Китаптарҙан уҡып, кинофильмдарҙан күреп белгән тарих бер, ә бына уны ошо тарихтың тере шаһиттарынан ишетеү бөтөнләй башҡа.
Минең тамырҙарым Туймазы районы Түбәнге Сәрҙек ауылына барып тоташа. Ауылыбыҙҙа ихтирамға лайыҡ кешеләр бик күп. Шуларҙың береһе – тыл һәм хеҙмәт ветераны, минең өләсәйем Нәзирә Фазулла ҡыҙы Әхтәриева-Фәйзрахманова (фотола).
Өләсәйем 1931 йылдың 3 июнендә ошо ауылда доньяға килә. Алты йәштән атайһыҙ ҡала. Уның хәтирәләрен һеҙгә лә еткергем килде.
– Миңә 6 йәш сағында атайымды Совет власына ҡаршы тип, ҡулға алдылар. Әле лә күҙ алдымда: погонлы һалдаттар килеп инде, иҫкесә яҙылған китаптарын эҙләй башланы. Минең атайым бик уҡымышлы кеше ине. Булған китаптарын һәм үҙен алып сығып киттеләр. Ниңә? Ни өсөн? Бер нимә лә аңламаныҡ. Ауыл халҡы ла бер ғәйепһеҙ кешене алып киткәндәренә аптыраны. Бының сәбәбе һуңынан ғаиләбеҙҙең колхозда тырышып эшләүенән көнләшеп, нахаҡ ғәйеп тағып, ялған һүҙ арҡаһында булыуы аңлашылды. Атайҙы 10 йылға төрмәгә япҡанда-рын ишетеп белдек. 5 йылдан һуң ул төрмәлә үлгән. Атайһыҙ үҫеү үтә лә ауырға тура килде. Иң насар нимә – атайһыҙлыҡ, етемлек, – тип һөйләй Нәзирә өләсәйем. – Әсәйем Бәҙрикамал, атайҙы алып киткәс, колхозда йәшелсә үҫтереүҙә эшләне. Шулай ғүмер үтә торҙо.
Өләсәйемә 10 йәш тулғанда, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Рәхәтләнеп йәшәп, белем алыр саҡта, өләсәйем йәшендәге һәр үҫмер эшкә егелә. Колхозда эштәр бик әкрен бара, бар эш ҡатын-ҡыҙ, бала-саға иңендә була. Игенде ҡул менән урып, көлтә бәйләп күбәгә өйәләр, ундан һуң үгеҙ менән ындырға ташыйҙар, эҫкерткә һалалар. «Ҡар яуғансы бер бөртөгөн ҡалдырмайынса, көлтә бәйләнек, үгеҙ егеп ер һөрҙөк. Яҙын сәсеү, йәйен бесән әҙерләү, көҙөн уңыш йыйыу – бар хеҙмәт ҡул көсө менән башҡарыла. Әсәйгә аҙ булһа ла ярҙам булһын тип, ете класс менән сикләнеп, бала ғына көйөмә колхозға эшкә сыҡтым», – тип һүҙен дауам итә өләсәйем.
Ул һауынсы ла, һөт айыртыусы ла булып эшләй. Күрше Туҡтағол ауылына үгеҙ менән һөт ташый. Йәше еткәс иҫәпсе итеп ҡуялар. 8 фляга һөт алып бара май заводына. Ҙур сепараторҙың ҡаҙанына 2 фляга һөт һыйҙырып, ҡул менән һөт айырта өләсәйем.
Һуғыш туҡтағас бигерәк тә ҡы-йын була. Илдә хәйерселек, аслыҡ хөкөм һөрә.
– Дошманды еңеү өсөн көндө төнгә ялғап эшләнек. Уҡыуҙы ҡалдырманыҡ. Ул осорҙа күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйенсә, үҙ-ара ярышып, уйын-көлкөгә лә ваҡыт табып хеҙмәт иттек. Эшкә ҡарышһаң, бик ҡаты ғәйепләйҙәр, төрмә менән ҡурҡыталар, хатта Гитлерға ярҙам итеүҙә ғәйепләйҙәр ине, – тип хәтерләй өләсәйем. – Ҡыҙ туғаным менән ихаталағы үгеҙҙе егәбеҙ, беребеҙ көлтәне тейәй, икенсебеҙ бушата. Көс етмәй ине, алмаш-тилмәш эшләнек. Ҡыҙ балаларға бигерәк ауыр булды, кейергә кейем, ашарға ризыҡ юҡ. Башаҡ йыйғанда 4-5 бөртөк башаҡ алып ҡайтырға тырышабыҙ. Эштән ҡайтҡанда ҡапҡа аша үтергә кәрәк. Баҫыу ҡапҡаһында ҡарауылсы кеҫәләрҙе тикшереп сығара. Көҙөн ураҡ урабыҙ. Нисек етте шулай башаҡтарҙы йәшереп алып ҡайтабыҙ ҙа, ыуып, мейестә ҡыҙҙырып ашайбыҙ. Балтырған, ҡаҡы, йыуа, кәзә һаҡалы ашап үҫтек. Беҙҙең һыйырыбыҙ бар ине. Шул һыйыр беҙҙең ғаиләне аслыҡтан һаҡлап ҡалды инде. Ҡаймаҡ ашай алмаһаҡ та, айыртҡан һөттән, ҡатыҡтан өҙөлмәнек.
Ул олатайым Рәйес Зиәзетдин улы менән ғаилә ҡора. Олатайым да, өләсәйем кеүек, һуғыш ыҙаларын күреп, ҡатмарлы тормош юлы үткән. Олатайым менән өләсәйем биш бала тәрбиәләп үҫтергән.
Олатайым бөгөн беҙҙең арала юҡ инде, ул ҡаты ауырыуҙан донъя ҡуйған.
– 86 йәшемде тултырһам да, тик торорға яратмайым, мал, баҡса ҡарайым, кистәрен бәйләм бәйләйем. Мылтыҡ тотоп дошманға ҡаршы атакаға күтәрелмәнек, ут эсендә үлем менән йөҙгә-йөҙ осрашманыҡ. Фронтҡа китергә йәшебеҙ етмәне, һуғыш сыҡҡанда балалар ғына инек бит әле. Әммә ҡәһәр һуҡҡан һуғыш беҙҙең яҙмышыбыҙға ла үтеп инде, өмөт-хыялдарҙы селпәрәмә килтерҙе, баласаҡ бәхетенән мәхрүм итте. Ут эсенә кермәһәк тә, һуғыш михнәтен ай-һай ныҡ татыныҡ: көс етмәҫтәй ауыр хеҙмәттә сыныҡтыҡ, етемлек әсеһен дә татыныҡ, ас үлем менән дә күҙгә-күҙ осраштыҡ, – тине ул хәтирәләр йомғағын һүткәндә ауыр көрһөнөп.
“Әсе яҙмыш беҙҙе һынаған.
Тормош ауырлығын беҙ күтәрҙек,
Күпме һығылһаҡ та һынманыҡ.
Оноторға теләйем – мөмкин түгел,
Әле булһа минең үткәндәрем
Был шиғыр юлдарын өләсәйем беҙгә яттан һөйләп ишеттерҙе.
Өлкән йәштә булыуына ҡара-маҫтан минең өләсәйемдән йән йылыһы, күңел яҡтылығы бөркөлә. Ул яҡындарына тормошҡа сикһеҙ мөхәббәт, күңел шатлығы, йәшәү дәрте биреп ғүмер итә. «Донъялар тыныс торһон, барыбыҙ ҙа имен-һау булайыҡ, был тормошта бәхетле йәшәү өсөн бары тик тыныслыҡ һәм һаулыҡ кәрәк », – ти өләсәйем.
Мин өләсәйем менән ғорурланам. Уға тыныс ҡартлыҡ, күңел тыныслығы, йән сихәте, оҙон ғүмер теләйем.