+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
29 Август , 15:31

Благовар районының Языков ауылында традицион август кәңәшмәһе үтте

Райондың мәғариф системаһы үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү һәм белем биреү буйынса юғары миссияһын дауам итә.

«Балаларыбыҙға һәр мәктәптә – төпкөлдә лә, ҡалаларҙағы яңы биҫтәләрҙә лә сифатлы белем һәм тәрбиә биреү өсөн бөтә шарттар булдырылыуы мөһим», – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

Райондың мәғариф системаһы үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү һәм белем биреү буйынса юғары миссияһын дауам итә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, мәғариф - айырым хәстәрлегендәге өлкә. 2022-2023 йылдарҙа дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу буйынса федераль программа сиктәрендә 37, 6 мең бала өсөн 140 мәктәп бинаһы ремонтланған.

Быйыл Таң, Ҡашҡалашы һәм Языково ауылдары мәктәптәренә комплекслы капиталь ремонт үткәрелгән. Август кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларҙы ҡотлап, район хакимиәте башлығы Марат Йосопов уҡытыусыларға балалар һәм үҫмерҙәр менән системалы эш алып барғандары өсөн рәхмәт әйтте. Үҙенең сығышында райондың мәғариф бүлеге начальнигы Зәбит Ишмәтов мәғариф йүнәлештәре йомғаҡтарына һәм перспективаларына туҡталды. Район педагогтарын Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Кирсанов ҡотланы.

Сарала был көндө тармаҡ һәм район наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Иң юғары награда — «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» исеме Таң ауылы мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Юнысоваға бирелде. Уның стажы - 32 йыл, һеңлеләре Гүзәл һәм Зөлфирә лә алдынғы педагогтар.

Шулай уҡ БР мәғариф һәм фән министрлығынан «Почетлы остаз» билдәһе Әлиә Бизинадзеға, Почет грамоталары - Ләсән Сакаева, Әлфиә Зөлҡәрнәева, Ксения Дмитриеваға тапшырылды.

Һарайлы мәктәбе мөдире Рауил Ғүмәров: Оҙаҡламай уҡыусылар яҡты, ремонтланған кластарға киләсәк. Хәҙер республикалағы мәктәптәргә, ғөмүмән, тотош мәғариф тармағына ҙур иғтибар бүленә. Беҙҙе «Мәғариф» милли проектын тормошҡа ашырыу, балаларҙа Ватан өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙырған традицион ҡиммәттәргә таянып белем биреү процесын төҙөү йәһәтенән яуаплы уҡыу йылы көтә.
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: