-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
23 Май 2025, 15:02

Бөйөк датаға: Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә автойөрөш үтте

Илебеҙҙең төп байрамы – 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының Еңеүенә 80 йыл тулыу алдынан "Ярмәкәй егеттәре" гармунсылар ансамбле һәм "Аҡ ҡалфаҡ" вокаль ансамбле ҡатнашыусылары башланғысы менән Ярмәкәй – Абдулла – Абделкәрим – Ярмәкәй маршруты буйынса автойөрөш ойошторолдо.

Бөйөк датаға: Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә автойөрөш үтте
Бөйөк датаға: Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә автойөрөш үтте

Унда ҡатнашыусыларҙың флагтар менән биҙәлгән автомобилдәр колоннаһы Иҫке Сүлле ауылында беренсе туҡталыш яһаны, унда коллектив ағзалары осоусы-штурмовик, Советтар Союзы Геройы Гали Әхмәт улы Мәжитовтың һеңелеһе Любовь Әхмәт ҡыҙы Габдрәҡипованы Бөйөк байрам менән ҡотланы.

Маршрут буйынса һәр ауылда ерле халыҡ һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән бергә Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә ҡуйылған обелисктарға сәскәләр һәм веноктар һалды.

Иҫке Турай һәм Абдулла ауылдарында обелисктар янында тематик концерттар уҙҙы. Иҫке Турай мәктәбе уҡыусылары, Мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәр артистары һуғыш йылдары йырҙарын, патриотик әҫәрҙәр башҡарҙы.

Ауыл кешеһе, уның тарихын яратыусы Рамил Шәфиҡов тырышлығы менән һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарҙың исемдәре яҙылған гранит плитәләр эргәһендә Мәңгелек ут ҡабынды. Был матур сара байрамға йәм өҫтәне.

Бөйөк датаға: Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә автойөрөш үтте
Бөйөк датаға: Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә автойөрөш үтте
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас