Ошо көндәрҙә Испанияның Севилья ҡалаһында яҡташтарыбыҙ һабантуй байрамы үткәргән.
Алыҫ Испанияла милләттәштәребеҙ күпләп йәшәй. Улар үҙ милли тамырҙарына, асылына тоғро ҡалып, гөрләтеп донъя көтә, төрлө өлкәләрҙе яулай. Күптән түгел Севилья ҡалаһындағы яҡташтарыбыҙҙың «Ҡаҙ өмәһе» үткәреүен яҙғайныҡ, әле улар һабантуй ойошторған. Был хаҡта милли байрамдың төп ойоштороусыларының береһе Нәзилә Юнысова хәбәр итә.
«Һабантуй үткәрергә бер йыл элек үк ниәтләп ҡуйғайныҡ. Былтыр билдәле сәбәптәр арҡаһында уны ойоштороп булманы. «Ҡаҙ өмәһе» нән һуң илһамландыҡ та тәүәкәлләргә булдыҡ.
Беҙгә ҡунаҡҡа, Севильяға, Барселона, Хаэн, Бенидорм ҡалаларынан ун бишләп милләттәшебеҙ килде. Испандарға үҙебеҙҙең йолаларыбыҙҙы, йыр-бейеүҙәребеҙҙе күрһәттек, милли аш-һыуыбыҙҙы тәмләттек. Тирмә ҡорғайныҡ, унда самауыр сәйе эсеп кинәндек. Беҙгә әҙерләнергә ярҙам иткән ҡыҙҙар афарин булып сыҡты, өҫтәл милли ризыҡтан һығылып торҙо. Бындағы испан дуҫтарыбыҙға сара ныҡ оҡшаны, беҙҙең бейеүҙәребеҙгә ҡушылып, ихлас йырлашып, күңел астылар. Ҡунаҡ ашы — ҡара ҡаршы, тигәндәй, Барселоналағы милләттәштәребеҙ үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырып ҡайтты. Алла бойорһа, киләһе йыл һабантуйҙы тағы ла киңерәк ҡоласлы итеп үткәрергә уйлайбыҙ. Сараларҙы рәсми рәүештә ойоштороу өсөн яҡташтарыбыҙҙың ассоциацияһын төҙөмәксебеҙ». ("Йәшлек")