Был көндәрҙә Башҡортостанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр. Ауыл һәм ҡала китапханаларында, мәктәптәрендә балалар өсөн «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс Таған» кеүек әҫәрҙәрҙең авторҙарын иҫкә алыу саралары үткәрелә.
Туймазы районының Үрмәкәй ауыл китапханаһында – уҡыуҙар, Сәрәндә - әҙәби сәйәхәт, ә Бишҡурай һәм Татар-Олҡан ауыл китапханалары хеҙмәткәрҙәре балаларҙы «Мостай Кәримдең ижади донъяһы» әҙәби ҡунаҡханаһына саҡырҙы.
Ҡандра-Ҡотой ауылында йәшәүсе Әнәс Арыҫланов, күп йылдар «Туймазы хәбәрҙәрә» гәзитендә фотограф булып эшләгән, Мостай Кәримдең Туймазыға сәфәре ваҡытында төшөрөлгән архив фотолары менән уртаҡлашты.