+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Апрель 2019, 17:07

Ҡәнзәфәр бейҙең ҡәбере табылды

Улар башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Ҡәнзәфәр бейгә бәйле документтар алып килгән.

Мең ырыуы башлығы, Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшкә етәкселек иткән Ҡәнзәфәр бейҙең тыуған ере хәҙерге Благовар районының Башҡорт Тирмәһе ауылы тип фараз ителә ине, уның ҡасан һәм ҡайҙа ерләнгәне билдәле булманы. Ошо көндәрҙә Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенә Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы һәм Хәжәт ауылдарынан вәкилдәр: имам хатиб Салауат Вәликәев, тарих уҡытыусылары Ғәлиән Төхфәтуллин, Айҙар Сафин килеп китте.

Улар башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Ҡәнзәфәр бейгә бәйле документтар алып килгән. Иҫке Ябалаҡлы ауылында Ҡәнзәфәр бейҙең ҡәбере табылған. Ҡәбер ташындағы яҙманың тәржемәһен килтерәм: "Хөрмәтле, бөйөк һәм аҡыл эйәһе, һәм уҡымышлы Ҡәнзәфәр бей тыуҙы Ябалаҡ ауылында 939 һижри йылында (миләди йыл иҫәбе буйынса 1532 йыл). Аллаға дан булһын, уға тиңдәш башҡа юҡ. Мусабей улы.

Ҡәнзәфәрҙе 1012 һижри йылдың рамаҙан айының 10 авгусында мәңгелек йортҡа ҡуйҙы.

Урының Мәьуала ожмахында ит.

Яҙҙы Әсфәндиәр мулла".

Тағын бер мөһим сығанаҡ булып Ҡотлояр мулланың яҙмаһынан ҡалған бер киҫәк иҫкесә яҙылған ҡағыҙ. Бында ла ҡәбер ташындағы текст яҙылған һәм аҙағына:"... бу ҡыяғаҙға күсерҙе Ҡотлояр мулла. 1912 йылда", – тип өҫтәлгән.

Шуны уҡ Ҡотлояр мулла ижад иткән бәйет тә иҫбатлай:

Ваҡытында бик әүәл

Мең дәүләте булғандыр.

Тулы һыулы Күгиҙел,

Сылтырап аҡҡан Өршәге,

Зәңгәр һыулы күлдәре,

Аслы, Ҡандра һыуҙары

Был ырыуға кергәндер,

Ҡалын ҡара урмандар,

Киртләс киткән тауҙары,

Иркен ялан-ҡырҙары

Булған ырыу байлығы.

Әүәл-әүәл электән

Ошо ерҙе төйәк иткән

Беҙҙең ата-бабалар.

Булған уның аҡыллы

Батырҙары, бейҙәре.

Тирә-яҡта дан тотҡан

Ҡәнзәфәр бей булғандыр.

Барлыҡ ерҙе берләштереп,

Ул булғандыр ҙур түрә.

Уның нигеҙ таштары

Ҡалмаҡсура буйында.

Оҙонкүлдең буйҙары,

Донъя көткән шул ерҙә.

Һис бер нужа күрмәгән,

Береһенән-береһе матур

Өсәү булған ҡатыны.

Иң өлкәне, уңғаны –

Шәрифәһе матуры

Бүләк иткәндер уға

Биш уланды, батырҙы.

Биш бармаҡтай берҙәм булып,

Батыр булып үҫкәндәр.

Буй-һындары етеү менән

Уҡ-һаҙағын алғандар.

Атаһының һүҙен йыҡмай,

Тоғро булып үҫкәндәр.

Аҡ батшаға ҡушылғас,

Дүрт уланын йыйғандыр.

Васыяттарын әйтә һалып,

Ерҙәр бүлеп биргәндер.

Ҙур уланы Ҡоҙайбах

Нигеҙ ҡора һалғандыр

Йәмле Өршәк буйында.

Дәҫтән тигән уғланы,

Дәрхән күлен үҙ итеп,

Шунда нигеҙ ҡорғандыр.

Ҡуҙбахты батыры

Ҡыҙҙар тауы итәгендә

Нигеҙ ҡора һалғандыр.

Ҡоҙаш тигән уғланы

Өршәк, Үҙән буйында

Тормош көтә башлаған.

Иң кесеһе, Хәжәре,

Ҡалған бейҙең янында.

Булған бейҙең дуҫтары,

Иң яҡыны, уң ҡулы –

Сөфлө тигән ярҙамсы.

Булған уның улдары –

Башҡорттарҙың батыры,

Яйыҡ-ҫыбы тигәне

Ҡыпсаҡ яғын үҙ иткән.

Ҡәҙер ҫыба тигәне

Ҡаршин яғын үҙ иткән.

Иҙел менән Миңлеһе

Ҡармасандың яғында

Нигеҙ һалып, ер алған.

Ҡәнзәфәр бей, үҙ итеп,

Яҡын ҡорҙаштарына –

Ураҙ менән Мәмбәткә,

Яҡуп тигән муллаға

Бүләк иткән ерҙәрен.

Шулай итеп, мең ере

Ун бер олоҫтан торған.

Кәңәшләшеп бергәләп,

Улар бергә эш иткән.

Ҡара тундың итәгендә,

Йыйылғандар бергәләп.

Читайте нас: