Нефтекама ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы пенсионерҙарының IX Спартакиадаһы тамамланды. Сара «Спорт— тормош нормаһы» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә һәм «Өлкән быуын» проектын хуплау йөзөнөн уҙа. Өч көн дауамында бөтөн Башҡортостандан 25 команданан 200-ҙән артыҡ ҡатнашыусы һигеҙ спорт дисциплинаһында: дартс, ГТО комплексы, шахмат, 1 километрға йүгереү, өҫтәл теннисы, электрон атыу, ҡатнаш эстафета һәм 50 метрға йөҙөүҙә көс һынашты. Әйткәндәй, йөҙөү буйынса ярыштар сара алдынан ғына үҙ ишектәрен асҡан спорт комплексының «Амфибия» бассейнында уҙҙы. Ул республика Башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә төҙөлгән.
Спартакиадала Бүздәк районы данын Рим Юнысов, Самат Ғәзизов, Роза Хазова, Лида Маликова, Римма Хафизова, Нуридә Батыргәрәева, Тәнзилә Латыпова, Рәмзиә Таһирова һәм иң өлкән ҡатнашыусылар — 74 йәшлек Марсель Садыков һәм 72 йәшлек Валий Ханнановтарҙан торған йыйылма команда лайыҡлы якланы. Ойоштороусылар билдәләп үткәнсә, командалар һаны йылдан йыл арта. Быйыл иң өлкән ҡатнашыусыға 83 йәш булған.
Өс көнлек Спартакиада йомғактары буйынса районыбыҙ ветерандары яҡшы физик әҙерлек, спорт сәме һәм еңеүгә ынтылыш күрһәттелєр. Валий Ханнанов йүгереүҙә — икенсе, Марсель Садыҡов өҫтәл теннисы буйынса өсөнсө урынды алдылар. ГТО нормативтарын үтәүҙә Римма Хафизова — икенсе, Роза Хазова өсөнсө урындалар. 25 команда араһында беҙҙең пенсионерҙар етенсе урындалар. Шулай уҡ шашка буйынса күрһәтмә турнир уҙҙы, унда Рим Юнысов һәм Рәмзиә Таһирова — беренсе, Лида Маликова икенсе урынды алдылар. Спартакиадала ҡатнашыусылар һүҙҙәренә ҡарағанда, улар өсөн иң мөһиме еңеү түгел, ә башҡа ҡалаларҙан фекерҙәштәре менән аралашыу мөмкинлеге булған. «Йәш ул— һан ғына!»— ти Бүздәк ауылы спортсыһы Валий Ханнанов. Иртәнге зарядка, турникта күтәрелеү, йүгереү, велосипедта йөрөү — был уның тулы булмаған спорт минимумы. Ҡышҡы осорҙа быға саңғы һәм яратҡан хоккей өҫтәлә. Валий Әнүәр улы үҙ ишек алдында бәләкәй генә хоккей тартмаһы ла яһаған. Йәйен бында картуф һәм кәбеҫтә үҫә, ә ҡышын был урын импровизацияланған шыуғалаҡҡа әүерелә, унда ейәндәре генә түгел, күрше балалары ла шатланып тимеръаяҡта шыуа. Ә тәнәфечтәрҙә боҙға тулы хоккей амуницияһында ул үҙе лә сыға.
Шуныһын да әйтергә кәрәк, 72 йәшендә лә Валий Әнүәр улы эшләүсе пенсионерҙар сафында. Бүздәк ауыл хужалығы колледжында контролер булып эшләй ул.
Бүздәк районы командаһының спорттағы ҡаҙаныштары барыбыҙҙы ла актив йәшәү рәүешенә рухландыра һәм йәштең юғары һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн кәртә булмауын күрһәтә.
Уҙған ярыштар һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы формалаштырыласаҡ, ул Рәсәй пенсионерҙары Спартакиадаһында төбәгебеҙ намыҫын яклаясаҡ. Был бәйгеләр Кемеровола быйыл сентябрҙә уҙасаҡ.
Командабыҙҙы яңы ҡаҙаныштары менән ҡотлайбыҙ! Сәләмәтлек, күңел көрлөгө һәм киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ!