+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
4 Октябрь 2017, 11:14

Матур ғаилә – ил ҡото

Йомаҙыбаш ауылы мәҙәниәт йортонда күркәм сара үтте. Тантаналы кисәлә Шаран районының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлфиә Ғабдрафиҡова һәм шулай уҡ ра-йоныбыҙҙың һәр ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзалары ла ҡатнашты.

Тәбиғәттә яҙын, йәйен,

көҙөн, ҡышын – туйҙар осоро,

Һәр бәхетле йәндең пары бар...

Алтын көҙгә керә етәкләшеп

Тигеҙ ғүмер иткән парлылар...

Йомаҙыбаш ауылы мәҙәниәт йортонда күркәм сара үтте. Тантаналы кисәлә Шаран районының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлфиә Ғабдрафиҡова һәм шулай уҡ ра-йоныбыҙҙың һәр ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзалары ла ҡатнашты.

Сарабыҙҙың биҙәге, төп ҡунаҡта-ры Йомаҙыбаш ауылынан – Даяновтар һәм Фәттәховтар, Дүрмән ауылынан – Фәттәховтар һәм Салмалы ауылынан Пироговтар ғаиләләре ине.

Тантаналы сараны Салмалы ауылы хакимиәте башлығы Ирнист Мөхәмәтов асты.

Эйе, һәр бер ғаилә үҙенсә бәхетле, һәр береһенең үҙенә генә хас шатлығы бар, бер-береһенән ғәҙәттәре, мөхиттәре менән айырыла. Нимә һуң ул – ғаилә?

“Ғаилә ул – бер-береңә ял биреү,

Изге эшкә юл ярышып – ал биреү.

Ғаилә ул – көс туплаусы нур – йомғаҡ”, – тип билдәләй Рәшит Әхтәри. Ә Тайфур Сәғитов ғаиләне гөл үҫтерә торған һауытҡа оҡшатҡан, гөлдө гел генә ҡарап, ҡурсалап тормаһаң, уға йә ҡырау төшә, йә күҙ тейә, тип киҫәткән. “Ир менән ҡатын бер-береһен әүлиә урынына күрһә генә тормош уңа, ғаилә ныҡлы була”, – ти Ринат Камал. Балалар – тормош йәме. “Мөхәббәтле өйҙә бишек ҡояш булып эленеп торор, алтын сөйҙә”, – тигән шиғри юлдар – Динә Талхинаныҡы. Былар барыһы – ҡәләм эйәләре фекере. Башҡа аҡыллылар был йәһәттән тағын нимә әйтмәһен, һәр береһе – тормош тәжрибәһенән сығып әйтелгән фәһемле һүҙҙәр.

Тормош бәхет өсөн яратылған. Ә бәхет нимә ул? Һәр кеше уны үҙенсә аңлай. Кем өсөндөр был төшөнсә аҡса, хакимлыҡ, яҡшы эш урыны менән бәйле, ҡайһы берәүҙәр һәүетемсә генә, бер кемгә лә ҡамасауламай йәшәүҙе өҫтөн күрә. “Бәхет – байлыҡ та, ҡоро рәхәтлек тә, барынан ҡәнәғәтлек тә түгел, ә шуларҙан юғарыраҡ торған рух байлығы, йән рәхәте, йәшәү йәме ул”, – тип билдәләй халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов. Әммә, нисек кенә булмаһын, бәхетте ғаиләһеҙ, парһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын.

Һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ...

Серле мәғәнәгә эйә ошо тылсымлы һүҙҙе тамашасыларға ла биреп, алып барыусы, сарала ҡатнашаһы ғаиләләрҙе бер-бер артлы сәхнәгә саҡырҙы.

Мәҡәлә геройҙарының тормошон өйрәнгәндә йыш ҡына уларҙың уңыш яулаған өлкәһен барлайһың. Даяновтарҙың ғаилә ҡороуҙарына быйыл 50 йыл, никахтары 1967 йылдың 4 февралендә теркәлгән. 50 йыл, уйлап ҡараһаң, аҙ ғүмер түгел, әммә Даяновтар бер тауыштан, бик тиҙ үтте лә китте, һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, тиҙәр.

Йәштәр Шаранбаш-Кенәз ауылында эшләп йөрөгән осорҙа таныша. Әнғәм Мөхәмәтдин улы Мәскәү-ҙә хеҙмәт юлын үтеп ҡайтҡас, ошо ауылға эшкә ебәрелә. 1978 йылда йәш ғаиләгә Йомаҙыбаш ауылына мәктәп төҙөргә тип юллама бирәләр. Ошо йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы уларҙың эштәре ошо мәктәп менән бәйле. Артабан Әнғәм ағай мәктәп директоры вазифаһын башҡара, Фәнзилә апай рус теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.

Бәхетле ғаилә ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Икеһенә лә юғары белем алырға барлыҡ мөмкинлектәрен бирәләр. Ҡыҙҙарының улы менән ҡыҙы иһә уларға ҡартатай-өләсәй булыу бәхетен бүләк иткән.

Йәш барған һайын, тормоштоң мәғәнәһен дә, матурлығын да нығыраҡ аңлайһың бит ул. Фәнзилә Мәсәбих ҡыҙы менән Әнғәм Мөхәмәтдин улы Даяновтар үҙҙәрен бер ҙә оло тип күрмәй, йәшәгәндән-йәшәге генә килә, тиҙәр.

50 йыл тормош йөгөн бер төптән тартҡан ныҡлы ғаилә йәштәргә лә матур өлгө. «Бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәү мөһим», – ти Даяновтар, яңы ғаилә ҡорған йәштәргә үҙ теләктәрен еткереп.

50 йыл – әйтеүе генә анһат, ярты быуат ғүмер бергә, тимәк. 50 йылдың дүрт миҙгеле: ҡарлы-буранлы, ҡаты һыуыҡлы 50 ҡышын, ләйсән ямғырлы, бөрөгә тулышҡан, ынйы сәскәле 50 яҙын, емеш-еләкле, көмөш һыулы, хуш еҫле 50 йәйен, 50 алтын көҙөн бергә ҡаршы алып, бергә үткәндәр. Иңде иңгә-иң терәп ғүмер итеүсе Әнғәм ағай менән Фәнзилә апайға балалары, туғандары менән бергә, ҡалған ғүмерҙәрен дә именлектә, ныҡлы һаулыҡта, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа бергәләп йәшәргә яҙһын, тигән теләктәр теләп, бүләктәр менән бергә йырлы-моңло сәләмдәрен дә еткерҙе сарала ҡатнашыусы артистар.

Элек-электән әсәй-өләсәйҙәр йәш-тәргә, ғаилә ҡороусыларға “тиң йәшәп, тиң ҡартайығыҙ”, тип теләй торғайны. Ошо ябай ғына һүҙҙәрҙә ниндәй оло мәғәнә ятҡанын йәшәй-йәшәй генә аңлай башлайбыҙҙыр. Илле, алтмыш, унан да күберәк йылдар бергә тиң йәшәп, тиң ҡартайып, дан итеп донъя көтөп, тормош баҫҡыстары һикәлтәләренә бергә күтәрелеп, балаларға, ейәндәргә ярҙамлашып йәшәүҙәре ниндәй бәхет!

Йәш саҡтағыса етәкләшеп атлай улар

Алтын туй юбилейына аяҡ баҫҡан ике кешенең мөхәббәте, хөрмәте генә түгел, тир түгеп тапҡан хеҙмәт һөҙөмтәһе лә. Сабирйән ағай 1941 йылдың 2 авгусында Хабаровск өлкәһенең Пехта ауылында тыуған. Флүрә апай 1951 йылдың 1 ғинуарында Дүрмән ауылында беренсе бала булып донъяға килә. Яҙмыш елдәре уларҙы шулай урау-урау юлдар аша ҡауыштыра. 1968 йылдың 2 сентябрь айында сәстәрен-сәскә бәйләп өйләнешәләр. Мөхәббәт емештәре – дүрт балаһы: Илгиз, Ильмира, Илис, Венераға ғүмер биреп, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Бөгөнгө көндә уларҙың 8 ейән-ейәнсәре һәм 2 бүләсәһе бар. Бәхетле ҡартатай һәм өләсәй улар. Балалары барыһы ла үҙ эштәрен табып, матур ғаилә ҡороп йәшәй.

Сабирйән ағай 22 йыл мәктәптә, ауыл мәҙәниәт йортонда, һуңынан 8 йыл "Госстрах"та хеҙмәт итә. 38 йыл хеҙмәт стажы булған, хеҙмәт ветеранының күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдары, ҡотлау хаттары бик күп нимә хаҡында һөйләй. Бөгөн пенсияла булыуына ҡарамаҫтан, өй мәшәҡәттәренән тыш, Салмалы мәҙәниәт йортоноң фольклор түңәрәгендә әүҙем ҡатнашыуы маҡтауҙарға лайыҡ. Сабирйән ағайҙың шундай юғары хеҙмәт күрһәткестәре, мәҙәни тормош алып барыуында, әлбиттә, Флүрә апайҙың да роле ифрат ҙур. Йәш саҡтағы кеүек бер-береһенең ҡәҙерен белеп, тормош һынауҙарын бергә күтәреп, иңгә-иң терәп, ғүмер үренә илткән уртаҡ һуҡмаҡтан етәкләшеп атлай бөгөн Фәттәховтар. Балалар, ейән-ейәнсәрҙәр уларҙың йәшәү асылын биҙәй.

Йыр-моңға ғашиҡ пар

Йомаҙыбаш ауылында ғүмер кисереүсе Зәлиә апай менән Мәғсүм ағай Фәттәховтарҙың бергә ғүмер итә башлауҙарына 2017 йылдың 4 мартында 44 йыл тулды. Ғаилә ҡороп, яҙмыш ептәрен бер-береһе менән бәйләгән парҙар күп, әммә сабырҙар, күңелдәрендә ихлас мөхәббәт хистәре йөрөткәндәр генә ныҡлы ғаилә төҙөп, ҡартлыҡтарын бергә ҡаршы ала. Ә инде ҡанаттары парлы булғанда тормош та бөтөн матурлығы менән асыла.

Фәттәховтар бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлай. Заманында гөрләтеп туйҙар үткәреп, йәшлектә ҡабыҙған ғаилә усаҡтарын һүрелдермәй ғүмер буйы һаҡлап килә улар.

Мөхәббәт емештәре – дүрт балаһы Альбина, Азат, Атлас һәм Алмазға ғүмер биреп, оло юлға сығаралар. Нәҫел дауамы булып туғыҙ ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп килә. Киң тормош даръяһында ел-дауылдар, яҙмыш һынауҙары ла булмай ҡалмай. Шул ташҡында аумай ҡалыр өсөн ғаиләлә елкән булырҙай ир, ә уның янында төплө, аҡыллы, сабыр ҡатын-ҡыҙ кәрәк. Әлеге пар көслө тулҡындарҙы еңеп сыға алған, иңгә-иң ҡуйып үткән юлдары ейәндәре өсөн оло үрнәк. Эйе, Фәттәховтар тормошонда оло юғалтыуҙар ҙа булды, өлкән улдары Азат, матур итеп үҙаллы тормош көткәндә кинәт вафат була.

Зәлиә апай 26 йыл ауыл фермаһында һауынсы, Мәғсүм ағай механизатор булып эшләп ҙур маҡтауҙарға, ихтирамға лайыҡ була. Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы исеменә ер эшенең барлыҡ серҙәренә төшөнгән ер улы, ер тәмен тойған кеше генә лайыҡтыр ул. Хеҙмәт ветераны бөгөн дә хеҙмәтенә тоғро, техниканан айырылмай. Иртә таңдан алып, ҡараңғы төнгәсә ул ҡыр эшендә йәки баҫыу өҫтөндә.

Йыр-моңға ғашиҡ парҙар көндә-
рен шунһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Йомаҙыбаш ауылы мәҙәниәт йортонда уҙғарылған сараларҙа ихлас ҡатнаша улар.

Ныҡлы ғаилә серен белә Пироговтар

Леонид Иван улы Пирогов Федоровка районының Юрковка ауылында тыуған. Мәктәптә белем алғандан һуң техника училищеһын тамамлай, бында ул шофёр һәм автомобилдәр ремонтлау серҙәрен үҙләштерә. Артабан белемен Өфөлә дауам итергә тип, ҡалаға юл ала. Башҡорт дәүләт институтының тарих факультетына документтарын тапшыра. Ошо уҡыу йортонда Елена исемле бик матур ҡыҙ менән таныша. Елена иһә тарих һәм сит телдәр факультетында белем ала. Йәштәр оҙаҡ та тормай ҡауыша. Уҡыуҙарын уңышлы тамамлағас, Дедово урта мәктәбендә хеҙмәт юлдарын башлап ебәрә. Һуңынан улар шаран районының Салмалы ауылына йәшәргә ҡайта. 1990 йылда уларҙың көтөп алған мөхәббәт емештәре – Татьяна донъяға килә. Балаларына барлыҡ һөйөүҙәрен биреп үҫтереп, уҡытып, оло донъяға баҫтырып, гөрләтеп туйҙар үткәрә. Пироговтарҙың уртаҡ шатлыҡтары булып – Валерия исемле ейәнсәрҙәре лә донъяға килә. «Ныҡлы ғаилә булһын өсөн, донъяла ялҡауланмаҫҡа кәрәк. Барлыҡ ыҙғыш-талаш ана шул ялҡаулыҡтан барлыҡҡа килә. Ниндәй генә эш булмаһын эштәрҙе бергә башҡарабыҙ», – ти улар.

Бәхетле парҙарҙы Шаран районының ҡатын-ҡыҙҙар рәйесе Гөлфиә Ғабдрафиҡова ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы. «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалына Салмалы ауылынан Елена һәм Леонид Пироговтар лайыҡ булды. Наградаға тәҡдим ителеүсе парҙың сирек быуаттан ашыу һыналған, мөхәббәткә һәм тоғролоҡҡа нигеҙләнгән, үҙ-ара мөнәсәбәт, хеҙмәт, балалар тәрбиәләү буйынса башҡаларға үрнәк булырлыҡ ныҡлы, матур ғаилә тарихы булырға тейеш. Быйыл ынйы туйҙарын билдәләгән Пироговтар һәр яҡтан ошо талаптарға тап килгән дә инде. Пироговтарҙың татыу ғаиләһенә һыйынып мөхәббәт, тоғролоҡ һәм бәхет йәшәүенә инандыҡ, уларҙың йөҙҙәрендә сағыла улар. Парлы ғүмерҙең өсөнсө тиҫтәһен ваҡлаған Елена менән Леонид, кисә генә өйләнешкәндәй, хистәр сафлығын һаҡлай алған. Әйтерһең, тормош ауырлыҡтары уларҙы урап үткән. Ғаилә йөгөн бер-береһен аңлап, ихтирам итеп бергә тартҡанға, йылдар улар араһына һалҡынлыҡ йүгертә алмаған.

* * *

Тәмле сәй эскәндә лә ололар йәшлек йылдары хәтирәләрен һүтеп, күңелле әңгәмәләште.

Ошондай юбилей кисәләре артабан да дауам итәсәк. Бөтә ғаиләләр ҙә маҡтауға, ололауға лайыҡ. Тормошта бит иң мөһиме ғаилә нигеҙенең ныҡлы булыуы. Матур, тырыш, бәхетле ғаилә генә йәмғиәтебеҙҙең мәртәбәһен күтәрә, килер быуынға үрнәк булып тора.

Милләттең боронғо менән бөгөнгөнө бергә үреп алып барған көнитмеше, тәрән эске донъяһы, күңел талпыныштары сәхнә алдында йәйелдерелгән бай күргәҙмәләрҙә лә асыҡ сағыла ине. Заманса төҫ биреп баҫылған, аҫалы балаҫтар, зауыҡ менән эшләнгән сәскәләр, төрлө ҡул эштәрен тәҡдим итеүселәрҙең һәр ҡайһыһы байрамға мәртәбә өҫтәне.

Бәхетле ғаилә парҙарына артабан да сәләмәтлек, оҙон һәм бәхетле ғүмер юлы насип булһын.

Читайте нас: