Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфө һәм Башҡортостан халҡын баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы.
«Быйыл Өфө үҙенең 450 йыллығын билдәләй. Ҡала һәм республика халҡын ошондай әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотлайым», — тине дәүләт башлығы «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара форумындағы сығышында.
Башҡортостан «илдең иң үҙенсәлекле төбәктәренең береһе» булып тора, тип билдәләне президент.
Ул шулай уҡ республика халҡына ил үҫешенә тос өлөш индергәне — хәрби, хеҙмәт, фәнни һәм спорт ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Форумда ҡатнашыусылар данлыҡлы башҡорт ҡунаҡсыллығын лайыҡлы баһалар, ошо һоҡланғыс, боронғо төбәктең тарихы, уның үҙенсәлекле мәҙәни мираҫы һәм спорт традициялары һәм заманса ҡаҙаныштары менән ҡыҙыҡһынып танышыр тип ышанам», — тине Владимир Путин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 17-19 октябрҙә Өфөлә «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы бара. «Башинформ» 17 октябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Өфөгә килеүе хаҡында хәбәр иткәйне.