«Мәңге тереләр» пьесаһын Виктор Розов 1943 йылда, яраланғандан һуң отпускыла булғанда яҙа. Уның буйынса спектаклде тәүге тапҡыр Кострома театры сәхнәһендә, һуңынан «Современник» театрында ҡуялар, ә 1957 йылда «Летят журавли» фильмын төшөрәләр.
Спектаклде ҡуйыуға студенттарҙың «Виртуоз» эстрада миниатюралары театры ла тотонорға ҡарар итә.
- Былтыр махсус хәрби операцияла беҙҙең актер Искәндәр Батталов һәләк булды. Ул беҙҙең менән бер йыл булды. Яҡшы кеше, юморист. Ул Максим Горькийҙың «Васса Железнова»т рагедияһында төп героиняның ире ролен уйнай ине. «Мәңге тереләр» спектаклен беҙ уға бағышлайбыҙ, – театр етәксеһе Наил Әхмәтйәнов ошо эшкә тотонорға ҡарар итеүен шулай аңлата. - Спектакль, әлбиттә, еңел түгел. Бөтә фекерҙәрен һәм яңы белемдәрен йәш артистар үҙ персонаждары аша еткерергә тырыша. Минеңсә, улар быға өлгәште.
Пьесаның ваҡиғалары 1941 йылдың 3 июлендә Мәскәүҙә башлана. Геройҙарҙың Береһе Борис Бороздин, броньға ҡарамаҫтан, үҙ теләге менән фронтҡа китә һәм хәбәрһеҙ юғала. Уның яратҡан ҡыҙы Вероника, ата-әсәһен һәм йортон юғалтып, Бористың ике туған ағаһы Маркҡа кейәүгә сыға. Әммә был никах уның өсөн йыуаныс булмай. Маркты юрколледжа студенты Артур Мотығуллин уйнай.
- Үҙебеҙҙең персонажды шунда уҡ аңланым, әммә репетициялар барышында ролдең күп өлөшөн үҙгәрттек, – тип уртаҡлашты Артур үҙ фекере менән. Марктың үҙен бөйөк музыкант тип һанай, уға һуғышта урын юҡ. Тарихыбыҙҙа бик күп миҫалдар булһа ла, күренекле мәҙәниәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре фашистар менән бер рәттән көрәшә. Улар араһында - башҡорт шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәрим. Ул һуғыша, яралана, ә фронттан ҡайтҡас, яҙыуын дауам итә.
Педколледж студенты Максим Елагин Владимир ролен уйнай.
Юрколледждан Карина Вәлиева Бористың өләсәһен уйнай. Ҡыҙ үҙенең героиняһын тойоу ауыр булмауын һөйләне.
- Мәҫәлән, Бористың үлеме тураһында хәбәр килгән күренештә, минең героиняның йөҙөндә ысын күҙ йәштәре күренә. Оло йәштәге ҡатындың ниндәй юғалтыу кисергәнен аңлап, мин ысын мәғәнәһендә иланым.
Балаларҙың эшен күп тамашасылар баһаланы, улар араһында юрколледж уҡытыусыһы Ксения Плаксина ла була:
- Сәхнәлә балалар яңы яҡтан асылды. Улар бик тәрән уйнай. Спектакль мине шул тиклем тулҡынландырҙы, мин күҙ йәштәремә ирек бирҙем. Фото - «Виртуоз» архивынан.