Был йыйылышты Ҡоролтай ағзалары Милли мәҙәниәт директоры Гөлназ Заһит ҡыҙы Сахабутдинова менән берлектә үткәрергә булды. Йыйынға “Ағинәйҙәр” башҡорт вокаль ансамбле ҡыҙҙары ла саҡырылған ине.
Һәр бер кеше үҙ туғанын көткән кеүек ялға ҡайтҡан"Арыҫлан" ҡушаматлы яугирҙең осрашыуға килгәнен көтөп алды. Уның менән һөйләшеп, әлеге мәлдә ниндәй ярҙам мөһимлеген һорап, мөмкин тиклем бәйләнештә булырға килешелде. Яугир хәрби хеҙмәттә 9 йыл, ғаиләһе бар, ҡатыны менән ике ҡыҙ , үҫтерәләр.
Осрашыуҙың аҙағында Ағинәйҙәр "Арыҫлан"ға изге теләктәр теләп, боронғо башҡорт йолаһы буйынса бетеү бирҙеләр.
Был бетеүҙәрҙе Дилбәр Назир ҡыҙы үҙ ҡулдары менән эшләп, эсенә доға яҙып һала. Бетеүҙәрҙә "Арыҫлан" аша уның менән хеҙмәт иткән яугирҙарға ла тапшырҙылар.