-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
23 Октябрь 2017, 14:21

ОРАН

Бары менән берләшәйек,

Бары менән берләшәйек,
Булғанына – мең шөкөр!
Иманыңа кил, башҡортом,
Донъя вағына төкөр!


Булғанды һаҡлап ҡалайыҡ,
Юғына йоғонмайыҡ!
"Булғанбыҙ. Барбыҙ. Булырбыҙ!" –
Аҡылды онотмайыҡ!


"Урал батыр"лы, Ҡөрьәнле
Халыҡ бөтмәҫ, иншалла!
Башҡортлоҡто, ырыҫ сәсеп,
Танытырбыҙ донъяға!


Барҙың ҡәҙерен беләйек –
Аҙ булһа ла – берәгәй.
Сит ҡояшҡа йылынмайыҡ,
Ай юлдаш бит эргәлә...


Булғанды болдап тотоноп,
Баһаларын бирәйек.
Рух ҡанатын үҙебеҙсә,
Хас башҡортса кирәйек!


Берәү ун өсөн эшләһен,
Йөҙ өсөн янһын йөрәк!
Беҙгә бер БӨТӨН булырға –
БАШҠОРТ булырға кәрәк!

Читайте нас: