+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
21 Декабрь 2017, 14:10

Ижад тулҡынында

Һәр кеше үҙ күңелендә ижад орлоҡтары йөрөтәлер, моғайын. Яҙын ағас бөрөләре дымлы һәм йылы һауала бүртеп япраҡ ярған кеүек, ошо ижад орлоҡтары ла, үҙ мәле еткәс, йыр йә шиғыр йә бүтән төрлө жанрҙағы әҫәр, ижади эш булып ҡағыҙға теҙелә. Түбәндәге яҙмаларҙа Илназ Ҡорбанов үҙ мәктәбен яратыуы тураһында һөйләй, ә Иҫке Ҡорос мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Мурад Бахрамов тарихҡа бағышланған ижади эше менән уртаҡлаша.

Һәр кеше үҙ күңелендә ижад орлоҡтары йөрөтәлер, моғайын. Яҙын ағас бөрөләре дымлы һәм йылы һауала бүртеп япраҡ ярған кеүек, ошо ижад орлоҡтары ла, үҙ мәле еткәс, йыр йә шиғыр йә бүтән төрлө жанрҙағы әҫәр, ижади эш булып ҡағыҙға теҙелә. Түбәндәге яҙмаларҙа Илназ Ҡорбанов үҙ мәктәбен яратыуы тураһында һөйләй, ә Иҫке Ҡорос мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Мурад Бахрамов тарихҡа бағышланған ижади эше менән уртаҡлаша.

Минең мәктәбем
Мин Баҡалылағы һаулыҡ мөм-кинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән коррекция мәк-тәп-интернатының 5-се класында уҡыйым.
Тәү ҡарашҡа ул башҡа мәк-тәптәрҙән, бәлки, айырылмайҙыр. Әммә бында күңелгә үтеп инә торған йылылыҡ һәм ниндәйҙер рәхәтлек бар. Был хистәр мәктәптең тупһаһын атлап ингәс тә һине урап ала кеүек.
Мәктәбебеҙ өс ҡатлы, ҙур һәм матур. Беренсе ҡатта – ашхана, табип бүлмәһе, китапхана, икенсе ҡатта – башланғыс кластар кабинеты, ә башҡа предметтар өсөн кабинеттар өсөнсө ҡатта урынлашҡан. Улар яҡты һәм йылы. Унда белем алыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Мәктәп янында спорт майҙаны бар. Унда физкультура дәрестәре үтә. Беҙҙең мәктәпте тәбиғәт мөйөшө биҙәй. Унда ике ташбаҡа, балыҡтар, диңгеҙ сусҡаһы йәшәй, төрлө-төрлө матур гөлдәр үҫә. Йәнлектәребеҙ һәм гөлдәребеҙ тураһында ҡайғыртыу беҙгә бик оҡшай.
Яратҡан мәктәбебеҙгә ашҡынып барабыҙ. Унда беҙҙе алсаҡ уҡытыу-сыларыбыҙ ҡаршылай. Белем биреүсе бөтә ағай-апайҙарыбыҙҙы бик яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.Ҡайһы саҡта бик талапсан булһалар ҙа, беләбеҙ: уларҙың төп бурысы – беҙҙе яҡшы кешеләр итеп тәрбиәләү.
Уҡыуҙан буш ваҡытыбыҙҙы төрлө түңәрәктәрҙә, иркен спорт залында үткәрәбеҙ, волейбол, баскетбол уйнайбыҙ. Ә ҡышын саф һауала саңғыла, тимераяҡта шыуабыҙ.
Мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнашабыҙ, бер ниндәй ваҡиғанан да ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ. Бик татыу, оло бер ғаилә булып, бер-беребеҙгә гел ярҙамға килергә ашҡынып йәшәйбеҙ.
Һәр кемгә үҙе уҡыған мәктәп ҡәҙерле һәм яҡын. Беҙ ҙә тырышып уҡырбыҙ, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫербеҙ.

Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда
Радиоалғыстан оҙон көй, йән тетрәткес башҡорт йыры яңғырай. Бер әбей шул йырҙы тыңлай ине. Ейәне йүгереп инеп, радиоалғысты туҡтатты ла ҡуйҙы.
– Сеү, балам, теймә! «Урал» йыры яңғырай бит. Башҡорттоң тарихи гимны ул, ”Ете ырыу”, йәки “Урал”.
...Яҡшы атҡа менеп, ҡулына
алған
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын.
– Гимн?! Ниндәй гимн ул? Уны иртән тапшыралар бит! Һүҙҙәре лә былай түгел, көйөн дә оркестр уйнай?! – тип ныҡыша ейәне.
– Эй, балам, был йыр сал тарих төпкөлөнән, бик борондан халыҡ рухында йәшәп килә, – тип әбей ауыр һулап ҡуйҙы.
– Сал тарих, халыҡ рухы... Әллә ниҙәр һөйләйһең. Аңлатып һөйлә әле, өләсәй.
– Ярай,балам, тыңла улай булғас.
Борон заманда, 460 йыл элек, бер ырыу икенсеһенә яу асып, бер-береһенең йәйләүен баҫып, мал-тыуар, бала-саға, ҡатын-ҡыҙын урлап йәшәгән саҡта, ырыу аҡһаҡалдары яулашыу, даулашыуҙы туҡтатырға өндәп һүҙ башлағандар, ти. Бар халыҡ быны хуп күргән. Шулай ҙа, көслө ырыу һаман да көсһөҙ ырыуҙы талап торор тип шөбһәләнеп, бер ҙә булмаһа, Мәскәү батшаһына барып баш һалайыҡ, тип һүҙ ҡуйышҡандар.
Беренсе булып Ҡазандағы батша наместнигына, үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушыласағы тураһында белдереп, Ғәйнә ырыуы бейе Айсыуаҡ барғаны билдәле. Был хәл 1555 йылдың башында була. Ҡазандан ул Рус батшалығы ҡанаты аҫтына алыныуы тураһында махсус грамота алып ҡайта. Ғәйнәләрҙән һуң Ҡазанға батша грамотаһы артынан Мең ҡәбиләһе вәкилдәре юллана. Тарихта уларҙан 11 вәкил – һәр ырыуҙан берәр кеше барғаны билдәле. Меңдәрҙән һуң “аҡ батша”ға юрматылар бара. Тәтегәс бей етәкселегендә һәр ырыуҙан берәр вәкил була: Аҙнай, Илсектимер һәм Ҡармыш.
1555 йыл аҙағында, ҡыш еткәс, Ҡазанға берләштерелгән илселекте Үҫәргән, Ҡыпсаҡ, Бөрйән һәм Тамъян ырыуҙары ебәрә. Билдәле булыуынса, үҫәргәндәрҙән Бикбау бей, ҡыпсаҡтарҙан Ҡара-ғужа, бөрйәндәрҙән Әлсекәй, тамъяндарҙан Шәғәле-Шаҡман саңғыла барғандар.
Батша башҡорт бейҙәрен ҙурлап ҡаршы алған, һарайҙарын күрһәткән, ҡунаҡ иткән, бейҙәрҙең барыһына ла ҙур бүләк, тарханлыҡ биргән, ти. Ер-һыуҙарына грамота алып, бейҙәр ҡайтып киткән.
Илселәр, илгә ҡайтҡас, ете ырыу халҡын бер ергә туплап, ошо ваҡиға уңайы менән ҙур бер туй, йыйын яһаған, ти. “Урал” йыры тыуған ер хөрмәтенә сығарылған дан йыры булып шул уңайҙан тыуған, ти.
Ләкин батша хөкүмәте үҙ һүҙендә тормай.
18-се быуатта башҡорт ерҙәрен талау бығаса күрелмәгән төҫ ала. Башҡорт ерҙәрендә завод-ҡәлғә-ләр һалына. Бының өсөн халыҡтың ер-һыуҙары талап алынған, урмандары киҫелгән. Быға ҡаршы башҡорттар бик күп тапҡыр, һәр быуын һайын тиерлек, ер-һыуын һаҡлап, ихтилалға күтәрелә. Ихтилалдар Һары Мәргән, Сәйет батыр, Алдар батыр, Ҡараһаҡал, Батырша, Салауат Юлаев етәкселегендә була. Был ихтилалдарҙа башҡорттар ҙур юғалтыуҙар кисерә.
– Өләсәй, ә бөгөн хәл бөтөнләй икенсе йүнәлеш ала. Ер милкен байҙарға һатыу көн үҙәгендә тора бит.
– Һин Әмир Әминевтың “Ҡы-тайгород” повесын әйтәһеңме?
Дөрөҫ, ул әҫәр етди уйланыуҙарға килтерә. Ер яҙмышы кеше, милләт яҙмышы икәнлеген иҫкәртә. Ете ҡат үлсәп, бер тапҡыр киҫергә ҡуша. Яҙмышы әлегә уның үҙ ҡулында.
…Уралҡайҙан бейек, ай, тау
булмаҫ,
Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән
булмаҫ…
– Миңә башҡа йырҙар тураһында ла һөйләрһең әле, йәме, өләсәй!
– Башҡорттағы оҙон көйлө йырҙар халыҡ тормошондағы теге йәки был ваҡиғаға, ҙур шәхестәргә арнап сығарылған. Шулай, улым, үҙ халҡыңдың тарихын белергә кәрәк.

Читайте нас: