+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ял сәғәтендә
20 Сентябрь 2017, 15:52

“Миңә ышаналар икән, тимәк – эшләйәсәкмен”

Был кеше, һикһән йәшенә етеп, әле бер көн дә пенсионер тип аталмаған һәм үҙен ундай итеп тоймай ҙа. Ул таҙа, ныҡ, әүҙем, асыҡ, аралашыусан.

Был кеше, һикһән йәшенә етеп, әле бер көн дә пенсионер тип аталмаған һәм үҙен ундай итеп тоймай ҙа. Ул таҙа, ныҡ, әүҙем, асыҡ, аралашыусан. Уның менән һоҡланмау мөмкин түгел һәм был кешенән өлгө алырға була. Бөгөн беҙ өлкән быуын кешеләренең төп яҡлаусыһы, район ветерандар советы рәйесе Нуриәхмәт Маннапов менән һөйләшәбеҙ.

– Нуриәхмәт Миңлеәхмәт улы, бына 17 йыл инде Һеҙ район ветерандары ойошмаһын етәкләйһегеҙ. Ошо вазифала ирешкән уңыштарығыҙҙың ҡайһыһын иң әһәмиәтлеһе тип билдәләр инегеҙ?

– Һис шикһеҙ, 2005 йылда ветерандар ойошмаһы башланғысы нигеҙендә барлыҡҡа килгән Еңеү паркын. Хәҙер ул хәрби техника менән тулыһынса комплектлаштырылған һәм ра-йондың иҫтәлекле урындарының береһе тип иҫәпләнә. Һәр экспонатты ҡайтарып урынлаштырыуҙа ҡатнашыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Күптән түгел паркта видео күҙәтеү ҡуйылды. Был экспонаттарҙы һаҡлап тоторға мөмкинлек бирер тип өмөтләнәм.

– Һеҙ хөрмәтле ветерандарыбыҙ менән аралашаһығыҙ. Күңелдәре нимә өсөн борсола?

– Ҡасандыр шаулап иген үҫкән һәм техника гөрләгән ҡырҙарҙы урман баҫыуы. Радио һәм телевизорҙан фашизмды еңеүҙә СССР ролен кәметеп, Бөйөк Ватан һуғышы факттарын боҙоп һөйләүҙе ишетеү уларға айырыуса ауыр. Сөнки был үҫеп килеүсе быуындың донъяға ҡарашына кире йоғонто яһай. Һәм, әлбиттә, сәләмәтлек һаҡлау өлкәһендәге ҡыҫҡартыуҙар ҙа борсомай ҡалмай. Заманса технологиялар уҙышында, ябай кеше факторы күп ваҡыт артҡы планға күсә. Шулай уҡ дарыуҙар менән тәьмин итеү ҙә яҡшыларҙан түгел. Өлкән кешеләргә льготалы дарыуҙар етмәй.

– Проблемалар бар, әлбиттә. Ләкин ыңғай яҡтар ҙа юҡ түгелдер. Ветерандар тормошо нисек үҙгәрҙе?

– Беренсенән, пенсиялар артты. Һуңғы өс йыл эсендә районда 101 кеше (һуғышта ҡатнашыусылар, уларҙың тол ҡатындары) торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат алды. Һуңғы биш йылда бөтөн ауылдарҙа һәләк һәм вафат булған һуғышта ҡатнашыусыларҙың исемдәре яҙылған һәйкәлдәр һәм стеллалар ҡуйылды. Йыл да матур итеп Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө, Хәтер һәм ҡайғы көнө, Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы һәм Ватанды һаҡлаусылар көндәре һ.б. үткәрелә. Ауыл халҡы ҙур теләк менән “Мин яратам һине, тормош!” өлкән быуын вәкилдәренең ижади фестивалендә ҡатнаша. Газета редакцияһы һәм ЗАГС бүлеге менән бергә алтын, көмөш туйҙарын билдәләүсе парҙарҙы, шулай уҡ 90, хатта 100 йәштәрен үткәреүсе юбилярҙарҙы ҡотлайбыҙ.

– Һеҙҙең үҙегеҙгә лә күптән түгел 80 йәш тулды. Был көндө ниндәй хис-тойғолар менән ҡаршы алдығыҙ?

– Аптыраным, һөйөндөм. Йылдарым – минең байлығым. Район хакимиәте, туғандарым хөрмәтен тойоу бик күңелле булды.

– Иң оҡшаған бүләкте әйтә алаһығыҙмы?

– Ҡәҙерле ейәнебеҙ Адэля Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инде. Был бик ҙур һөйөнөс!

– 80 йәш – ҙур ваҡиға. Хаҡлы ялға сығырға ваҡыт еткәндер, тип уйламайһығыҙмы?

– Уйламайым. Ветерандарҙы ҡалдырғы килмәй. Миңә ышаналар икән һәм көсөм бар икән – эшләйәсәкмен. Эш тонуста тота һәм хәлһеҙләнергә ирек бирмәй.

– Был урында булғанда тағын нимәләр эшләп өлгөрөргә теләйһегеҙ?

– Әфғән һәм Чечен һуғыштарында ҡатнашыусыларҙың йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙә күберәк ҡатнашыуҙарына ирешергә телә-йем. Сөнки сәләмәт Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡалманы. Ә устав нигеҙендә төп бурысымды – ветерандарҙың социаль хоҡуҡтарын яҡлауҙы – мин һәр ваҡыт тулыһынса үтәргә тырышам. Әлбиттә, район, ауыл биләмәләре, ойошмалар һәм учреждениелар етәкселәре, башланғыс ойошма рәйестәре ярҙамынан башҡа был мөмкин булмаҫ ине. Бының өсөн рәхмәт уларға. Яҡын киләсәктә планда ауыл клубтарында “1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнгәндәр исемдәре (8772 кеше) яҙылған стендтар элергә ниәт итәм.

Мине борсоған тағын бер мәсьәлә бар. Ул тиҙ арала хәл ителер, тип ышанаһы килә. 2014 йылда район хәрби комиссариаты РФ Оборона министрлығы аҡсаһына һәйкәлдәр ҡуйылмаған Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар исемлеге асыҡланған ине. Район буйынса улар 900 кеше. Бөгөнгө көнгә тиклем Президент һәм Оборона министрлығы яғынан бер ниндәй күрһәтмә килмәне. Ейән һәм бүләсәләре Еңеү бүләк иткән бабаларын онотмайынса, ҡәберҙәренә йөрөһөн ине.

– Һәр кешенең юлында уның үҫешендә ҙур роль уйнаған шәхестәр була. Үҙ остаздарығыҙҙы атағыҙ әле.

– Нурислам Ислам улы Тазиев, Баян Абзал улы Сәйфуллин, Мөҙә-рис Иҙиәтулла улы Кәлимуллин. Бәхетемә, үҙ эштәренең оҫталары А. Гордиенко, Ш. Шайморатов,
Т. Ғәзиев менән эшләргә тура килде. Тормош тәжрибәһе өсөн рәхмәтле-мен уларға.

– Эшегеҙҙе яратаһығыҙ, күренеп тора. Ә ни өсөн?

– Ветерандар, уларҙың ғаиләләре менән осрашыу, бәхетле йөҙҙәрен күреү мөмкинлеге өсөн.

– Ә иң ауыр бирелә торғаны нимә?

– Уларҙы һуңғы юлға оҙатыу.

– Һеҙ – әлеге быуын күҙ алдына килтерә алмаҫлыҡ һынауҙар аша үткән һуғыш балаларының береһе. Нисек уйлайһығыҙ, кеше өсөн иң ҙур байлыҡ нимәлә?

– Сәләмәтлек. Үҙеңде һаҡларға кәрәк. 1947 йыл ине. Атай һуғыштан ҡайтып, минең йәштәштәрем (10 йәш) менән бергә ҡасып тәмәке менән шаярғаныбыҙҙы күрҙе. Шунан ҡайыш эләктерҙе лә, былай тине:

“Мин ете йыл хеҙмәт иттем, үлемдең күҙенә ҡараным, әммә ҡулыма был яман нәмәне алманым. Ә һин, оялмайынса, тартырға уйланыңмы?” Был һүҙҙәр ғүмеремә иҫемдә ҡалды һәм тәмәкегә бер ҡасан да үрелмәнем.

– Кешеләрҙә ниндәй сифатты хуплайһығыҙ?

– Намыҫлылыҡты.

– Ә үҙегеҙҙең ниндәй яғығыҙ күңелгә ятмай?

– Артыҡ үҙ һүҙлелегем.

– Нуриәхмәт Миңлеәхмәт улы, хәҙер бирәсәк һорауым күптәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр. Әүҙемлегегеҙ, эшкә һәләтегеҙҙең сере нимәлә?

– Барыһын ғаиләләге, өйҙәге атмосфера билдәләй. Мин һәр ваҡыт ҡаралған, тамағым туҡ, ишектән йылмайып ҡаршы алалар һәм оҙатып ҡалалар. Бының өсөн гүзәл тормош иптәшем Рәхилә Ғөбәйҙулла ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлемен.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Күреүебеҙсә, әле бик күп пландар менән янып йәшәйһегеҙ. Уларҙы тормошҡа ашырыр өсөн Хоҙай ярҙамынан, һаулыҡтан айырмаһын. Һүҙҙе йомғаҡлап, үҫеп килеүсе быуынға теләктәрегеҙ?

– Булғандың ҡәҙерен белеп, уны һаҡларға өйрәнегеҙ. Һәм белемгә ынтылығыҙ. Белем – бар әйберҙең нигеҙе.


Мәҡәлә геройы тураһында

1937 йылда Йәрмәкәй районы, Суҡҡул ауылында тыуған.

Өс улы, бер ҡыҙы, алты ейәне бар.

Хеҙмәт юлы: танктар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә; Семен Макар урта мәктәбендә уҡытыусы; КПСС райкомының ойоштороу бүлеге инструкторы; Энгельс ис., XXI партия йыйылышы ис., Салауат ис. колхоздарҙа партия комитеты секретары; Салауат ис. колхоз рәйесе; Приют ДСПМК прорабы; 2000 йылдың сентябренән – район ветерандар советы рәйесе. Хеҙмәт стажы – 61 йыл.

Наградалары: фиҙакәр хеҙ-мәте өсөн “В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы” миҙалы; “РФ-ҙың Маҡтаулы ветераны”, “Райондың маҡтаулы гражданины”, “Хеҙмәт ветераны” исемдәре; РФ һәм БР етәкселегенең Маҡтау ҡағыҙҙары.


Роман башҡорт ихтилалдарына арнала

Израилдә башҡорт ихтилалдары тураһында китап әҙерләйҙәр. Уның өҫтөндә Израиль гражданы, яҡташыбыҙ Рауил Садиҡов эшләй.

«Роман өҫтөндә эшләйем. Ул башҡорт ихтилалдарына арналасаҡ. Әммә был тарихи йыйынтыҡ түгел, ә үҙем яҙған, ошо теманы ирекле тасуирлауым. Минең ҡарашҡа үҙенсәлекле модель уйлап таптым һәм 1735-1736 йылдарҙағы ваҡиғаларҙы анализлап ҡараясаҡмын. Ул ошо осорҙа барған ваҡиғалар теҙмәһендә башҡорт ғаиләһенең тарихы буласаҡ», – тип һөйләне Рауил Садиҡов.

Яңыраҡ яҙыусы иврит телен-дәге яңы китап өҫтөндә эшен тамамланы. Дилогия «Мамзер» («Никахһыҙ тыуған бала») тип атала. Ул Израиль йәмғиәтендә-ге мөнәсәбәттәргә, уның донъя һәм дини өлөштәре араһындағы ҡаршылыҡтарға арналған. Үҙенең китабын Рауил Садиҡов Израилдә нәшер итергә күҙаллай.


Яңы проект – мәктәп телевидениеһы

Рәсәйҙә мәктәп телевидениеһы проекты эшләй башлаясаҡ. Балалар мәктәптә эфирға сығыу өсөн үҙҙәре ил, донъя һәм төбәк яңылыҡтары әҙерләйәсәк, тип хәбәр итә «РИА Новости» агентлығы Рәсәй мәғариф һәм фән министры Ольга Васильеваға һылтанып.

Министр быны тормошҡа ашырылғыһыҙ нәмә тип иҫәпләмәй, сөнки Рәсәйҙең күп кенә мәктәптәрендә телевидение бар.

«Беҙҙә ул мәктәп радиоһы аша ине, яңыраҡ бер нисә телевидение ойоштороп ҡараған осраҡтар ҙа булды. Был яҡшы эш», – тип Ольга Васильеваның һүҙҙәрен килтерә баҫма.

Уның һүҙҙәренсә, проектҡа аҡса күп кәрәк булмаясаҡ, сөнки мәктәп телевидениеһы өсөн ҡиммәтле техника кәрәкмәй, ә ҙур экранда күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр һәр мәктәптә бар.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығынан.

Читайте нас: