Туймазыла «Маскита» клубы ике йыллығын билдәләне. Ирекмәндәрҙе Туймазы районы хакимиәте башлығы Булат Мусин, СВО яугирҙары, предприятие етәкселәре ҡотланы.
Осрашыу татар драма театрында үтте, унда «Маскиты»ның 22 ирекмәндәр пунктының береһе эшләй.
– Туймазы районында ирекмәндәр хәрәкәте әүҙем эшләй, - тине район хакимиәте башлығы Булат Мусин. - Унда район халҡы, эшҡыуарҙар, учреждение һәм предприятие етәкселәре йәлеп ителгән. Кемдер аҡса күсерә, кемдер маскировка селтәрҙәре бәйләй, дарыуҙар һатып ала. Бының өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт.
Бөгөн тәүге тапҡыр маскировка селтәрен үреүҙә ҡатнаштым. Был ҡатмарлы түгел, хатта мауыҡтырғыс эш. Ирекмәндәр клубы эшенә үҙ өлөшөмдө индерергә һәм тыуған көнөм менән тап килгән «Маскита»ның тыуған көнө хөрмәтенә клубҡа кәрәкле материалдар һатып алыуға сертификат бүләк итергә теләйем.
Был көндө «Маскита» клубы эшҡыуар Олег Жирновтан да аҡсалата сертификат алды. Ә «РиаПласт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Марат Шәйҙуллин «Маскита»ның сираттан тыш иҫәбен түләргә вәғәҙә бирҙе.
Был көндө ирекмән активистарға район хакимиәтенән рәхмәт хаттары тапшырылды.