+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
20 Декабрь 2017, 12:57

Ҡаҙ өмәһе – муллыҡ билдәһе

Һабантуй яҙ байрамы булһа, ҡаҙ өмәһе – ул көҙҙөң оло байрамы.

Һабантуй яҙ байрамы булһа, ҡаҙ өмәһе – ул көҙҙөң оло байрамы. Ул халҡыбыҙҙың борондан килгән күркәм йолаларының береһе. Бөгөн дә ауылдарҙа ҙур байрам рәүешендә ойошторола ул. Өмәлә ҡатнашыусылар бер-береһе менән яҡындан аралаша, тәжрибә уртаҡлаша, күңел аса.

Ҡаҙ – ул кешеләр тарафынан ҡулға эйәләштерелгән боронғо ҡоштарҙың береһе. Беҙҙең ата-бабалар ҙа был ҡошто бик теләп аҫраған. Беренсенән, уның мамығынан мен-
дәр, түшәк, яҫтыҡ яһағандар. Икенсенән, ҡаҙ итенән бик тәмле аш-һыу әҙерләгәндәр. Ҡаҙ майын хатта дауалау өсөн ҡулланғандар: ҡышҡы һыуыҡтарҙа бит, ҡолаҡ остары өшөһә ҡаҙ майы һөрткәндәр, һалҡын тейгәндә ҡаҙ майын иретеп эскәндәр.

Ноябрь айы тыуыу менән ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре башланды. Үткән аҙнала районыбыҙҙың Троицк ауылында ла ошондай өмә уҙҙы.

Ауылда иң күп ҡаҙ тотҡан, эшкә тырыш, уңған Зөһрә һәм Данил Түләковтар йортонда иртә менән әйткән һүҙҙе йыҡмаған ауылдаштар йыйылды.

Уңған еңгәләр, килендәр ҡаҙҙарҙы тиҙ йолҡоп, йыуып эште тамамлап та ҡуйҙы. Эш, йола буйынса, йыр-көлкө, гармун моңдары менән үре-леп барҙы. Өмәлә ҡатнашыусылар аралашыуҙан, хужаларҙың уңған-лығы, ҡунаҡсыллығынан бик риза булып таралышты.

Ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың ҡото һәм йәме һаҡлана, улар әле йәшәйәсәк, иң мөһиме – халҡыбыҙҙың милли йолалары юғалмаясаҡ, быуындан быуынға күсеп, дауам ителәсәк.

Читайте нас: