Яҙ онотто беҙҙе
Бөгөн кискә йәнә һыуытты,
Ҡыш ихласлап билен нығытты.
Бурап - бурап ергә ҡарҙар яуа,
Яҙ онотто беҙҙе, онотто.
Был ваҡытта былтыр яҙ ине,
Ерҙең өҫтө тулы наҙ ине.
Һабантурғай йыры сыңлағанда
Һоҡланмаған кеше аҙ ине.
Сыйырсыҡтар юҡ та юҡ һаман,
Йылы яҡтан улар ҡайтмаған.
Ҡош юлдары менән аймылышып,
Моғайын да, беҙҙе тапмаған.
Һағындырҙы тамсы сыңдары,
Яҙҙың дәртле, сағыу моңдары.
Көн дә ҡарҙар яуып ҡояш байый,
Буран олоп ата таңдары.
Яҙ онотто беҙҙе, онотто,
Кем бутаны икән ваҡытты?
Мәлендә бик танһыҡ ине лә бит,
Ҡыш ялҡытты тамам, ялҡытты.
Мәүлит Ямалетдин