-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
15 Август 2024, 11:08

Шәжәрә - ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә

Нимә ул шәжәрә? Шәжәрә,ғәрәп телендә «ағас» тигән һүҙ. Беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу- ҡәбиләне, нәҫелде, ата-бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. Ә ни өсөн ағас?  Ағас борон  беҙҙең халыҡта һауаны, ерҙе,ер аҫтын берләштереүсе билдә булған. Тамыры-үткәнебеҙ, олоно- бөгөнгөбөҙ, тармаҡтары-киләсәгебеҙ. Кешенең ата-бабаһы ағастың кәүсәһен, яҡын туғандары-ботағы, туғандарҙың-туғандары- һабаҡтары, япраҡтары формаһында тармаҡланып төҙөлгән була.Туғандары күп булған кешене нәҫел-нәсәпле кеше тиҙәр. Нәҫел-ырыуҙы үҫтермәүсе,тарҡатыусы,бетереүсе кеше тураһында: «нәҫел ҡоротҡос»  тип  әйтәләр.  Һәр кеше үҙ нәҫел ағасындағы яҡшы сифаттарын һаҡлап, уны тағы ла яҡшыртырға тейеш.  Кеше кәмендә ете быуынын белергә тейеш булған, сөнки ырыуҙа ҡан яңартыуға ынтылыш аныҡ булған. Был ҡан ҡәрҙәштәр менән ғаилә ҡороу тыйыла тигән һүҙ. Схемала ул бына ошолай күренә:

 Ата – Ул – Ейән – Бүләр – Тыуар – Тыуа-ят – Ете-ят. Етенсе быуын тыуған тип һаналмаған. (кейәүгә сығыу, өйләнеү мөмкин).

Шәжәрәнең әһәмиәте нимәлә? 

 Шәжәрә - борон – борондан ырыу-  араның документы, икенсе төрлө әйткәндә бер туған кешеләрҙең дөйөм танытмаһы ла булып һаналған. Сөнки  шәжәрәлә ырыуҙың нәҫелдән- нәҫелгә бирелер ер биләмәһе лә теркәлгән.Ошо яғы  менән шәжәрә - ижтимағи сәйәси документ, тарихи сығанаҡ та.

Беҙ һеҙҙең менән ниндәй ырыуға  инәбеҙ һуң?  Мең ырыуы вәкилдәре беҙ. Мең ырыуының  биләмәләре төнъяҡтан, Ағиҙелдең урта  ағымынан, көнъяҡҡа, Дим, Өршәк йылғаларының үренә саҡлы, һуҙылған булған.

Көнбайышта иһә Ҡармасан, Сәрмәсән, Өсән, Сөн һәм Ыҡ йылғаларына барып еткән.Ул биләмәләр хәҙерге Туймазы, Йәрмәкәй, Шаран, Бүздәк, Илеш, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Миәкә, Татарстандың Мөслим,  Аҡтаныш, Бөгөлмә райондарына ҡарай. Меңдәр ерендә, Башҡортостандың өс ҙур йылғаһы- Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим йылғалары ҡушылған урында, Өфө ҡалаһынан нигеҙ һалына. Мең ырыуының ерҙәре малсылыҡҡа бик файҙалы һәм үтә бай булған. Унда һутлы үләнле киң далалар йәйрәп ятҡан. Меңдәрҙең ере йәйләү өсөн дә, ҡышлауға ла уңай була. Ул ерҙәргә хужа булыу өсөн һәр саҡ киҫкен көрәш барған. Шуға ла меңле халҡы , беренселәрҙән булып, Рус дәүләтенә ҡушылыу тураһында һүҙ ҡуҙғатған һәм Аҡ батшаға, Ҡәнзәфәр бей етәкселегендә,  илселәр ебәргән. Күрәһегеҙме,  әгәр тарихҡа ентекләберәк күҙ һалаһың икән, беҙҙең тамырҙарыбыҙҙың тарихи шәхестәребеҙгә бәйләнгәнен нығыраҡ аңлайбыҙ, хаҡлы рәүештә үткәндәр менән ғорурлана алабыҙ.

 

“Беҙ барыбыҙ ҙа ошо төбәктән...”  

Ошолай тип аталған Шәжәрә байрамыбыҙҙа төп һүҙҙе ныҡлы нәҫелдәре, борон- борондан абруйҙары, хеҙмәт һөйөүсәнлектәре менән айырылып торған, тамырҙары менән Слаҡбаш ауылына тоташҡан Зайлаловтар нәҫеле алды. Үҙ хеҙмәттәренән тәм табып йәшәүселәр, уҡымышлылар, туған йәнлеләр,берҙе биш итергә тороусылар, юҡтан бар итеүселәр, тырыштар, ҙур, бейек йорттар һалып, үҙ көстәре менән көн күреүселәр,йыр- моңға, шиғри һүҙгә оҫталар улар Зайлаловтар. Үҙҙәренең нәҫел шәжәрәләре менән педагогик хеҙмәт ветераны Фәнилә Харис ҡыҙы Уразмәтова-Зайлалова таныштырҙы Шулай уҡ Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының атҡаҙанған артисы, Туймазы татар дәүләт театрының әйҙәүсе актеры Алик Харис улы Зәйләловтың сығышы ла барыһының да күңеленә хуш кил

- Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә, тиҙәр бит. Ысынлап та, күмәкләшеп үткәндәргә, атай-олатайҙар йәшәгән замандарға ҡайтҡандай булдыҡ. Бының өсөн барлыҡ ойоштороусыларға, бигерәк тә  Айһылыу Ҡарасуринаға һәм Фәнилә туғаныбыҙға ҙур рәхмәтлебеҙ. Шундай ҙур, сауаплы эш атҡарып сыҡты улар. Моғайын, беҙҙең йәшәү башланғысы булған ата-бабаларыбыҙҙың рухтары ла ҡыуанғандыр. Сөнки нәҫел ағасыбыҙ нығынды, туғанлыҡ көсө арта төштө. Ә был иһә - иң мөһиме. Беҙ бит тамырҙарыбыҙ менән көслөбөҙ! - тине кисә  аҙағында  бер тауыштан Зайлаловтар.

Гөлфирә Әхмәтшина.

 

Айһылыу Ҡарасурина, Ямаҡай ауылы мәҙәниәт йорто мөдире: БР хөкүмәтенең 2006 йылдағы 10 майындағы Шәжәрә байрамы үткәреү тураһындағы 121 -се ҡарары халыҡтың нәҫел- зат тамырҙарына ҡарата ҡыҙыҡһыныуын көсәйтеүгә һәм милли йолаларҙың тергеҙеүенә, һис шикһеҙ, ҙур этәргес булды. Бөгөнгө көнлә лә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүгә һәр саҡ ҙур иғтибар бүлә. Сөнки был байрамдың нигеҙен билдәле бер ырыуҙың, ғаиләнең шәжәрәһе генә түгел, башҡорт халҡының байрам-йола традициялары ла тәшкил итә. Республика тикшеренеү һәм аң-белем таратыу проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтә. Шуныһы ҡыуаныслы - туған теленә битараф булмағандарҙың, уларҙың үҙ телен, тарихын, мәҙәниәтен үҫтереү йүнәлешендәге идеяларын Башҡортостан етәкселеге лә күтәреп алырға әҙер. Юилдәле булыуынса, шул маҡсатта республика етәксеһе гранты ярҙамында төрлө проекттар бойомға ашырыла. Хәҙер күп урындарҙа шәжәрә байрамдары ойошторола, бик күптәребеҙ үҙенең ырыу, ара, ғаилә шәжәрәләрен асыҡлап, ата-бабаларының кем булыуын танып, ошоғаса белмәгән туған- тыумасаларын таба. Ләкин байрамдар була ла үтә, ә ете быуын ҡәрҙәшеңде таныу , бөгөн йәнәшәңдә һәм сит- ят яҡтарҙа йәшәгән туғандарыңды табыу кеүек йән талабы үтмәҫ, үҙенең әхлаҡи һәм тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаҫ. Беҙҙең бөгөн үткәрелгән сарабыҙ - ошоға дәлил. Һәм ошо сара дауам итһен ине. Һәр нәҫел, ваҡыт табып, үҙенең үткәненә күҙ һалып, тарихын барлап, туғандары менән, Шәжәрә байрамдарына йыйылып торһондар ине. Быуындар сылбыры өҙөлмәһен! Ул минән, һинән, беҙҙән тора. Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел,тигән боронғолар, Тамырҙарыбыыҙҙы онотмайыҡ, үҙебеҙҙең нәҫелебеҙгә генә хас булған күркәм ғәҙәттәрҙе һаҡлайыҡ. Туғандарыбыҙға, халҡыбыҙға кәрәкле кешеләр булып йәшәһәк ине.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: - Башҡорттарҙа “шәжәрә” йәки “генеалогик ағас” тигән төшөнсә бар. Йәғни башҡорттар һәм башҡа күсмә халыҡтар ата-бабалары хаҡында архивта сағылғанға ҡарағанда тәрәнерәк белгән. Беҙҙә риүәйәттәр, хикәйәттәр, эпос та бар. Былар барыһы ла - беҙҙең иҫ киткес ҙур матди булмаған мираҫыбыҙ.
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: