Тағы өс миллион һум муниципаль район бюджетынан килгән. Төҙөүселәр плитканы яңыртты, бассейнға төшөү өсөн баҫҡыстарҙы һәм тотҡаларҙы алмаштырҙы, һыу әҙерләү системаһын, рәшәткәләрҙе яңыртты, улар аша бассейндан ағып сыҡҡан һыу артабан таҙартыу һәм дезинфекциялау өсөн һыу менән тәьмин итеү системаһына инә. Әммә бассейндың төбөн ремонтлау техник яҡтан иң ҡатмарлыһы һәм ҡиммәтлеһе булып сығҡты. Башта гидроизоляция эшләнә. Артабан зәңгәр төҫтәге плитка йәбештерәләр.
Ә ремонттан һуң бассейндағы һыу йылыраҡ булды - хәҙер ул 28 градус.