+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
30 Октябрь 2017, 18:59

Мелиораторҙар урамына – 30 йыл!

Йәйҙең һуңғы матур көндәренең береһендә Ҡаңны-Төркәй ауылында шаулап-гөрләп “Урам байрамы” үтте.

Йәйҙең һуңғы матур көндәренең береһендә Ҡаңны-Төркәй ауылында шаулап-гөрләп “Урам байрамы” үтте. Мелиораторҙар урамына 30 йыл тулыуы айҡанлы ошо урамда йәшәүселәр бик матур сара ойошторҙо. Байрамға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны. Ҡунаҡтарҙы “Заһиҙә” фольклор ансамбле артистары башҡорт халҡының милли ризыҡтары – буҙа һәм йыуаса менән ҡаршы алды.

Тантананы Ҡаңны-Төркәй ауыл
хакимиәте етәксеһе Ғәли Шәғәлиев асты. Байрам хужалары бер-бер артлы ҡунаҡтарҙы сәхнәгә саҡырҙы. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев үҙ сығышында Ҡаңны-Төркәй ауылы тәбиғәтенең матурлығы ауыл кешеләренә лә күскәндер, сөнки һеҙ башҡорт халҡының сағыу милли мәҙәниәтен һаҡлауҙа ҙур эш башҡараһығыҙ, тип билдәләне. Ул “Заһиҙә” фольклор ансамбленә мәҙәниәт министрлығы исеменән 10 ҡумыҙ бүләк итте. Социаль сәйәсәт һәм кадрҙар буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлфиә Ғабдрафиҡова барыһын да байрам менән ҡотлап, ауыл халҡына ижади үрҙәр яулауҙарын, милли һыҙатты юғалтмай киләсәк быуындарға еткереүҙәрен теләне. Районыбыҙҙың “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Әлфиә Ғабдрахманова ҡаңныларҙың дәррәү, дәртле икән-дәрен, ошондай “Урам байрамы” башҡа ауылдарҙа үткәрелеүгә бер этәргес булһын тигән теләктәрен еткерҙе һәм урамығыҙ тағы ла матурыраҡ булһын тип, күп кенә сәскәләр орлоғо бүләк итте.

Байрам тантанаһын алып барыусы Илүзә һәм Винер Шәйәхмәтов-тар Мелиораторҙар урамында йә-
шәүсе һәр ғаилә менән таныштырып, улар хаҡында һөйләне, бүләктәр ҙә тапшырылды. Һәр ғаиләгә бағышланған концерт номерҙары байрамға йәм өҫтәне. Шулай уҡ был матур сараны ҡарай алмаған, ғүмерҙәре иртә өҙөлгән урамдаштарын да иҫкә алды халыҡ. Ә бына урам ни өсөн Мелиораторҙар урамы тип аталғанлығын Мәхмүзә Шәғәлиева һөйләне.

Әйтергә кәрәк, был байрамға ентекле әҙерләнгән ҡаңнылар – йыл башында уҡ урам кешеләре араһында конкурс иғлан ителеп, байрам барышында һәр төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде, уларға Рәх-мәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ һәр ихата алдында ҡул эштәре, баҡсаларында үҫтерелгән емеш-еләк, йәшелсәләр, ғаилә архивтарынан алынған фотолар буклеттары менән тулған күргәҙмәләр эшләне, ә урам буйына теҙелгән өҫтәлдәр милли ризыҡтан һығылып торҙо.

Сара барышында балалар һәм оло быуын вәкилдәре өсөн ҡыҙыҡлы уйындар ҙа үткәрелде. Был байрамда ҡатнашыусы бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы. Ә инде күмәкләп сәй табыны артында ултырыуҙар – үҙе бер сағыу иҫтәлек.

Байрам барышында был танта-наның сценарий авторы Мәхмүзә Шәғәлиева менән әңгәмәләшеп алырға форсат булды.

– Мәхмүзә Ханнановна, урам
тарихы менән тулыраҡ таныш-тырығыҙ әле?

– Эйе, барыһы ла беҙҙең урам исеменә ғәжәпләнә. Ә беҙгә, шунда йәшәүселәргә, урамыбыҙҙың исеме нәҡ шулай аталырға тейеш кеүек. Бынан 30 йыл элек ошо урамда икешәр фатирлы 6 йорт үҫеп сыҡты. Көҙөн 12 ғаилә фатирлы булдыҡ. Күсенеп, өй туйлауға, беҙҙең тормош иптәштәребеҙҙе Һарытау өлкәһенең Энгельс ҡалаһына мелиораторлыҡ һөнәрен үҙләштереү өсөн уҡырға ебәрҙеләр. Сөнки был йорттарҙы “Башмелиоводхоз” ойошмаһы төҙөт-кәйне. Тормош иптәштәребеҙ уҡып бөтөүгә, совхозыбыҙға “Волжанка” тигән яһалма ямғыр яуҙырыу ҡоролмалары ҡайтарҙылар. Беҙҙең ирҙәр шул агрегаттарҙы ҡороп, ең һыҙғанып баҫыуҙарҙы һуғарыу эшенә тотондо.

Урамыбыҙ әкренләп үҫте, ҙурайҙы.бер нисә йылдан тағы 2 фатирлы бер йорт төҙөлдө. Унда 3-әр балалы 2 ғаилә күсеп килде. Тора-бара тағы 9 ғаилә үҙҙәренең шәхси йорттарын төҙөп сыҡты.

Тәүҙә урамда йәшәү шарттары насар, йырып сыҡҡыһыҙ бысраҡ ине. хатта йәйен дә аяҡтан резина итек төшмәне. һыуҙы көйәнтәләп башҡа урамдарҙан ташыныҡ, мейескә утын яҡтыҡ, телефон да юҡ ине. Тора-бара урамға таш түшәп, юлды күтәрттеләр, һыу үткәрҙеләр. 1992 йылда зәңгәр яғыулыҡ та килеп етте. Ә 2005 йылда, ауылыбыҙҙың 550 йыллығын билдәләгәндә, беҙҙең урамға ла асфальт түшәлде, телефон линияһы үткәрелде.

– Урамығыҙҙа йәшәүселәр бик оҫта кешеләр күренә.

– Эйе, улар тырыш, уңған, берҙәм, татыуҙар. Бер-береһе менән ярышып донъя көтә. 1990 йылдарҙа ул ваҡытта совхозыбыҙ директоры Шамил Йосопов ҡайтарып таратҡан алмағастарыбыҙ яҙын урамыбыҙҙы йәмләп ап-аҡ сәскәгә төрөнһә, көҙөн мул уңышы менән ҡыуандыра. Ниндәй генә һөнәр эйәһе юҡ урамыбыҙҙа: уҡытыусы, малсы, һауынсы, фельдшер, һатыусы, тәр-биәсе, механизатор һәм башҡалар. Әле яңы ғына мәктәп директорын да беҙҙең урамдан тәғәйенләнеләр. Биш шәхси эшҡыуар йәшәй. Берҙәм булғас, ҡайғы-шатлыҡтар ҙа ур-таҡ. Ауылыбыҙға эшкә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре килгәс, ауыл таланттары менән таныштырыу маҡсатында, урам менән концерт ойоштороуҙы ла беҙ башлап ебәрҙек. Беҙ күсенеп килгәндә һәр ғаиләлә 2-3-шәр бала ине, улар һәр ваҡыт үҙ-ара дуҫ булды. Дамир Шәғәлиев балаларға үҙ инициативаһы менән майҙансыҡ та эшләп бирҙе. Балаларыбыҙ үҫеп таралышты. Һәр ҡайһыбыҙ 2-3 тапҡыр, хатта 6-7 тапҡыр олатай-өләсәй булырға ла өлгөрҙөк.

– Бөгөн урамығыҙҙа нисә йорт бар?

– Бөгөнгө көндә урамыбыҙҙа 14 йорт булып, 22 шәхси хужалыҡ бар. 37 оло кеше һанала, шуның 20-һе пенсионер. Үҙебеҙҙең балалар 55 булһа, уларҙың балалары 61-гә етте. Үкенескә күрә, урамыбыҙҙа күп кенә юғалтыуҙар ҙа булды.

Йәш ғаиләләр бармы?

– Эйе, быйыл йәй Әлфиә менән Зөфәр Мәкәримовтар улдары Саматты өйләндерҙе. Шулай уҡ быйыл тыуған 4 сабыйыбыҙ бар – Тимур Шафиҡов, Кәрим Йосопов, Аэлита Садыҡова, Сәлимә Яҡупова.

– Урамығыҙҙың иң йәш кешеләрен белдек, ә иң оло кешеһе кем?

– Иң оло кешебеҙ – Нәжиә апай Мостаева. Уның тураһында айырым әйтеп үтеү кәрәк. Беҙҙең урамға һуңыраҡ күсеп килде улар. Тормош иптәше менән 3 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Әлеге көндә яңғыҙ донъя көтә тип әйтмәҫһең дә, баҡсаһында нимәләр генә үҫтермәй ул! Абрикос, ҡауын, ҡарбуз, виноград, йәсмин тиһеңме – барыһы ла күкрәп үҫә. Нәжиә апайға быйыл 76 йәш тула. Намаҙ уҡый, ураҙа тота. Йыш ҡына Ҡөръән аштары үткәрә. Һәр иртәһен зарядка яһап башлап ебәрә, көн буйы хәрәкәттә. Шуның өсөн дә ул еңел кәүҙәле, үҙ йәшенән күпкә йәшерәк күренә. урамыбыҙҙың сәләмәт тормош алып барыусы ағинәйе ул!

– Был урамда эшһөйәр, илһөйәр, уңған кешеләр йәшәгәне ихаталарынан уҡ күренеп тора – шау сәскәгә күмелгән бит улар. Бик матур байрамдың ойоштороусыһы ла, сценарий авторы ла һеҙ икән. Ижад шишмәләрегеҙ шулай һа-йыҡмай, тулып, ташып торһон!
Читайте нас: