-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
10 Сентябрь 2024, 12:28

Туймазы районында офтальмолог ауылда "Ауыл табибы" программаһы буйынса эшләй

Күптән түгел Туймазы районы Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән йәш табип-офтальмолог Регина Ғәлләмоваға эш һәм йәшәү урынына әүерелде.

Туймазыла уның тормош иптәше тыуған. Шул уҡ ваҡытта ул бында яратҡан эше менән шөғөлләнергә, иҫ киткес коллективта һөнәре буйынса эшләргә мөмкинлек ала. Ул Субханғол дауаханаһының махсуслаштырылған офтальмология бүлегендә эшләй. Унда глаукома, катаракта һәм башҡа күп кенә күҙ ауырыуҙары менән сирләгән пациенттар мөрәжәғәт итә.

- Радий Хәбиров республикала йәшәүселәр, айырыуса ауыл халҡы өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙың мөһимлеген даими рәүештә билдәләй. Республикала, шул иҫәптән ауылдарҙа ла яҡшы йәшәү мөһим. Лайыҡлы эшләй, тулы ҡанлы тормош алып бара, ғаилә ҡорорға, балалар тәрбиәләргә мөмкин булһын өсөн инфраструктура булдырыла, - ти Собханғол мәктәбе директоры Ольга Гусакова.

Регина Ғәлләмова 2022 йылда ауыл белгестәренә ярҙам программаһы сиктәрендә ошо ауыл дауаханаһына эшкә урынлаша, шуға күрә 1,5 миллион һум күләмендә субсидия ала. Ошондай етди финанс ярҙамы арҡаһында ул ире менән бергә ипотекаға фатир һатып ала.

Шул уҡ ваҡытта йәш табип поликлиникала ауырыуҙарҙы ҡабул итеп кенә ҡалмай, ә офтальмологик операциялар үткәрә, кешеләргә яҡшы күреү һәләтен ҡайтара. Ул Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының тәжрибәле хирург-офтальмологы Раян Хисмәтуллин етәкселегендә оҫталығын камиллаштыра.

- Офтальмология буйынса китергә университетының өсөнсө курсында уҡ, практика осоронда уҡ ҡарар иттем, - тип һөйләй Регина Рауил ҡыҙы. -Тәжрибәле остаз-хирургтарҙың ювелир эше миңә бик оҡшаны. Ординатурала уҡығанда һәм офтальмология операцияларында ассистент булғанда был йүнәлештә эшләргә теләгем нығыны. Хәҙер, операцияны үҙем үткәргәндән һуң, үҙ һөнәремде тағы ла нығыраҡ яратам. Сөнки был өлкәлә камиллыҡҡа сик юҡ. Ә иң мөһиме: кеше өсөн күҙҙәр - донъяға тәҙрә. Һәм мин кешеләргә был «тәҙрәне» асырға ярҙам итә алғаныма бик шатмын.

Айына Собханғол дауаханаһының офтальмология бүлегендә йөҙгә яҡын операция үткәрелә. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты офтальмологы Раян Хисмәтуллин Туймазы районына билдәләнгән график буйынса килә, үҙе операция яһай йәки йәш белгес үткәргән операция менән етәкселек итә. Ғәлләмова операцияларҙың бер өлөшөн үҙаллы башҡара.

- Үҙ һөнәреңде тапһаң, алға барырға кәрәк. Әгәр теләк булһа, ҙур профессиональ бейеклектәргә өлгәшергә мөмкин, – ти Регина Рауил ҡыҙы.

Радий Хәбиров: - Медицина хеҙмәткәре ауылда нығынһын өсөн, уның тормошон мөмкин тиклем уңайлы итергә кәрәк. Башҡортостанда кадрҙар йәлеп итеү өсөн программалар эшләй. «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры», «Дефицитлы һөнәрҙәр» кеүек проекттар 2023 йылда 296 хеҙмәткәргә компенсация түләүҙәрен алырға мөмкинлек бирә. Туймазы районында бөгөн 39 табип «Ауыл табибы» программаһы сиктәрендә дауалау учреждениеларына йәлеп ителгән. Шул иҫәптән һуңғы ике йылда 11 белгес йәлеп ителгән.
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: