" Мәтәүтамаҡ агрофирмаһы»нда һыйырҙар яҙҙан алып яланда йөрөйҙәр. Былтыр бында малдарҙы һыу менән тәьмин итеү системаһы төҙөлдө.
Беҙ фермаға киске һауын ваҡытынды килдек. Билдәләнгән сәғәттә һауыу урынына һыйырҙар йыйыла башлай. Йөҙгә яҡын һыйыр, үҙ сиратын көтөп, аҙбарҙа тора. Фермала алты һауынсы эшләй. Көн һай ын улар 1800 килограмға тиклем һөт һауып ала, һуңынан һөт «Серафимовское» йәмғиәтенә эшкәртеүгә ебәрелә.
Иң тәжрибәле һауынсылар - Эльмира Фәйзуллина һәм Рузилә Баҙғетдинова, улар бында 20 йылдан ашыу эшләй. Агрофирмала күптән инде ҡулдан һауыуҙан баш тарттылар. Йәйге лагерҙа һөт үткәргес бар. Һөт үткәргесте 29 йәшлек оператор Илдар Аллабирғанов хеҙмәтләндерә. Уның бурыстарына ҡорамалдарҙы ремонтлау һәм йыуыу инә.
Һыуыҡтар башланғас, малдарҙы фермаға күсерәләр, әле унда ремонт бара.
- Беҙ ике бинаның береһен капиталь ремонтлайбыҙ, - тип һөйләне агрофирма етәксеһе Илдар Ғарифуллин. - Был бик боронғо бина. Стеналары емерелә башланы, беҙ уларҙы һүтеп алдыҡ һәм хәҙер керамзит блоктарҙан стеналар һалабыҙ. Бинаның ҡыйығын әлегә ремонтламаясаҡбыҙ. Шулай уҡ тиреҫ таратыу урынын яңыртабыҙ. Ремонт темаһын дауам итеп, быйыл ике силос траншеяһын реконструкцияланыҡ: әгәр элек уларҙың һәр береһенә 1500 тонна силос урынлаштырылһа, хәҙер ике траншеяға ла 5000 тонна мал аҙығы һала алабыҙ. Хужалыҡта 650 баш ҡара-сыбар һәм герефорд тоҡомло һыйыр малы иҫәпләнә.
Ауыл хужалығы предприятиеһы мал аҙығы әҙерләүҙе дауам итә.