Туймазыла махсус операцияла ҡатнашыусы ике кеше менән хушлаштылар.
Руслан Хәмиҙуллин 1993 йылдың 25 мартында Төмән өлкәһенең Белоярский ҡалаһында тыуған. Урта мәктәптең 9 класын тамамлаған. Армия хеҙмәтен тамамлағандан һуң Туймазыла картон-ҡағыҙ комбинатында ҡырҡыусы булып эшләй. Сво-ла махсус тәғәйенләнештәге төркөмдөң өлкән разведчигы булып хеҙмәт иткән.
Искәндәр Батталов 2003 йылдың 11 сентябрендә Туймазыла тыуған. 4-се мәктәптә, һуңынан Туймазы юридик колледжында уҡый. Армия хеҙмәтен тамамлағандан һуң СОЗАИТ предприятиеһында эшләй.