+16 °С
Облачно

Благовар районында Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары хөрмәтенә мемориал төҙөлдө

Благовар районы Иҫке Абзан ауылында Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары хөрмәтенә мемориал төҙөлдө.

Благовар районында Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары хөрмәтенә мемориал төҙөлдөБлаговар районында Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары хөрмәтенә мемориал төҙөлдө
Благовар районында Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары хөрмәтенә мемориал төҙөлдө

2026 йылдың 9 майында Иҫке Абҙан ауылында бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хөрмәтенә күптән көтөлгән мемориал асылды. Иҫтәлекле ҡоролманы Башҡортостан Башлығы гранты һәм ауыл халҡының ярҙамында төҙөнөләр.

Әгәр грант 500 000 һум тәшкил итһә, халыҡ 650 000 һум йыйған! Ҡотлау телмәрендә социаль сәйәсәт, йәштәр һәм спорт идаралығы начальнигы Азат Мофазалов урындағы инициатива төркөмөнә рәхмәт белдерҙе.

Һәләк булған һәм һуғыштан ҡайтҡан яҡташтар иҫтәлегенә арналған мемориал төҙөү ул - изге бурыс. Был эштән бер кем дә ситтә ҡалманы, элекке уҡытыусылар, китапханасы, энергетиктар, пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре, башҡа активистар ҡатнашты. Мемориалды төҙөүҙә, биләмәне төҙөкләндереүҙә эшҡыуарҙар Ринат Арыҫланов һәм Илгиз Хәйруллин ҡатнашты.

Мемориал ябай ауыл халҡының батырлығы һәм ҡаһарманлығы тураһында хәтер, балалар һәм йәштәр өсөн патриотизм өлгөһө!

Яҡташтары Рәйес Сәйетхан улы һәм уның ҡатыны Лида таш ошо турала һөйләйнеләр:

  • Иҫке Абҙан ауылы халҡына Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары иҫтәлеген мәңгеләштереү, киләсәк быуындар хаҡына баһалап бөткөһөҙ хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Шулай уҡ ауылды үҫтереү, мәҙәни тормош өсөн бөтә башланғыстарҙа ла дуҫлыҡ һәм берҙәмлек күрһәткәндәре, МХО-ла ҡатнашыусыларға даими ярҙам ойошторғандары өсөн дә рәхмәт белдерәбеҙ. Иҫке Абҙандың гөрләп сәскә атыуына яҡташтарым ҙур өлөш индерҙе. Беҙҙең берҙәмлектә - Еңеү һәм Ватаныбыҙ именлеге.
  • Фото - "Благовар хәбәрҙәре" гәзиненән.
Благовар районында Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары хөрмәтенә мемориал төҙөлдө
Благовар районында Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары хөрмәтенә мемориал төҙөлдө
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас