+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
20 Декабрь 2017, 13:07

Сабыр төбө – һары алтын

Тормош итеү – диңгеҙ кисеү тиҙәр,

Тормош итеү – диңгеҙ кисеү тиҙәр,
Ә диңгеҙҙәр тормай тулҡынһыҙ.
Тормош тулҡындарын баҫыр өсөн,
Йәшәп булмай һөйөү, ялҡынһыҙ.
Һәр нимә донъяла парлы итеп яратылған: ҡоштар ҙа, хайуандар ҙа, кешеләр ҙә. Хоҙай һәр береһе өсөн үҙ парын яратҡан. Уларҙың барыһының да үҙ яҙмышы, үҙ тормошо. Кешеләр ғүмер юлы үтер өсөн үҙҙәренә һөйгән йәр табып, ҡауыша. Туй – парлап үткән тормош китабының беренсе бите.
Ғүмер дауамында баштан үткән күп кенә ваҡиғалар онотола, әммә туй һәр кешенең күңелендә матур иҫтәлек булып йәшәй. Парлы тормош юлының да кеше ғүмере кеүек юбилейҙары һәм шулай уҡ үҙ исемдәре дә бар: көмөш, алтын, бриллиант туйҙар...
Бына инде 15 йылға яҡын районыбыҙҙа туй юбилейҙарын билдәләүсе парҙарҙы хөрмәтләйҙәр. 2003 йылда беренсе булып әлеге сараға нигеҙ һалыусы – Усман Ташлы ауыл Советы ауыл биләмәһе. Баштағы мәлдәрҙә юбилярҙар ерле хакимиәттән генә ҡотлау һүҙҙәре ишеткән булһа, бөгөн улар республика, илебеҙ Президенттары исеменән ҡотлау хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр ҡабул итә.
Йәрмәкәй ауылында ғүмер итеүсе бәхетле пар – Сәлимә Нурмөхәммәт ҡыҙы һәм Рауил Ғиззәтулла улы Сәмиғуллиндар ҙа быйыл тормош юлынан бергә атлауҙарына 50 йыл тулыуҙы – алтын юбилейҙарын билдәләне.
Сәлимә Нурмөхәммәт ҡыҙы районыбыҙҙың бай тәбиғәтле Рәтамаҡ ауылында алты балалы ҙур, татыу, ябай колхозсылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Һигеҙ класты тамамлаған.
– Мәктәптә уҡыған ваҡытта уҡ, колхозға барып, әсәйҙәргә ярҙам итеп йөрөй инек, ниндәй эш бар, һинеке-минеке тип бүлешеп торманыҡ, барыһын да эшләнек. Көн-төн баҫыуҙан ҡайтып инмәй инек, – тип иҫкә ала баласаҡ, йәшлек йылдарын Сәлимә апай.
18 йәшендә, Рауил Ғиззәтулла улы менән тормош ҡороп ебәрәләр. Алмағастар сәскә атҡан мәлдә донъяға килгән Рауил Бохара өлкәһе Алтай районында үҫкән. Һигеҙ класс тамамлағандан һуң, шофёрлыҡҡа уҡып сыға. Үҙ яҡтарында буровойҙа дизелсе булып хеҙмәт итә. Армия сафтарына ғаилә хәлдәре арҡаһында бара алмай (аталары һуғыштан ҡайтмай). 20 йәшендә районыбыҙға күсеп килә һәм Сәлимәкәйҙе бер күреүҙә ярата. Бер генә ай осрашып йөрөйҙәр. Сәлимә ханым бала тыуҙырыу йортонда йыйыштырыусы булып эшләй, өс йыл ауыл Советы депутаты була, Рауил "Сельхозтехника"ла слесарь, шофёр вазифаларын башҡара. Икеһенә байтаҡ ҡына стаж йыйған был пар баһадирҙай өс малай үҫтерә. Уларҙы оло юлға баҫтыра. Ә хәҙер улар дүрт ейәнсәрен һәм бер бүләсәһен үҫтерергә ярҙам итә.
– Нужа баҫҡандыр инде, һиҙелмәй үтте лә китте ғүмер, – тип йылмая юбилярҙар.
– Заманында, балалар үҫтергән ваҡытта, малдар ҙа күп аҫраныҡ, умарта ла тоттоҡ. Тырыштыҡ. Аллаға шөкөр, малайҙар игелекле, аҡыллы булып үҫте. Өсөһө лә Себер яҡтарында эшләп йөрөй. Икеһе инде шунда төпләнеп тә ҡалды. Бабайым да һәр ваҡыт алдынғылар иҫәбендә булды. Хөкүмәткә рәхмәт, байрам һайын ҡотлап торалар, – ти Сәлимә апай.
Юбилярҙарға Рәсәй Президен-тының ҡотлау хатын тапшырырға райондың ЗАГС бүлеге мөдире
Г. Сирбаева, ветерандар советы рәйесе Н. Маннапов, Йәрмәкәй ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Л. Ғайфуллина килде.
Г. Сирбаева уларҙың алтын юбилей актын теркәне һәм иҫәнлек-һаулыҡ, тигеҙ ҡартлыҡ, балалар, ейәнсәрҙәр ҡыуанысын, хөрмәтен күреп, бергә, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләне. Улар икеһе лә хеҙмәт ветераны. Күп кенә Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған әлеге парға бары тик афарин тип әйтәһе генә ҡала.
Йәштәргә өлгө булырҙай был ғаиләнән бергә, пар ҡанаттар булып, алтын туйға етерлек итеп йәшәү өсөн нимә кәрәк тип һорамай булдыра алманым. Бер тауыштан:
– Иң мөһиме – сабырлыҡ. Бер-
береңә ышанып йәшәү. Кес кенә ғәйептән дә ҙур тауыш сығармайса, кәңәшләшеп, күгәрсендәр кеүек гөрләшеп кенә торорға кәрәк, – тине Сәмиғуллиндар.
Амин, шулай булһын. Бриллиант туйҙарын да шулай бер-береһенә терәк булып ҡаршы алһындар ине.
Читайте нас: