәне Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһының хор-дирижерлыҡ бүлегенә алып бара. Дипломлы белгес 1979 йылда үҙ аллы эш башлай. Башта Рәүфәне Башҡорт хор капеллаһына эшкә тәғәйенләйҙәр, ләкин йәшәр урын булмағанлыҡтан, Саҡмағошҡа ҡайтып, район мәҙәниәт йортонда дәртләнеп эш башлай. Күп тә үтмәй, кейәүгә сыға һәм тормош иптәшен Шаранға эшкә ебәрәләр. Ғаилә Шаран ауылына күсә, Рәүфә район мәҙәниәт йортона урынлаша, бер үк ваҡытта юғары һөнәри белем ала. Мөхәббәт емештәре булып улдары Вадим һәм ҡыҙҙары Лена донъяға килә.
Рәүфә Харис ҡыҙы күп йылдар инде полиция бүлеге хорына етәкселек итә. Был коллектив зона үҙешмәкәр сәнғәт смотрында күп тапҡыр лауреат, 2 тапҡыр гран-при эйәһе була.
2008 йылда “Сөмбөл” татар вокаль, унан һуң “Нағыштар” башҡорт фольклор ансамблдәре ойоштора. Хәҙер был ике коллектив халыҡ ансамбле исемен йөрөтә.
“Сөмбөл” ансамбле Шаран районында ғына түгел, илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә сығыш яһап, дипломант, лауреат исемен яуланы.
Рәүфә Харис ҡыҙы үҙе лә бик матур йырлай. Уның тауышы яҙғы гөрләүек кеүек сылтырап аға. Ул Туймазы ҡалаһында ойошторолған “Оҙон көй” башҡорт йыры конкурсында, Нефтекама ҡалаһында үткән рус романстарын башҡарыусылар конкурсында дипломант булды. 2017 йылда республикала тәүге тапҡыр Туймазы районы Төмәнәк ауылында уҙған “Бишек йыры” конкурсында “Сөмбөл” ансамбле I дәрәжә, ә Рәүфә Дәүләтова III дәрәжә лауреат дипломдары менән бүләкләнде. Был ансамбль шулай уҡ Ҡырымда үткән халыҡ-ара конкурс-фестивалендә республикабыҙ данын яҡланы. Унда ансамбль 2-се урынды алды, ә Рәүфә Дәүләтова матур тауышы менән бар халыҡты һоҡландырып, акапелла йырлап, 1-се урынға лайыҡ булды. Бына шулай йәнен биреп эшләй беҙҙең Рәүфә. Районда бер генә мәҙәни сара ла унһыҙ үтмәй. Эштә лә, өйҙә лә егәрле ул. Үкенескә ҡаршы, тормош иптәше ваҡытһыҙ вафат
булды. Шуға ҡарамаҫтан, төшөн-көлөккә бирелмәй, балалары, ейәндәре тип янып йәшәй, яңы йырҙар, конкурстар тураһында уйлай йырсы.
Мәҙәниәт өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте өсөн күп тапҡырҙар Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. 2014 йылда ул Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән исемгә лайыҡ булды.
Рәүфә Харис ҡыҙына яңы асыштар, ижади уңыштар теләйем.
Читайте нас: